Гударехи монастыры

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гударехи монастыры
Дәүләт
Рәсем
SEO_index noindex
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Гударехи монастырь комплексыГрузияның Квемо Картли районының шул уҡ исемле ауылында Тетрицкаро ҡалаһынан төньяҡҡа табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Комплексҡа төп монастырь, емерелгән һарай, бер нисә торлаҡ йорт, шарап мөгәрәбе,манара, пилястр биналар һәм XII–XIII , XVI–XVII быуаттар менән даталанған бер нисә ҡаралты инә.

Гударехи монастырь комплексының төп ғибәҙәтханаһы 1222 йылда батшабикә Тамараның ҡыҙы — Русудан хакимлығы ваҡытында төҙөлгән. Монастырь дүрт мөйөшлө формала бөтә бинаны көпләгән ҡыйыҡ менән. Бинан блоктары ике төҫтә — асыҡ бәз һәм ҡараңғыраҡ төҫтә, шуға күрә ҡорам шахмат таҡтаһын хәтерләтә. Бинаның төньяҡ өлөшөндә ҙур булмаған төкәтмә бар. Көнсығыш диуарында матур семәрле тәҙрә, уның өҫтөндә тәре урынлашҡан. Көньяҡ диуарында грузин телендә уйып яҙылған махсус блок урынлашҡан. Ҡорам интерьеры бай түгел. Бында бер нисә ҡәбер ташын, монастырҙың көньяҡ яғында фрескаларҙың ҡалдыҡтарын күрергә мөмкин. Монастырҙың стенаһында күп һанлы бойницалар урынлашҡан.

Гударехи манараһы Грузияла батша Деметр II хакимлығы ваҡытында 1278 йылда төҙөлгән. Ул саҡта Грузия Мысыр менән һуғыш алып бара, шуға күрә манараның тышҡы ҡиәфәтендә традицион Яҡын Көнсығыш колоритын күрергә мөмкин. Манара шулай уҡ ике төҫлө блоктарҙан тора. Ҡоролманың аҫҡы ҡаты үтеп йөрөү урыны була, бында таш баҫҡыс бар, унан аша икенсе ҡатҡа күтәрелергә мөмкин, ҡаттар үҙ ваҡытында махсус түшәмдәр менән бүленеп торған.

Гударехи монастыры Манглиси Цалар епархияһына ҡарай

Интернет ресурстары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • ქართული საბჭოთა ენციკლოპედია, ტ. III, გვ. 291, თბ., 1978 წელი.
  • მუსხელიშვილი ლ., ხიდაშელი შ., ჯაფარიძე ვ., გუდარეხის პირველი და მეორე (1938 და 1939 წწ.) არქეოლოგიური კამპანიის ანგარიში, თბ., 1954;