Греми
Греми | |
груз. გრემი | |
Дәүләт | |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Кахетия[d] |
Нигеҙләү датаһы | XV быуат |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Греми (груз. გრემი) — XVI быуат архитектура ҡомартҡыһы — грузин тарихи өлкәһе Кахетиялағы батша ҡәлғәһе. Архангелдар сиркәүе менән ҡәлғә — былар барыһы ла, ҡасандыр ныҡ үҫешкән Греми ҡалаһынан ҡалған нәмәләр[1]. Архитектура комплексы хәҙерге ауылдан көнсығышҡа ҡарай Кварели ҡалаһының шул уҡ исемле районында, Грузияның баш ҡалаһы Тбилисинан 175 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Греми ҡалаһы XVI—XVII быуаттарҙа Кахетия батшалығының баш ҡалаһы була. Ҡалала күп һанлы әрмәндәр йәшәй. XVII быуаттың 30-сы йылдарында ҡалала илселеге менән Федор Волконский була, ул ҡалала әрмән сиркәүенең, таш ҡойма менән әрмән ихатаһының, уның артында тағы бер сиркәү барлығын билдәләп китә. Батша ихатаһы эргәһендә унан тыш тағы ун сиркәү була[2]. Леван Кахетинский нигеҙ һалған баш ҡала батша резиденцияһы һәм Бөйөк Ебәк юлының йәнле сауҙа ҡалаһы була, 1615 йылда шаһ Ғәббәс I ғәскәрҙәре уны ер менән тигеҙләй. Шул ваҡыттан алып ҡала элекке сәскә атҡан ваҡытына ҡайта алмай һәм XVII быуатта Кахетия батшалары үҙенең баш ҡалаһын Телавиға күсерә.
Ҡала яҡынса 40 гектар майҙанды биләй һәм өс төп өлөштән — Архангелдар сиркәүенән, сауҙа районы һәм батша резиденцияһынан тора. Даими археологик тикшеренеүҙәрҙе был районда А. Мамулашвили һәм П. Закараиа 1939—1949 йылдарҙа һәм 1963—1967 йылдарҙа үткәрә.
2007 йылда Греми ҡомартҡылары ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исмелегенә индереү өсөн тәҡдим ителә.
Архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Архангелдар сиркәүе комплексы ҡалҡыулыҡта урынлашҡан һәм Михаил һәм Гавриил Архангелдар сиркәүенең үҙенән, манаранан, өс ҡатлы һарайҙан һәм шарап мөгәрәптәренән (марани) тора. Комплекс стеналар, башнялар һәм амбразуралар менән уратып алынған. Йылғаға алып барыусы йәшерен ер аҫты юлының ҡалдыҡтары һаҡланып ҡалған.
Архангелдар сиркәүе 1565 йылда батша Леван Кахетинский бойороғо буйынса төҙөлгән һәм 1577 йылда биҙәлгән. Был таш тәре-көмбәҙле ҡорам. Традицион грузин таштан һалынған, үҙ эсенә урындағы иран архитектураһын ала[3]. Бинаның өс инеү урыны бар — төп көнбайыш һәм ике ҡабырға — төньяҡ һәм көньяҡтан. Ҡорамдың көмбәҙе алтарь апсидаһының мөйөштәрендә һәм терәк ике бағанала ята. Көмбәҙ барабанының аркатура бүлкәте һәм һигеҙ тар тәҙрәһе бар. Фасад өс аркалы секцияларға бүленгән.
Сиркәү манараһында бер нисә археологик экспонаттар һәм XVI быуат пушкаһы ҡуйылған. Стеналарын хәҙерге грузин рәссамы Леван Чогошвили эшләгән Кахети батшаларының портреттары биҙәй[4].
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Греми // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Rosen, Roger. Georgia: A Sovereign Country of the Caucasus. Odyssey Publications: Hong Kong, 1999. ISBN 962-217-748-4
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Греми // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Кавказский этнографический сборник. — Изд-во Академии наук СССР, 1976. — Т. 6. — С. 264:
- ↑ Каха Кхимшиашвили, Краткая история грузинской архитектуры 2004 йылдың 19 август көнөндә архивланған. (инг.)
- ↑ Музей в Греми 2011 йылдың 26 июль көнөндә архивланған.. Грузинское Министерство культуры, спорта и охраны памятников (груз.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Греми на сайте грузинского парламента 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- Предварительный список памятников всемирного наследия ЮНЕСКО