Дағстан дәүләт аграр университеты
Дағстан дәүләт аграр университеты | |
---|---|
Нигеҙләнгән | 1932 |
Сайт | даггау.рф (рус.) |
Наградалар |
Дағстан дәүләт аграр университеты — Махачкалалағы юғары уҡыу йорто. 1932 йылда нигеҙ һалына[1]. 252 уҡытыусы иҫәпләнә, шуларҙың 35-е фәндәр докторы. Бында 4 меңдән ашыу кеше уҡый.
РСФСР Халыҡ комиссарҙары Советының 1932 йылдың 29 июнендәге ҡарарына ярашлы Дағстан емеш-виноград институты итеп асыла. 1934 йылда Дағстан ауыл хужалығы институты тип үҙгәртелә. 1943 йылда Әзербайжандан эвакуациянан Махачкалаға ҡайта. 1994 йылдан — академия. 2010 йылда юғары уҡыу йортона Джамбулатов Магомед Мамай улы исеме бирелә. 2012 йылдан алып — университет.
Факультеттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әлеге ваҡытта академияла көндөҙгө булектә 7 факультет һәм бер ситтән тороп уҡыу факультеты эшләй, шулай уҡ 29 кафедра бар.
- Агротехнология һәм ер төҙөлөшө факультеты;
- Биотехнология факультеты;
- Ветеринар медицина факультеты;
- Иҡтисад факультеты;
- Инженерлыҡ факультеты;
- «Автомобилдәр һәм автомобиль хужалығы» факультеты ;
- Йәмәғәт профессиялары факультеты;
- Ситтән тороп уҡыу факультеты.
Билдәле тамамлаусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хизри Шихсаидов, Дәүләт думаһы депутаты
- Ваһаб Казибеков — СССР һәм Рәсәй ирекле стилдә көрәшсеһе, ике тапҡыр Европа чемпионы, халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Румынияла 1981 йылдағы Бөтә Донъя универсиадаһы чемпионы.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Дағстан дәүләт ауыл хужалығы академияһы 2010 йылдың 25 декабрь көнөндә архивланған.