Донецк тимер юлының үҫеше һәм тарихы музейы
Донецк тимер юлының үҫеше һәм тарихы музейы | |
Административ-территориаль берәмек | Донецк, Донецкий район[d] и Донецк өлкәһе |
---|---|
Адрес | вулиця Артемівська, 47, Донецьк, Україна |
Нигеҙләү датаһы | 2000 |
Рәсми сайт | parovozy.in.ua |
Урамда урынлашҡан | Улица Артемовская[d] (47) |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Донецк тимер юлының үҫеше һәм тарихы музейы, Донецк ҡалаһында Донецк станцияһы тимер юл вокзалы эргәһендә урынлашҡан.
2000 йылдың 4 авгусында Донецк тимер юлы төҙөлөүенең 130 йыллығына арналған. Коллекция туплаусы, музейға нигеҙ һалыусы һәм уның директоры Владимир Николаевич Донченко.
2000-дән ашыу экспонаттар документтарҙан, наградалар, тимер юлы униформаларынан, тимер юл ҡорамалдары һәм ҡоралдары, иҫке фотоһүрәттәр һәм башҡа материалдарҙан тора. Музей коллекцияһында Екатерина тимер юлының 25 йыллығына арналған 1909 йылғы китап, 1936 йылғы тимер юлсыларҙың кейемдәре, Морзе телеграф аппараттары, Рудзутак исемендәге урта башланғыс состав мәктәбен тамамлау тураһында билдә һаҡлана. Музей эскапозицияһы Юзово станцияһының элекке бинаһында урынлашҡан.
Музей хеҙмәткәрҙәре иҫке тимер юлы техникаһын йыйыу һәм тергеҙеү эштәре алып бара. ФД, Л, О, Э серияһы паровоздары табылған һәм тергеҙелгән. ТЭ3, 2ТЭ116, ЧМЭ5 һәм электровоз ВЛ8, вагонлы хәрәкәт итеүсе составтар бар, Генерал Брусилов һәм маршал Ворошилов ҡулланған вагондар реставрациялауҙы көтә
Музейҙа барыһы 25 берәмек раритет хәрәкәтсән состав. Уларҙың иң иҫкеһе -1898 йылда сығарылған Ворошилов вагон-салоны. Музейҙа 1929 йылда етештерелгән Ь-2062 паровозы һаҡлана, ул шулай уҡ «Кәкүк» исеме аҫтында билдәле. Был БДБ-ла берҙән-бер һаҡланып ҡалған экспонат.
2006 йылда экспозиция тәгәрмәсле йөҙөүсе «К-61» транспортеры менән тулыландырыла[1] — һуғыштан һуңғы ваҡыттарҙа бындай вездеходтар күпер кеүек стратегик объекттарҙа хәрбиләштерелгән тимер юлы һағы булараҡ ҡулланылған.
Музейҙың төп базаһы Донецкта. Филиалдары Ясиноватыйҙа, Славянскта, Ҡыҙыл Лиманда.
Музей Яңы Европаның тимер юлы мираҫының яҡлау фондында тора, Украина техник музейҙар хеҙмәткәрҙәренең ассоциацияһы ағзаһы булып тора.
Музей Рәсәй тимер юлдары бүләк иткән ЛВ паровозы менән тулыландырылған
Музей әле реконструкцияла, тимер юлы техникаһының майҙаны бер аҙ киңәйтелә
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Донецкий железнодорожный музей пополнился машиной «Амфибия» . Дата обращения: 12 июнь 2006. Архивировано 26 ноябрь 2012 года.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сайт музея истории и развития Донецкой железной дороги . Дата обращения: 18 май 2012. Архивировано 26 ноябрь 2012 года. 2012 йылдың 25 ноябрь көнөндә архивланған.
- Фотографии экспозиции музея . Дата обращения: 31 март 2005. Архивировано 26 ноябрь 2012 года. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- Начало Донецкой железной дороги . Дата обращения: 23 июнь 2006. Архивировано 26 ноябрь 2012 года.
- Десять лет музею железной дороги . Дата обращения: 4 август 2010. Архивировано 26 ноябрь 2012 года. 2012 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған.
- Страничка Музея истории и развития Донецкой железной дороги . Дата обращения: 10 декабрь 2010. Архивировано 26 ноябрь 2012 года.
- Весной 2013 года дончанам представят обновленный Музей истории и развития Донецкой железной дороги . Дата обращения: 14 ноябрь 2012. Архивировано 26 ноябрь 2012 года.
- Уникальный Донецкий музей железнодорожной техники снова готов принять посетителей .
- Музей истории и развития Донецкой железной дороги открылся после реконструкции . 2019 йылдың 13 март көнөндә архивланған.