Доспехи (компания)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Доспехи
Тип шәхси компания
Нигеҙләнгән 2008
Нигеҙләүсе Алексей Налогин
Уранлашыуы Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Мәскәү
Төп фигуралар Алексей Налогин (генераль директор)
Тармаҡ медицина техникаһы әйберҙәре етештереү
Әйләнеш 10,8 млн һум (2010 йыл)[1]
Сайт dospehi.com

ООО «„Доспехи“ яңы реабилитация технологиялары» — Рәсәй шәхси компанияһы, арҡа мейеһе йәрәхәтләнгән кешеләргә ортопедик системалар эшләү менән шөғөлләнә. 2008 йылда «Беҙҙең киләсәк» фонды ярҙамы менән эшҡыуар Алексей Налогин аса. «Доспехи» коляскалы инвалидтарға үҙ-аллы аяҡтарында йөрөргә, торорға, баҫырға һәм ултырырға, кеше ярҙамы менән баҫҡыстан менергә һәм төшөргә ярҙам итәләр.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алексей Налогинға компанияны асыу теләге 2000 йылдар башында барлыҡҡа килә — ул бала сағында умыртҡа бағанаһының саркомаһы менән ауырый, ике операция үткәрә, шуның арҡаһында атлау һәм үҙ-аллы ултырыу мөмкинлеген юғалта. Полиомиелит аппараттары менән дауалаусы немец врачтарына мөрәжәғәт итеп, Налогин үҙенә беренсе протезға заказ бирә: «Конструкция ныҡ ауыр ҙур ине, әммә мин шуны аңланым, әгәр идеяны үҫтерһәң кәрәкле нәмә килеп сығырға мөмкин»[1][2].

Уның ыңғай һөҙөмтәләрен күреп, таныштары һәм дуҫтары унан «Доспехи»ға заказ бирә башлайҙар, 2005 йылдан ул үҙенең етештереү эшмәкәрлеген индивидуаль эшҡыуар булып башлай, йылына 5-6 әйбер эшләй, һәр береһенең хаҡы 85 мең һум була. 2008 йылда Налогин «„Доспехи“ яңы реабилитация технологиялары» яуаплылығы сикләнгән ойошма тип теркәй, — был клиенттар ортопедик системаға тотонған аҡсаһын Фонд социаль страховка фонды аша кире ҡайтарыу мөмкинлеге булһын өсөн кәрәк була, закон буйынса инвалид йылына бер тапҡыр протез-ортопедик әйберҙе лицензиялы етештереүсенән алһа 100 % тотонған аҡсаһын кире ҡайтара ала[1].

Шул ваҡытта компания һынылыш кисерә, Налогиндың эшмәкәрлеге яңыраҡ ҡына барлыҡҡа килгән «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар Фондының иғтибарын йәлеп итә — эшҡыуар бизнес-план төҙөй һәм уларҙан 9,5 миллион һум аҡса ала, шуларҙың 4 миллионы кире ҡайтарылмай торған, ә 5,5 миллионы процентһыҙ ике йылға бурысҡа бирелә. Фондтың директоры Наталия Зверева һүҙҙәренсә, был улар ярҙам иткән беренсе проект була: «Ул социаль эшҡыуарлыҡ төшөнсәһенә идеаль тап килде. Аңлашылыуынса, проекттың ҙур килеме булмаясаҡ, — был бизнес минималь табыш килтерә торған. Әммә Налогин үҙенең урынын табҡан, баҙар өсөн иннавацион продукт эшләгән»[1][3][4][5].

Алынған аҡсаға Мәскәүҙә компанияның офисы һәм бер нисә етештереү оҫтаханалары асыла. Шулай итеп 2009 йылда 140 ҡулайлама эшләйҙәр, ә йыллыҡ әйләнеш 10,8 миллион һумға тиклем күтәрелә. 2010 йылда ошо күрһәткестәр һаҡланалар[1][3].

Хәҙерге ваҡытта Алексей Налогин Таиландта йәшәй, һирәк кенә Мәскәүгә ҡайтып йөрөй, компания менән алыҫтан тороп идара итә[6].

Технология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Доспехи» пружина-шарнирлы механизмлы ортездарҙы (аяҡ быуындарын беркеткес) һәм ҡаты ортопедик корсеттан торған конструкцияны күҙ алдына килтерә. Хәрәкәт итеү өсөн йөрөгөстәр ҡулланыла. Һәр система индивидуаль заказ буйынса эшләнә, компанияның белгестәре пациенттан үлсәмдәрен урында, йә өйгә барып алалар. Алдан һәр кешене врачтар ҡарай, улар ҡулланманы файҙаланыу мөмкинлегенә һығымта яҙалар — ортопедик ситеманы аяғы хәрәкәткә килә алмаған, ҡул һөйәк-мускул системаһының һәм яурын билбауының нормаль булыуы мөһим[7][8][9].

Тәнҡит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Виктор Гуторов ФГУП «Мәскәү „Здоровье“ протез-реабилитация үҙәге» директоры билдәләүенсә, Налогиндың хеҙмәте ҡыйбатыраҡ та була ала, тик ул минималь килем алырға йүнәлтелгән, ул байыу түгел, ә бизнестың социаль миссияһы менән ҡыҙыҡһына[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Римма Авшалумова. Инвалид Алексей Налогин создал компанию, чтобы помочь себе и другим. Ведомости (12 ноябрь 2010). Дата обращения: 10 май 2015.
  2. Ирина Воронова. «Доспехи» рыцаря Лёшки. Труд (17 май 2007). Дата обращения: 10 май 2015.
  3. 3,0 3,1 Александр Сазонов, Ирина Телицына. Невиданная щедрость. Forbes (3 июль 2009). Дата обращения: 10 май 2015.
  4. Фондом региональных социальных программ «Наше будущее» принято решение о финансовой поддержке первого проекта в области социального предпринимательства. Беҙҙең киләсәк (фонд) (12 май 2008). Дата обращения: 10 май 2015.
  5. В Москве, на Люблинской улице, открылось административное здание ООO «Новые реабилитационные технологии „Доспехи“». Беҙҙең киләсәк (фонд) (25 июль 2008). Дата обращения: 10 май 2015.
  6. Настя Радужная. Никаких оправданий: «Когда не знаешь, что делать, делай шаг вперед» — интервью с Алексеем Налогиным. Хелпус. Фонд помощи взрослым (12 февраль 2014). Дата обращения: 10 май 2015.
  7. Наталья Чернова. Инвалид с повреждением позвоночника производит ортопедические системы, не имеющие аналогов в России. Новая газета (25 ғинуар 2009). Дата обращения: 10 май 2015. 2015 йылдың 18 май көнөндә архивланған.
  8. Татьяна Батенёва. Скелет на выход. Известия (28 август 2008). Дата обращения: 10 май 2015.
  9. Александра Оболонкова. Человек в доспехах. Православие и мир (10 июль 2009). Дата обращения: 10 май 2015.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]