Демидов юридик лицейы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Демидов Павел Григорьевич
Демидов юридик лицейы
Дәүләт
Нигеҙләү датаһы 1803
Рәсем
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1918
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Демидовского лицея[d]
Урынлашыу
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Ярославль Демидов юғары фәндәр училищеһы, Демидов юридик лицейы, Демидов лицейы, Ярославль дәүләт университеты — рус. Ярославское Демидовское училище высших наук, Демидовский юридический лицей, Демидовский лицей, Ярославский государственный университет -

1803—1924 йылдарҙа Ярославлдә шул исемдәр менән йөрөтөлгән юғары уҡыу йорто. Хәҙерге Ярославль П. Г. Демидов исемендәге дәүләт университеты уның вариҫы булып иҫәпләнә.

Ярославль Демидов юғары фәндәр училищеһы (1803—1833)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1803 йылдың 6 (18) июлендә Александр I указына ярашлы һәм Павел Григорьевич Демидов тәҡдиме буйынса асыла. Училище эшмәкәрлеген финанслауға Ярославль губернаһы Углич һәм Романов өйәҙҙәренән йыйылған оброк тулыһынса китеп тора, Демидовтың унларҙа 3,5 меңдән ашыу крепостнойы була. Дәрестәр 1804 йылдың 13 авгусында башлана, уны асыу тантанаһы 29 апрелдә (11 майҙа) үтә. Был Ярославлдә тәүге юғары уҡыу йорто була. Статусы буйынса училище "үҙәк университеттарҙан һуң, Империяла беренсе баҫҡысты биләй ".

Училищела боронғо телдәр һәм рәсәй телмәр оҫталығы, фәлсәфәһе, тәбиғи һәм халыҡ хоҡуҡиәте, математика, тәбиғи тарих, химия һәм технология, сәйәси тарих, финанс һәм иҡтисад темалары уҡытылған, ошо предметтарҙан тыш, яңы закондар һәм Закон Божий уҡытылған. Физика, тарих, химия һәм башҡа фәндәр буйынса асыҡ лекциялар үткәрелгән. 1819 йылдан алып һүрәт төшөрөү, фехтование, музыка, бейеү дәрестәре уҡытыу индерелгән. Лицейҙың тулы курсын тамамлаған студенттар 14-се класс чины менән гражданлыҡ хеҙмәтенә ебәрелгән.

Тәүҙә 13 уҡытыусы һәм 35 студент иҫәпләнгән (уларҙың 20-һе бушлай белем алған), 1810 йылға тиклем уҡыусылар һаны 49-ҙан артмаған, әммә 1822 йылда инде студенттар һаны 109-ға еткән. 1805—1833 йылдарҙа училищела Рәсәй империяһының 26 губерна ҡалаһынан 739 студент уҡыған.

1816 йылда Стрелкалағы Архиерей йорто училище ихтыяждары өсөн бирелә, уны 1788 йылда архитектор Э. М. Левенгаген төҙөгән булған. 1829 йылда Илья майҙанында училищеға нигеҙ һалған шәхес Демидовҡа тораташ-һәйкәл (Демидовский столп) асыла[1]

Хәрби училищеларға һәм кадет корпустарына өҫтөнлөк биреп, Николай I хатта Демидов лицейын кадет корпусына үҙгәртеү тураһында ла һүҙ ҡатып ҡуйғылай. Мәскәү уҡыу округы попечителе Д. П. Голохвастовтың ҡыйыулығы ғына хәлде ҡотҡара, П. Г. Демидов лицейҙы ойоштороусы, ул лицейҙы Рәсәйҙә тәбиғи фәндәр таралыу өсөн тәғәйенләп асҡан булған, бындай ҡарар уның васыятын тупаҫ боҙоу булыр ине, тип мөрәжәғәт иткән. Батша бындай ғәҙел дәлилгә ҡаршы тора алмаған [2]

Демидов лицейы (1834—1868)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Николай Беренсенең 1833 йылдың 1 (13) авгусындағы Указы менән училище 1834 йылдың 1 ғинуарынан Демидов лицейы тип үҙгәртелә, ә училище ҡарамағында булған пансион Ярославль гимназияһына ҡушыла. Яңы устав буйынса лицей Мәскәү университеты ҡарамағында булған: ул хеҙмәткәрҙәр штатын тәғәйенләгән, үҙгәртеп ҡоролған ваҡытында лицейҙа 12 кеше эшләгән — директор, ҡануниәт уҡытыусыһы, һигеҙ профессор һәм ике лектор. Ул саҡта 114 студент уҡыған, шул иҫәптән 40-ынан түләү алынмаған.

Лицейҙа уҡыу курсы өс йыллыҡ булған.

1845 йылда лицей Мәскәү уҡыу округының попечителе ҡарамағына күсерелгән. Профессорҙар һаны 6-ға тиклем ҡыҫҡартылған, ә бушлай урындар 20-гә тиклем кәмегән. Сығарылыш уҡыусыһы 12 класс чины менән хеҙмәткә инә алған.

Лицейға үҙенең типографияһын тоторға рөхсәт ителгән.

1846—1849 йылдарҙа лицейҙа ҡануниәт, дәүләт хоҡуғы һәм финансы фәндәренән Рәсәйҙә ғилми педагогика нигеҙен һалған профессор К. Д. Ушинский уҡытҡан.

1866 йылға лицейҙа 39 студент уҡый, 1 профессор уҡыта, 4 кеше профессор вазифаһын башҡара һәм 1 уҡытыусы эшләп йөрөй.

