Гуэль һарайы
Гуэль һарайы | |
кат. Palau Güell | |
Рәсми сайт |
inici.palauguell.cat/… (каталан.)
inici.palauguell.cat/… (исп.) inici.palauguell.cat/… (инг.) |
---|---|
Хөрмәтенә аталған | Гуэль, Эусеби[d] |
Дәүләт | |
Майҙаны |
|
Нигеҙләү датаһы | 1890 |
Архитектура стиле | каталонский модернизм[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия Испании[d][1], Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] и культурное достояние Каталонии национального уровня[d] |
Архитектор | Антони Гауди |
Ҡаттар һаны | 7 |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of Palau Güell[d] |
Административ-территориаль берәмек | Эль Раваль[d][2] |
Адрес | Nou de la Rambla, 3-5 |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | кованое железо[d], тренкадис[d] и таш[d] |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Иҫтәлекле урын | |
Гуэль һарайы
| |
Сайт | Рәсми сайт Рәсми сайт Рәсми сайт |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 320bis рус. • англ. • фр. |
Гуэль һарайы[3] (кат. Palau Güell) — Барселонала Каррер-ноу-ла-Рамбла урамындағы ҡала торлаҡ йорто (кат. Carrer Nou de la Rambla), каталон сәнәғәтсеһе Эусеби Гуэль заказы буйынса Антони Гауди төҙөгән.
1885—1890 йылдарҙа төҙөлгән һарай данлыҡлы архитекторҙың иң иртә эштәренең береһе булып тора. Һарай проектында тәүге тапҡыр декоратив һәм структура элементтарының берләшеүе сағылыш тапҡан, ул аҙаҡ уның ижадының үҙенсәлекле һыҙаты булып тора. Гауди декоратив биҙәлештә ҡорос конструкцияларҙы төрлөсә ҡуллана. Һарайҙа ул яҫы византия көмбәҙҙәрен проектлай. Бинаның фасадында ике пар ҙур ҡапҡалар айырылып тора, улар аша ат экипаждары, арбалар туранан тура аҫтағы ат аҙбарҙарына һәм мөгәрәптәргә үтеп инә алған, шул уҡ ваҡытта ҡунаҡтар баҫҡыстар буйлап өҫкө ҡаттарға күтәрелгәндәр.
Гаудиның был ижад емешендә архитекторҙың, эклетик стилдән баш тартып, башҡа формаларҙы эҙләүгә ынтылышы күҙәтелә. Әгәр фасады күпмелер кимәлдә венеция палаццоһын хәтерләтһә, һарайҙың эске интерьерҙары биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең әҫәрҙәрен, һарай өсөн махсус эшләнгән йыһаздарҙы берләштергән бай йыһазды асып бирә. Һарайҙың стеналары һәм көмбәҙҙәренең биҙәлеше үҙенсәлекле. Һарай ҡыйығындағы төнлөктәре төрлө фигуралар формаһында башҡарылған һәм Гауди паркын хәтерләтә.
1984 йылда Гуэль һарайы Гаудиның башҡа архитектура шедеврҙары менән бергә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Wiki Loves Monuments monuments database — 2017.
- ↑ 2,0 2,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Барселона / Т. А. Галкина, С. П. Пожарская // «Банкетная кампания» 1904 — Большой Иргиз. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 67. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 3). — ISBN 5-85270-331-1.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Joan Bergós i Massó / Joan Bassegoda i Nonell / Maria A. Crippa: Gaudí. Der Mensch und das Werk. Hatje Cantz Verlag, Ostfildern 2000, ISBN 3-7757-0950-9
- Xavier Güell: Antoni Gaudí. Verlag für Architektur Artemis, Zürich 1987, ISBN 3-7608-8121-1
- Весь Гауди. Издательство Editorial Escudo de Oro, S.A. Barcelona ISBN 84-378-2269-6