Диков Василий Иванович
Диков Василий Иванович | |
Тыуған көнө: | 1874 |
---|---|
Тыуған урыны: | Новочеркасск |
Вафат булған көнө: | 1937 |
Вафат булған урыны: | <!— Ҡалып:Новочеркасск--> |
Гражданлығы: |
Рәсәй Федерацияһы → СССР |
Эшмәкәрлеге: | шағир |
Жанр: | шиғырҙар |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | рус |
Василий Иванович Диков (1874—1937) — рус шағиры.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Василий Иванович Диков Новочеркасск ҡалаһында дон казактары ғаиләһендә тыуған. Ҡала мәхәллә училищеһын тамамлаған. Уҡып бөткәс, Дон Ғәскәре идаралығында писарь булып эшләй. 1898 йылда Новочеркасск казактар училищеһын тамамлай, офицер булып хеҙмәт итә.
Ошо йылдарҙа ул шиғырҙар яҙа башлдай. Уның әҫәрҙәренең төп темаһы — тәбиғәт, Дон казактарының тормош-көнкүреше. Ошо осорҙа ул «К Дону», «Летнее утро в станице», «Дону», «Степной орел», «Родному Дону», «Дончак» һәм башҡа шиғырҙарын ижад итә.
1909 йылда Никополь ҡалаһында уның беренсе шиғырҙар китабы «Охотничьи картинки» баҫылып сыға. Василий Иванович Диков Беренсе бөтә донъя һуғышы фронттарында яуҙарҙа ҡатнаша. Һуғыш башланыр алдынан Новочеркасскиҙә уның «Новочеркасский альманах» тигән икенсе шиғырҙар китабы сыға.
1918 йылда Диков «Охотничьи картинки» китабының икенсе вариантын баҫмаға бирергә әҙерләп бөтөрә, ләкин был китап нәшер ителмәйенсә ҡала. 1920 йылда шағир Новочеркасск төрмәһенә эләгә һәм унда ярты йыл буйы үлем язаһы көтөп ултыра, ләкин ул азат ителә. Төрмәнән сыҡҡас, төрлө ваҡытлыса эш менән булышып йәшәй. 1921 йылдан алып Новочеркасскиҙа рәссам Митрофан Борисович Грековтың һынлы сәнғәт студияһында администратор булып эшләй. 1937 йылда атып үлтерелә.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Астапенко М. П., Астапенко Г. Д., Астапенко Е. М. Казачья доля — Дон, степь да воля. Ростов н/Д, 2014. с. 207—208, 320 с.: ил. ISBN 978-5-87259-806-0