Демидов юридик лицейы (1868—1918)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Demidov Juridical Lyceum 02.jpg
Төп лицей бинаһы
Ярославлдә Демидов юридик лицейын тамамлау тураһында тамға

1868 йылдың 3 (15) июлендә юғары дәрәжәлә раҫланған устав буйынса лицей юридик лицей тип үҙгәртелә. Уҡыу курсы дүрт йыллыҡ була. Уҡыу предметтары — университеттарҙың юридик факультеттарындағыса — хәҙер лицей юғары юридик белем бирә башлай. 1886 йылда лицей студенттары өсөн университет студенттарыныҡы кеүек формалы кейем индерелгән. 1892 йыл башында лицейҙа 169 студент белем алған. XX быуат башында уны йыл һайын 100-гә яҡын кеше тамамлай, уларҙың бишенсе өлөшө хоҡуҡ кандидаты булараҡ сығарыла.

«Временник» (100-ҙән ашыу том), «Юридик библиография» һәм «Юридик яҙмалар» нәшер ителә. Юридик әҙәбиәт (100 мең томлыҡ) буйынса лицей китапханаһы Мәскәү университетының китапханаһынан ғына ҡалышҡан. Демидов юридик лицейы Ярославль һәм күрше губерналар өсөн мәғариф, ғилми һәм мәҙәни үҙәк була.

Төрлө йылдарҙа юридик лицейҙа К.Бальмонт һәм М. Богданович (1994 йылда уға Ярославль университетының төп корпусы янында һәйкәл ҡуйылған), яҙыусы-фантаст A. Беляев уҡыған.

Лицей директорҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Яниш, Карл Иванович (1804—1809)
  • Покровский, Герасим Фёдорович (1812—1814)
  • Майков, Михаил Александрович (1824—1826)
  • Клименко, Алексей Фомич (1828—1838)
  • Голохвастов, Пётр Владимирович (1839—1848)
  • Тиличеев, Николай Павлович (1848—1850)
  • Коншин, Николай Михайлович (1850—1856)
  • Ляпунов, Михаил Васильевич (1856—1864)
  • Грифцов, Василий Павлович (1866—1868)
  • Митюков, Каллиник Андреевич (1869—1870)
  • Капустин, Михаил Николаевич (1870—1883)
  • Кремлев, Николай Александрович (1883—1885)
  • Шпилевский, Сергей Михайлович (1885—1904)
  • Берендтс, Эдуард Николаевич (1904—1905)
  • Чубинский, Михаил Павлович (1906—1909)
  • Щеглов, Владимир Георгиевич (1910—1917)
  • Ширяев, Валериан Николаевич (1917—1918)

Ярославль дәүләт университеты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1918—1924 осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1919 йылдың 21 ғинуарындағы Халыҡ комиссарҙары Советының В. И. Ленин ҡул ҡуйған декретына ярашлы, Демидов юридик лицейы Ярославль дәүләт университетына әйләндерелә.

Әммә 1924 йылда уҡ Ярославль университеты, илдә финанс ауырлыҡтар арҡаһындан мәғариф системаһын үҙгәртеп ҡороуға бәйле, ябыла, уның педагогик факультеты йәнә үҙ аллы юғары уҡыу йорто, ун йылдан ашыу төбәк биләмәһендә берҙән-бер Ярославль дәүләт педагогия институты була. Лицейҙың төп бинаһы 1918 йылдың 7 июленән 8-енә ҡарай төндә, Ярославлдә ихтилалды баҫтырған саҡта, янған һәм 1929 йылда тамам һүтеп алынған. 1931 йылда Демидов һәйкәле һүтелә.

1970 йылдан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1970 йылда яңынан асылған Ярославль дәүләт университетын Демидов юғары уҡыу йортоноң вариҫы тип иҫәпләйҙәр. 1995 йылда уға П. Г. Демидов исеме бирелә. 2005 йылда элекке урында Демидов тораташ-һәйкәле тергеҙелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ныне площади Советская и Челюскинцев.
  2. Благотворители и меценаты, 2010, с. 75

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Demidov Lyceum book.jpg

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Головщиков К. Д. История Демидовского юридического лицея в Ярославле (1803—1899 гг.). — Ярославль: Типо-литогр. Э. Г. Фальк, 1900. — 104 с.
  • Головщиков К. Д. П. Г. Демидов и история основанного им в Ярославле училища (1803—1886 гг.). — Ярославль: Тип. Г. В. Фальк, 1887. — 225 с.
  • Головщиков К. Д. Черты жизни и деятельности Ярославского Демидовского высших наук училища и потом лицея с краткою биографиею П. Г. Демидова. — Ярославль: Тип. губернского правления, 1869. — 72 с.
  • Егоров А. Д. История лицеев в России от основания до закрытия (даты, события, факты). — Иваново, 1992.
  • Егоров А. Д. Лицеи России: Опыт исторической хронологии. Кн. 1-5. — Иваново, 1993-95.
  • Егоров А. Д. «На честное дело жизни»: Демидовский лицей. Ярославская юридическая школа: Историко-правовое исследование. — Ярославль: Верхняя Волга, 1997.
  • Покровский С. П. Демидовский лицей в Ярославле в его прошлом и настоящем. — Ярославль: Тип. губернского правления, 1914. — 264, XV с.
  • Рудаков В. Е.,. Лицеи в России // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Шпилевский С. М. Столетие Училища имени Демидова. Демидовское училище высших наук. Демидовский лицей. Демидовский юридический лицей. 1803—1903 / С. М. Шпилевский. — Ярославль: Тип. Губ. правл., 1903. — 28 с.
  • Щеглов В. Г. Высшее учебное заведение в Ярославле имени Демидова в первый век его образования и деятельности (6 июля 1803—1903). — Ярославль, 1903.
  • Е. Ю. Горбунова. Благотворители и меценаты в истории Московского университета / редактор: В. И. Тропин. — М.: Издательство Московского университета, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-211-05745-6.