Дарем

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Дарем
ингл. Durham
ФлагГерб
Flag of Durham.svgCoat of arms of Durham.svg
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Дареме[d]
Почта индексы DH1
Майҙаны
  • 72,08 миль²
Рәсем
Урындағы телефон коды 0191
Географический код Великобритании NZ274424
Категория для видов элемента Category:Views of Durham, County Durham[d]
Халыҡ һаны
  • 48 069 чел. (2011)
Административ-территориаль берәмек Дарем[d]
Дәүләт
Административ үҙәге Дарем[d]
Историческое графство Дарем[d]
Туғандаш ҡала Кострома, Тюбинген[d] и Банска-Бистрица[1]
Файл:Arms of Durham.svg
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Дарем (ингл. Durham; инглиз әйтелеше: /ˈdʌrəm/, урындағы әйтелеше: /ˈdɜːrəm/) — Англияның төньяҡ-көнсығышындағы ҡала, Төньяҡ-Көнсығыш Ан глия төбәгендә шул уҡ исемле графлыҡтың административ үҙәге. Халҡы 48 меңдән ашыу кеше тәшкил итә (2011 йыл).

Тарихы һәм архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаланың тарихи үҙәге Уир йылғаһының текә ярында ята. Урта быуаттарҙа был текә урын шотландтарҙан һаҡланыу өсөн нығытмалар төҙөүгә идеаль урын тойола. Дарем замогына Яулап алыусы Вильгельм нигеҙ һала, әммә тиҙҙән Төньяҡ Англияның шотландтарҙан оборонаһы урындағы епископҡа — был яҡтарҙығы эре феодалға йөкмәтелә. 1836 йылға тиклем замок уның резиденцияһы була. Замоктан тыш, урта быуат Дарем нығытмаларынан XII быуаттағы оборона диуарҙарының айырым участкалары һаҡланған.

Оборона роленән тыш, урта быуат Даремы Кутберт Линдисфарнскийҙың изге мәйетенә табыныуға ғибәҙәт ҡылыусыларҙы йәлеп иткән. Ул 1093 йылда роман стилендә нигеҙ һалынған Дева Марияның йәмиғ сиркәүендә урынлаштырылған. «Яртылаш Аллаһ ғибәҙәтханаһы, яртылаш ҡәлғә», — тип атаған был ҙур ҡоролманы Вальтер Скотт.

Мәҙәниәте һәм мәғарифы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XV быуатта урындағы епископтар ҡурсаулығы аҫтында Дарем мәктәбе — илдәге иң боронғо мәктәптәрҙең береһе ойошторола. 1832 йылда епископ ярҙамында Дарем университеты барлыҡҡа килә, уның ихтыяждары өсөн боронғо һарай бинаһы бирелә. 1960 йылда әрмән мультимиллионеры Гульбенкян Галуст аҡсаһына университет эргәһендәге шәрҡиәт мәктәбендә бөтә донъяға билдәле Алыҫ көнсығыш сәнғәте һәм археология музейы асыла.

1986 йылда Дарем соборы һәм һарайы норманн төҙөлөшөнөң иң яҡшы һаҡланған өлгөһө булараҡ ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә.

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөйөк Британия өсөн Дарем ҡалаһының индустриаль секторы күләме бик ҙур булһа ла, графлыҡ иҡтисады хеҙмәт күрһәтеү тармаҡтарына нигеҙләнгән. Күмерҙе бында король Стефан Блуаский заманынан алып сығаралар (1092—1154 йылдар). Әлеге ваҡытта Даремда күмер сығарыу сәнәғәте яйлап кәмей, быны Дарем шахтерҙарының парады бик яҡшы күрһәтә, унда йыл һайын ҡатнашыусылар һаны кәмей. Хәҙерге ваҡытта графлыҡта күмер сығарыу эштәре алып барылмай.

Туғанлашҡан ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]