Дриси Джавахаант ҡәлғәһе

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Дриси Джавахаант ҡәлғәһе
груз. დრისის ჯავახაანთ ციხე
Административ-территориаль берәмек Каспский муниципалитет[d]
Урынлашыу
Дәүләт
Файл:Drisi Fortress.jpg
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 713 метр

Дриси Джавахаант ҡәлғәһеГрузияла Каспи муниципалитетының Чкопиани ауылынан көнбайыштараҡ 400 метр алыҫлыҡта, Тедзами йылғаһының һул ярында, ҡая башында урынлашҡан. Комплекс ҡәлғәнән, сиркәүҙән, башнянан һәм һарайҙан тора. Үҫешкән феодал дәүеренә ҡарай.

Комплекс ҡоймаһының бормалы-бормалы биҙәге булған. Төҙөүселәр ҡаялы морондоң бөтә мөмкинселектәрен ҡулланған. Төньяҡта башня, ә көньяҡта һарай торған, хәҙерге ваҡытта ул туҙған. Башня квадрат формала. Был ҡәлғәнең иң бороноғо өлөшө булырға тейеш, сөнки XV быуаттан һуң дүртмөйөш башняларҙы бөтөнләй төҙөмәгәндәр. Башняның аҫҡы яғы ҡырсынташтан, өҫ яғы таштан төҙөлгән. Сиркәүҙән тыш ҡалған бөтә биналар ҡомташтан һәм һуйырташтан ҡоролған. Сиркәүе туфтың яҡшы эшкәртелгән йәшел төҫтәге плиталары менән төҙөлгән. Инеү урыны көнбайыш стенала. Комплексҡа шулай уҡ ауыл хужалығы ҡаралтылары инә, улар ныҡ зыян күргән.

Һарайға ҡоро ерҙән урмандың көнсығыш яғынан күтәрелергә мөмкин, шулай уҡ көнбайыш яҡтан да барырға мөмкин, әммә ул яҡтан юл күпкә ҡатмарлыраҡ. Ҡәлғәнән көнсығыш яҡта, ауыл ҡаршыһында, йырын. Чколиани ауылының ҡапма-ҡаршы яғында ҙур булмаған сиркәү тора, уға көньяҡтаныраҡ инәләр.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • ზაქარაია პ., ქსე, ტ. 3, გვ. 639, თბ., 1978
  • საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, ტ. V, თბ. 1990 წ. გვ. 219-220

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]