Екатерина Николаеван Доспалова 1932 йылдың 22 октябрендә Киров өлкәһендә тимер юлсылар ғаиләһендә тыуған. Е Н. Доспалованың бала сағында ғаилә Горький өлкәһенең Семёнов ҡалаһына күсеп килә[1].
1956 йылдан рәссам булып эшләй, 1964 йылдан 2001 йылға тиклем Е. Н. Доспалова «Хохлома биҙәктәре» производство-художество берекмәһенең баш рәссамы була. Е. Н. Доспалова етештереү өсөн ике йөҙҙән ашыу яңы әйберҙәр эшләй[2].
Е. Н. Доспалова үҙенең эштәрен эре ватан һәм сит ил биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләрендә — АҠШ, Корея, Югославия, Аргентина, Мексика һәм Канадала ҡуя[2]. 1967 йылда Е. Н. Доспалова , Бөтә союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша, үҙ эштәре өсөн ВДНХ Алтын миҙалына лайыҡ була[3]. 1967 йылда Е. Н. Доспалова Монреалдә «Бөтә донъя Экспо-67 күргәҙмәһендә» ҡатнаша, унда ҙур уңышҡа өлгәшә[1].
Е. Н. Доспалованың әҫәрҙәре халыҡ кәсептәре сәнғәте музейында, Новгород дәүләт художество музейы һәм Семёнов тарихи-художество музейында бар[2].
1969 йылда «Юғары художестволы ҡулланма сәнғәт әҫәрҙәрен Хохлома биҙәктәре традицияларында ижад иткәне өсөн» Е Н. Доспалова И. Е. Репин исемендәге РСФСР Дәүләт премияһына лайыҡ була.
1970 йылдан Е. Н. Доспалова СССР Рәссамдар союзы (1991 йылдан алып Рәсәй Рәссамдар союзы) ағзаһы итеп һайлана. 1987 йылдан алып Е. Н. Доспалова РСФСР Рәссамдар союзы идараһы ағзаһы итеп һайлана һәм 1992 йылдан 1988 йылға тиклем СССР Рәссамдар союзы ағзаһы булып тора[4].
Е. Н. Доспаловаға 1982 йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, 1999 йылда — Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы маҡтаулы исеме бирелә
История искусства народов СССР : В 9 т. / Акад. художеств СССР, НИИ теории и истории изобразит. искусств. — М. : Изобраз. искусство, Т. 9: Искусство народов СССР 1960—1977 годов. Кн. 1 / Под ред. Б. В. Веймарна и др. — 1982 г. — 439 с.
Русское народное искусство и его собиратели : К 55-летию отд. нар. искусства Гос. Рус. музея : Кат. выст. / Предисл. и науч. ред. И. Я. Богуславской. — СПб. : ГРМ, 1993 г. — 242 с.
Росписи Хохломы / С. Жегалова. — Москва : Детская литература, 1991 г. — 46 с. — ISBN 5-08-001842-9