Донда элемтә үҫеше тарихы музейы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Донда элемтә үҫеше тарихы музейы
Ил Рәсәй,
Адрес Дондағы Ростов ҡалаһы, Максим Горький урамы, 78.
Төҙөлгән ваҡыты 2009 йыл
Бөгөнгө хәле эшләй

Донда элемтә үҫеше тарихы музейы  — Ростов өлкәһендә элемтә барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә арналған махсуслашҡан музей..

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүге телефон станцияларында абоненттарҙы ҡулдан тоташтырыу.

Донда элемтә үҫеше тарихы музейы 2009 йылдың 6 майында ААО «Көньяҡ телекоммуникацион компанияның» («КТК») Ростов филиалында асыла. Музей заманса телекоммуникацион тармаҡҡа нигеҙ һалыусы Попов Александр Степановичтың 150-йыллыҡ юбилейына тап килтереп асыла,. Музей «КТК» ААО-ның Ростов филиалы етәксеһе Юрий Метла инициативаһы буйынса булдырыла.

Музейҙа элемтәселәр 120 йыл дауамында ҡулланған төрлө телефон техникаһы ҡуйылған. Номер йыймай торған тәүге телефондар, Беренсе һәм Икенсе донъя һуғышы элемтә саралары, радиостанциялар һ.б. ҡуйылған. Экспонаттар араһында Еңеүҙең 60-йыллығына музейға бүләк ителгән 1942 йылғы америка ялан телефоны бар.

Музейҙа Ростов өлкәһендә элемтәнең үҫеш тарихы менән танышырға мөмкин, ул 1885 йылдың апрелендә башланғыс ала. Был ваҡытта ҡала Думаһы ҡаланы телефон бәйләнеше менән тәьмин итергә була. Элемтә станцияһын 1886 йылдың 20 авгусында эшләтә башлайҙар. Беренсе станцияның һыйҙырышлылығы 60 номер тәшкил итә, 1913 йылға абоненттар һаны 3304 булып китә. Абоненттарҙы тоташтырыуҙы телефонистар башҡаралар. Телефон селтәрен эшләтеү менән К. Зигель фирмаһы шөғөлләнә[1].

2006 йылда, ҡалала телефон бәйләнешен асыу хөрмәтенә, ҡала администрация бинаһында бронза таҡтаташ ҡуйыла.

Ваҡыт үтеү менән районда элемтә үҫешә, уның һыйҙырышлылығы арта, белгестәр әҙерләү өсөн уҡыу йорттары асыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 1 400-ҙән артыҡ элемтәсе белгес фронтҡа китә. Дондағы Ростовты азат итеү менән 1943 йылдың февралендә ҡалала элемтә эшләй башлай. Ваҡыт үтеү менән ҡалала бәйләнештең бөтә төрҙәре үҫешә: телефон, телеграф, радиобәйләнеш, Ерҙең яһалма юлдаштары аша космос бәйләнеше. Музейҙа барлығы 500 тирәһе экспонат бар: 1905 йылғы Siemens телефонынан алып хәҙерге кәрәҙле телефондарға тиклем. Музей стендына ҡуйылған фотографияларҙа ҡала телефонсыларын күрергә мөмкин. Элемтә үҫешенең беренсе йылдарында телефонсы итеп тик оҙон буйлы ҡыҙҙарҙы ғына алалар. Оҙон буйлы ҡыҙҙар оҙон ҡулдары менән телефон сымдары ярҙамында ҡулдан телефон айырғысҡа үрелә алалар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]