Академия етәкселеге башында директор торған. Генерал-лейтенант П. Сент-Илер (Saint-Hilaire) тәүге директор итеп тәғәйенләнә[3]; туранан-тура «юғары» күҙәтеү граф А. А. Матвеевҡа йөкмәтелә. Уҡытыу эшмәкәрлегенә Мәскәүҙән ебәрелгән (Шотландияла тыуып үҫкән) Генри Фарварсон етәкселек итә. Уҡытыусылар һәм навигаторҙар шулай уҡ Мәскәү навигация мәктәбенән ебәрелгән булған.
Сент-Илер тик 1717 йылдың февраленә тиклем генә директор була, уны А. А. Матвеев алмаштырған, ә 1719 йылдың мартынан капитан Г. Г. Скорняков-Писарев директор булып киткән. Артабанғы директорҙар: 1722—1727 йылдарҙа — А. Л. Нарышкин, 1727—1728 йылдарҙа — Д. Я. Вильстер, 1728—1730 йылдарҙа — П. К. Пушкин, 1730—1732 йылдарҙа — В. А. Мятлев, һуңынан В. Арсеньев була. 1732 йылда «Академиялар, мәктәптәр һәм фабрикалар»ға етәкселек итеү өсөн Адмиралтейство коллегияһында «советниктар» вазифаһы индерелә; 1733 йылдың 28 ғинуарында уҡыу йорттары башлығы вазифаһын В.А. Урусов ҡабул иткән. Артабан Диңгеҙ академияһы начальниктары исемлегендә: «Йәнә Пушкин, Нагаев, Чириков, Афросимов һәм, ниһайәт, шул уҡ Нагаев» («опять Пушкин, Нагаев, Чириков, Афросимов и, наконец, тот же Нагаев»). Уларҙың барыһының да академия идаралығына йоғонтоһо булған, әммә ғәмәлдә Гардемарин ротаһына командир Селиванов идара иткән.
↑Барон Сент-Илер был автором проекта создания Морской академии. В нём впервые на русском языке было употреблено слово «кадет» и пояснено его значение. Согласно проекту, обучение должно было вестись на голландском и немецком языках.