Джикич Ивица
Викидата элементы юҡ |
Ивица Джикич (босн. Ivica Đikić; 11 март 1977 йыл) ― хорват һәм босний журналисы һәм яҙыусыһы[1].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1977 йылдың 11 мартында Югославияла Босния һәм Герцеговинаның Томиславград ҡалаһында тыуған.
16 йәшендә журналист булып эшләй башлай, «Слободна Далмация» көндәлек гәзитенә яҙа.
1996 йылда журналист булараҡ Ивица Джикич үҙе эшләгән Сплитта баҫылған «Feral Tribune» һул гәзитенең тематикаһына ҙур йоғонто яһай. Һуңынан Хорватияла бер нисә гәзиттә хеҙмәт итә. 2001 йылдан «Novi List» һәм башҡа хорват журналдарының мөхәррире була. Шулай уҡ сценарий яҙыусы булараҡ билдәле[1].
Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ивица Джикич үҙенең беренсе романын 2003 йылда "Цирк «Колумбия» исеме аҫтында баҫтырып сығара, ул тәүге тапҡыр «Feral Tribune» нәшриәтендә донъя күрә. Романы өсөн Меши Селимович исемендәге премия менән бүләкләнә. Романдағы ваҡиғалар Босния һәм Герцеговинала яҙыусының тыуған ҡалаһы Томиславградта 1990 йылдар башында, туранан-тура Босния һуғышы алдынан бара.
2010 йылда "Цирк «Колумбия» китабы буйынса босний кинорежиссёры Данис Танович шундай уҡ исемле нәфис фильм төшөрә. Картина Анталиялағы Халыҡ-ара кинофестивалдә (2010) «Алтын әфлисун» премияһына лайыҡ була. Фильм шулай уҡ рәсми рәүештә Босния һәм Герцеговинанан 2010 йыл өсөн «Иң яҡшы сит ил фильмы» категорияһында «Оскар» премияһына тәҡдим ителә, әммә номинанттарҙың финал бишенә инмәй.
2004 йылда Джикич хорват сәйәси эшмәкәре, бойондороҡһоҙ Хорватияның икенсе президенты Степан Месичтың сәйәси биографияһын баҫтырып сығара. 2007 йылда Ивица Джикич «Feral Tribune» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан «Зефир ничего» исемле икенсе романын яҙа. Яңы китапҡа өс хикәйә: «Зелёный замок», «Попробуй уснуть, пожалуйста» һәм «Как будто ничего не произошло» инә.
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- "Цирк «Колумбия» (2003 г.) француз һәм итальян телдәренә тәржемә ителә; Меша Селимович исемендәге премия
- «Цирк „Колумбия“» (2009), Данис Тановичтың фильмына сценарий авторҙашы сифатында.
- «Поворот Родины» (2004)
- «Зефир ничего: Зелёный замок — Попробуй уснуть, пожалуйста» — «Как будто ничего не произошло» (2007)
- «Новине» хорват телесериалына сценарий.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Slobodna Dalmacija. Ivica Đikić novi glavni urednik «Novosti» Архивировано 31 серпня 2012.. October 22, 2010. (хорв.)
- Jutarnji list. Glavni urednik Novog lista Ivica Đikić podnio ostavku 2016 йылдың 3 март көнөндә архивланған. Архивировано 3 березня 2016.. March 30, 2010. (хорв.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Šoštarić, Sanja PISMO PROF.DR. SANJE ŠOŠTARIĆ POVODOM OSTAVKI U PEN CENTRU BIH . penbih.ba (20. 5. 2020). Дата обращения: 22. 5. 2020.
- PEN, BIH POVODOM DANA POBJEDE NAD FAŠIZMOM: PROTESTNO PISMO PROTIV NAJAVLJENE KOMEMORATIVNE MISE ZA BLEIBURG . penbih.ba (9. 5. 2020). Дата обращения: 22. 5. 2020.
- Sarajevo, Oslobođenje Jergović: PEN centar je nijem na bošnjački nacionalizam i fašizam . oslobodjenje.ba (20. 5. 2020). Дата обращения: 22. 5. 2020.
- Zagreb, Večernji list Zbog prosvjednog pisma oko mise za Bleiburg Jergović, Đikić i Lovrenović istupili iz P.E.N.-a BiH . vecernji.hr (20. 5. 2020). Дата обращения: 22. 5. 2020.
- Lovrenović, Ivan ĐIKIĆ, IVANKOVIĆ, JERGOVIĆ I LOVRENOVIĆ ISTUPILI IZ P.E.N. CENTRA U BOSNI I HERCEGOVINI . ivanlovrenovic.com (19. 5. 2020). Дата обращения: 22. 5. 2020.
- DW Protest protiv protestnog pisma . dw.com (20. 5. 2020). Дата обращения: 22. 5. 2020.
- Slobodna Evropa Održana misa za žrtve Bleiburga u Sarajevu, protestovali antifašisti . slobodnaevropa.org (16. 5. 2020). Дата обращения: 22. 5. 2020.
- BH DANI: Ivica Đikić — Izvrstan i pošten prvi roman
- Booksa.hr-Dossier: Ivica Đikić
- Ivica Đikić — Croatian, Serbian and Bosnian writers profiles at Sandorf Literary Agency
- profil.hr — Ivica Đikić
- Ivica Djikic writer profile at IMDB