Даниэлян Айкануш Багдасаровна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Айкануш Багдасаровна Даниэлян
әрм. Հայկանուշ Դանիելյան
Файл:Даниэлян.jpg
Основная информация
Тулы исеме
Тыуған көнө 3 (15) декабрь 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Тифлис
Вафат көнө 19 апрель 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (64 йәш)
Вафат урыны СССР, Әрмән ССР-ы, Ереван
Ерләнгән)
Ил Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Һөнәре
камер йырсыһы,
опера йырсыһы,
музыка педагогы
ТЙырсы тауышы төрө лирик-колоратуралы сопрано
Жанр Опера
Коллектив З. Палиашвили исемендәге Грузин опера һәм балет театры, А. Спендиаров исемендәге Әрмән академик опера һәм балет театры
Наградалар
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа
А. И. Бекназарян, А. И. Таманян, В. К. Папазян, В. Е. Таиров, Л. Г. Енгибарян, А. Б. Даниелян, С. И. Амбарцумян, Г. А. Шагинян, Т. А. Тороманян

Даниэлян Айкануш Багдасаровна (әрм. Հայկանուշ Դանիյելյան; 15 декабрь 1893 йыл — 19 апрель 1958 йыл) — опера йырсыһы, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1939).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айкану́ш Багдаса́ровна (Анна Борисовна) Даниэля́н 1893 йылдың 3 декабрендә (яңы стиль буйынса 15 декабрҙә) Рәсәй империяһы Тифлис (хәҙерге Тбилиси) ҡалаһында тыуған.

1920 йылда Наталия Александровна Ирецкая классы буйынса Петроград консерваторияһын тамамлай.

1920—1922 йылдарҙа Петроградта сығыш яһай. 1922—1932 йылдарҙа — З. П. Палиашвили исемендәге Грузин опера һәм балет театры солисы. 1924 йылда Александр Шамильевич Мелик-Пашаев һәм Шара Мкртычевич Тальян етәкселегендәге опера труппаһында ҡатнаша (Ленинаканда һәм Ереванда спектаклдәр ҡуялар).

1933 йылдан 1948 йылға тиклем — А. А. Спендиаров исемендәге Әрмән опера һәм балет театры солисы.

Концерт йырсыһы булараҡ сығыш яһай (Комитастың, әрмән, урыҫ һәм Көнбайыш Европа композиторҙарының әҙәрҙәрен башҡара).

1943—1951 йылдарҙа Комитас исемендәге Ереван консерваторияһында уҡыта (1943—1948 йылдарҙа — вокаль кафедраһы мөдире, 1949 йылдан — профессор).

1941 йылдан ВКП(б) ағзаһы. СССР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1946—1950). Әрмән ССР-ының 1-се һәм 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

1958 йылдың 19 апрелендә Ереванда вафат була. Тохмах зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1939)
  • Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) — М. И. Глинканың «Иван Сусанин» һәм Дж. Мейерберҙең «Гугеноттар» опера спектаклдәрендә Антонида һәм Маргарита Валуа партияларын башҡарған өсөн
  • Ленин ордены (4.11.1939)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (24.11.1945)
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
  • Миҙалдар.

Һайланған партиялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Ануш» (авторы: А. Т. Тигранян) — Ануш
  • «Аршак II» (Т. Г. Чухаджян) — Олимпия
  • «Батша кәләше» (Н. А. Римский-Корсаков) — Марфа
  • «Иван Сусанин» (М. И. Глинка) — Антонида
  • «Гугеноттар» (Дж. Мейербер) — Маргарита Валуа
  • «Травиата» (Дж. Верди) — Виолетта
  • «Отелло» (Дж. Верди) — Дездемона
  • «Риголетто» (Дж. Верди) — Джильда
  • «Севилья цирюльнигы» (Дж. Россини) — Розина
  • «Чио-Чио-Сан» (Дж. Пуччини) — Чио-Чио-Сан.

Фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1941 — «Армянский киноконцерт».

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2000 йылда Даниэлянға арналған Әрмәнстандың почта маркаһы сығарылған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]