Димитрий Ростовский сиркәүе (Дондағы Ростов)
Православие ғибәҙәтханаһы | |
Димитрий Ростовский сиркәүе
| |
Файл:Изгеләргә тиңләнгән Ростов Митрополиты (Дондағы Ростов).jpg | |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Дондағы Ростов, Ростов өлкәһе |
Конфессия | православие |
Епархия | Ростов һәм Новочеркасск епархияһы |
Төҙөүсе | Ж.П.Волошина |
Нигеҙләнгән | 2000 |
Бөгөнгө хәле | эш итеүсе |
Димитрий Ростовский сиркәүе — Урыҫ Православие сиркәүе Ростов һәм Новочеркасск епархияһына ҡарай. Дондағы Ростов ҡалаһының Изге тип танылған митрополиты Димитрий Ростовский хөрмәтенә уның исеме менән аталған православие сиркәүе. 2000—2008 йылдарҙа архитектор Ж. П. Волошина проекты буйынса төҙөлгән.
Тәү тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был сиркәүҙән башҡа Дондағы Ростовта Димитрий Ростовскийгә бағышланған тағы ла бер нисә сиркәү бар. 1751 йылда ҡалала Воронеж һәм Елец епискобы Кирилл һәм ҡәлғә коменданты генерал-майор Димитрий Сомов ризалығы менән бәләкәй сиркәүгә ғибәҙәтхана статусын биргәндәр. 1786 йылда был сиркәү бик ныҡ иҫкергәнлектән сиркәүҙе япҡандар. Сиркәү һүтелгән, иҫән ҡалған материалдарын Покров сиркәүенә Изге Димитрий Ростовский хөрмәтенә төкәтмә төҙөгәндәр[1].
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дондағы Ростовта яңы православие мәхәлләһе яҡынса 2000 йылда ойошторола. 2000 йылдың 4 октябрендә Ростов архиепискобы Пантелеимон (Долганов) Димитрий Ростовский хөрмәтенә буласаҡ яңы сиркәүҙең беренсе нигеҙ ташын һалған. Сиркәү сама менән һигеҙ йыл буйына төҙөлгән. 2001 йылдың июль айында төҙөлөп ятыусы сиркәү янында ваҡытлыса мәхәллә ойошторолған[2].
2004 йылдың 17 сентябрендә архиепископ Пантелеимон йәнә сиркәү төҙөлгән урынға килгән һәм уның көмбәҙен һәм тәреләрен изгеләндергән. Шунан һуң сиркәү төҙөлөп бөткән һәм мәхәллә халҡын дини хеҙмәтләндерә башлаған. Сиркәүҙә ваҡ-төйәк төҙөлөш һәм биҙәү эштәре 2008 йылға тиклем алып барылған. Шул уҡ 2004 йылда сиркәүҙә сиркәү-мәхәллә мәктәбе асылған.
Шулай уҡ Димитрий Ростовский сиркәүендә хәйриә ашханаһы эшләп килә. Сиркәү етәкселеге Ростов өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм урындағы масса күләмле мәғлүмәт саралары менән әүҙем рәүештә хеҙмәттәшлек итә.
Дин әһелдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Александр Пятницкий
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Дондағы Ростовың беренсе сиркәүе-Изге Димитрий Ростовский сиркәүе тарихы | Статьи | Главная | Научный журнал . www.relga.ru. Дата обращения: 7 ғинуар 2017.
- ↑ РОСТОВСКИЙ-НА-ДОНУ ДИМИТРИЕВСКИЙ ХРАМ - Древо. 7 ғинуар 2017 тикшерелгән.