Длабока (йылға)
Длабока | |
Файл:Dlaboka River Valley in Macedonia.jpg | |
Дәүләт | |
---|---|
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Длабока (Пр-Фела[1]; макед. Длабока Река, алб. Përroi i Thellë) — Төньяҡ Македонияның көнбайышындағы йылға, «Тау Йылғаһы» төбәгенән аға. Рибничка йылғаһының һул ҡушылдығы (Радика йылғаһы бассейны)[2]. Йылға бейек тау башында (276 м, Кораб тауы), Маврово милли паркы территорияларында, кәритә (U хәрефенә оҡшаш) үҙәнендә башлана. Йылға башынан алыҫ түгел бейеклеге 136 м булған Кораб шарлауығы урғыла (илдәге иң бейек шарлауыҡ).
Йылға һәм уның үҙәне һуңғы боҙлоҡ дәүерендә ҡар һәм боҙлоҡтар йоғонтоһонда формалаша. Длабока үҙәне Төньяҡ Македонияла альп климаты өҫтөнлөк иткән берҙән-бер урын[3]. Ташландыҡ Жужне ауылы янынан ағып ята, артабан йылға үҙәне, Нистрово һәм Бибай ауылдары араһында каньон барлыҡҡа килтереп, тарая, шунан һуң Рибничка йылғаһына ҡоя. Көнсығыш битләүҙәге Мал-Кораб түбәһендәге ҡарҙың һәм боҙҙоң иреүе йылалағы һыу күләменә туранан-тура йоғонто яһай. Йылғаның юғары тиҙлектә ағыуы һәм мул һыулы булыуы май аҙағында — июнь башында күҙәтелә.
Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Карта бите K-34-XXI. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
- ↑ Apostolski, Mihailo (1984) (in Macedonian). Prirodni i socio-geografski karakteristiki na zonite na nomadskite i polunomadskite stočarski dviženja vo Makedonija. Macedonian academy of Sciences and Arts.
- ↑ Михаило Зиков, Клима и климатска регионализација во Република Македонија, «Географски разгледи», бр. 30, Скопје, 1995