Джозеф Пикфорд

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Джозеф Пикфорд
Joseph Pickford
Joseph Pickford um 1770 - Portrait von Joseph Wright of Derby.jpg
Төп мәғлүмәт
Ил Англия Англия
Тыуған көнө 1736({{padleft:1736|4|0}})
Тыуған урыны Ашоу
Вафат көнө 1782({{padleft:1782|4|0}})
Вафат урыны
Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары
Архитектура стиле георгиан архитектураһы
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа
Пикфорд балалары; рәссам Джозеф Райт картинаһы

Джозеф Пикфорд (ингл. Joseph Pickford, 1736—1782) — георгиан стилендә ижад итеүсе Георг III осорондағы инглиз архитекторы.

Джозеф уорикширҙың Ашоу (ингл. Ashow) ҡалаһында Уильям һәм Мэри Пикфорд ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. 1748 йылда уҡыуын дауам итеү өсөн Лондонға килә. 1748 йылдың апрелендә Джозеф Мэри Уилкинс (ингл. Mary Wilkins) исемле ҡыҙға өйләнә; уларҙың ике балалары була [1]; Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһында ул балаларҙың портреты бар.

Иң ҙур баһа алған эштәре — изге Елена йорто,Этрурия Холлы, Пикфорд йорт-музейы исеме менән билделе булған уның үҙ йорто. Пикфорд йорт-музейында геогиан стилендәге костюмдар, ҡурсаҡ театрына арналған экспозиция һәм 1940 йылдағы кеүек бомбанан һакланыу подвалы урынлашҡан[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Joseph Pickford 1734-1782 (ингл.). Дата обращения: 3 май 2011.
  2. Pickford's House Museum (ингл.). Дата обращения: 3 май 2011. 2011 йылдың 9 август көнөндә архивланған.