Гриценко Яна Викторовна
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Тыуған көнө | 14 ғинуар 1994 (30 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Гриценко Яна Викторовна (14 ғинуар 1994 йыл)[1] — ултырып волейбол уйнаусы, «ЦСП-Крылатское» уйынсыһы; 2018 йылда Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында донъя чемпионы[2], 2019 йылда Европа чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2018)[3].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Яна Викторовна Гриценко 1994 йылдың 14 ғинуарында Краснодар крайының Ейск ҡалаһында тыуған[4], элегерәк ғәҙәти волейболда уйнаған. 2016 йылда уны йәйәүлеләр үтеп йөрөү урынында автомобиль бәреп китә, табиптар зыян күреүсенең аяғын киҫергә мәжбүр була[5]. Реабилитациялау һәм бионик протез өсөн аҡсаны бөтә ҡала йыйып бирә. Һуңғараҡ Яна Мәскәү университетын тамамлай һәм ултырып волейбол уйнау менән шөғөлләнә[6].
Яна Гриценко Мәскәүҙең «ЦСП-Крылатское» командаһы өсөн сығыш яһай. 2019 йылда рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында Европа чемпионатында[7], шулай уҡ 2018 йылда донъя чемпионатында еңеү яулай[8][9]. 2018 йылда донъя чемпионатында еңеүе өсөн Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры исеменә лайыҡ була.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Список кандидатов в спортивные сборные команды России по спорту лиц с поражением ОДА (летние дисциплины) на сезон 2019 г. 2020 йылдың 18 март көнөндә архивланған. (рус.)
- ↑ Женская сборная России по волейболу сидя впервые выиграла ЧМ (рус.)
- ↑ ЦОП Москомспорта. ВОЛЕЙБОЛ СИДЯ (спорт лиц с поражением ОДА) 2020 йылдың 18 март көнөндә архивланған.
- ↑ Ейчанка завоевала золото на международных соревнованиях (рус.)
- ↑ Встреча с Чемпионкой мира 2018 года на ейской земле 2020 йылдың 12 апрель көнөндә архивланған. (рус.)
- ↑ Ейчанка в составе женской сборной страны стала чемпионкой мира по волейболу сидя (рус.)
- ↑ МУЖСКАЯ И ЖЕНСКАЯ СБОРНЫЕ КОМАНДЫ РОССИИ ВЫИГРАЛИ ЧЕМПИОНАТ ЕВРОПЫ ПО ВОЛЕЙБОЛУ СИДЯ (рус.)
- ↑ ЖЕНСКАЯ СБОРНАЯ КОМАНДА РОССИИ ПО ВОЛЕЙБОЛУ СИДЯ ВПЕРВЫЕ ЗАВОЕВАЛА ТИТУЛ ЧЕМПИОНА МИРА (рус.)
- ↑ Профиль на сайте Паралимпийского комитета России (рус.)