Долгов Игорь Асонович
Игорь Асонович Долгов | |
---|---|
Тыуған көнө | 15 май 1930 |
Тыуған урыны | Дондағы Ростов |
Вафат көнө | 28 март 2016 (85 йәш) |
Вафат урыны | |
Ил | СССР→ Рәсәй Федерацияһы |
Ғилми даирәһе | Ауыл хужалығы фәндәре |
Эшләгән урыны | Дон дәүләт техник университет |
Альма-матер | Ростов ауыл хужалығы машиналары төҙөү институты |
Ғилми дәрәжәһе | техник фәндәр докторы (1969) |
Ғилми исеме |
профессор (1980) {ВАСХНИЛ мөхбир ағзаһы (1975) ВАСХНИЛ академигы (1990) РАН академигы (2013) |
Награда һәм премиялары |
Долгов Игорь Асонович (15 май 1930 йыл — 28 март 2016 йыл) — ер эшкәртеү механикаһы өлкәһендә совет һәм Рәсәй ғалимы, В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы (1990), Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы (2013).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Игорь Асонович Долгов 1930 йылдың 15 майында Дондағы Ростовта тыуған.
1952 йылда — Ростов ауыл хужалығы машиналары төҙөү институтын (хәҙер ул — Дон дәүләт техник университеты) тамамлай.
1952 йылдан алып 1954 йылға тиклем — Ростсельмаш заводының Баш махсуслашҡан конструкторлыҡ бюроһы (ГСКБ) инженер-конструкторы.
1954—1965 йылдарҙа — аспирант, кесе фәнни хеҙмәткәр, В. П. Горячкин исемендәге ауыл хужалығы машиналар төҙөү Фәнни-тикшеренеү институтының (ВИСХОМ) бесән йыйыу машиналары лабораторияһы мөдире.
1965—1970 йылдар — теоретик механика һәм механизмдар һәм машиналар теорияһы кафедраһы доценты, В. П. Горячкин исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы производствоһы инженерҙары институтының ауыл хужалығы производствоһын механизациялау факультеты деканы.
1969 йылда — докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1970—1980 йылдарҙа — В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһының (ВАСХНИЛ) ауыл хужалығын механизациялау һәм электрләштереү Бүлегенең академик-сәркәтиб урынбаҫары, В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһының РСФСР-ҙың ҡара тупраҡлы булмаған зонаһы буйынса (Ленинград) Бүлек рәйесе урынбаҫары.
1975 йылда — В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһының (ВАСХНИЛ) ағза-корреспонденты итеп һайлана.
1980 йылда — профессор ғилми дәрәжәһе бирелә.
1980—1983 йылдарҙа — ректор, «Ауыл хужалығы машиналары» кафедраһы мөдире (1983 йылдан 2001 йылға тиклем), 2001 йылдан — Ростов ауыл хужалығы машиналары төҙөү институтының кафедра профессоры.
1975 йылдан В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, 1990 йылдан В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһының академигы.
2013 йылдан Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы — Рәсәй Фәндәр Академияһының ауыл хужалығы фәндәре Бүлеге.
2016 йылдың 28 мартында вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күп ауыл хужалығы машиналары конструкцияларын эшләүсе, шул иҫәптән: тракторҙың арҡыры тырмалары, бесәнде брикетләүсе пресс-йыйғыс, сабылған үләнде йәйпәкләү яйланмаһы, бесән һәм һаламды бәйләмәйенсә преслау өсөн пресс-йыйғыс, томаттарҙы сортҡа айырыу машинаһы һәм башҡалар.
270-тән артыҡ фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 14 монография, дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары авторы. 59 уйлап табыуға патент һәм авторлыҡ танытмаһы бар.
Фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусы: уның фәнни етәкселегендә 30-ҙан артыҡ докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләнгән һәм яҡланған.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ленин һәм Дәүләт премиялары буйынса Комитеттың секция ағзаһы
- Рәсәй Федерацияһы ҡара тупраҡлы булмаған зонаһының ауыл хужалығы етештереүсәнлеген күтәреү" тармаҡ-ара төбәк программаһының Баш советы ағзаһы
- Ростов халыҡ депутаттарының өлкә советы депутаты
- «Знание» йәмғиәтенең Ростов өлкә советы президиумы рәйесе
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Машины и орудия для механизации сеноуборочных работ / Соавт. И. М. Зельцерман. — М.: Машгиз, 1963. — 344 с.
- Математические методы в земледельческой механике / Соавт. Г. К. Васильев. — М.: Машиностроение, 1967. — 203 с.
- Проектирование технологических процессов сельскохозяйственного производства с помощью ЭЦВМ / Соавт.: С. И. Большаков и др. — М.: Колос, 1975. — 319 с.
- Протеиновые концентраты из зеленых растений / Соавт.: Ю. Ф. Новиков, М. А. Яцко. — М.: Колос, 1978. — 159 с.
- Комплексная механизация кормопроизводства. — М.: Колос, 1987. — 350 с.
- Кормоуборочные машины: Теория, конструкция, расчет: Учеб. — Ростов н/Д, 1996. — 328 с.
Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ВДНХ миҙалдары
- Хөрмәт билдәһе ордены (2000)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1992)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Долгов Игорь Асонович РФА рәсми сайтында
- Тракторы и сельхозмашины » Игорю Асоновичу Долгову – 80 лет . tismash.ru. Дата обращения: 25 ғинуар 2017. 2011 йылдың 10 сентябрь көнөндә архивланған.
- Академику Долгову Игорю Асоновичу - 85 лет! ras.ru. Дата обращения: 25 ғинуар 2017.
- Долгов Игорь Асонович . agroingeneria.narod.ru. Дата обращения: 25 ғинуар 2017.
- "Вестник ДГТУ" - Том 5 · №3(25) · сентябрь 2005 года . vestnik.dstu.edu.ru. Дата обращения: 25 ғинуар 2017.