Дубинин Всеволод Борисович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d] (1947)
Гражданлығы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
Һөнәр төрө биолог, зоолог
Вафат булған урыны
Эш урыны
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 11 ғинуар 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) или 1913[1]
Вафат булған көнө 8 июнь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) или 1958[1]
Тыуған урыны
Биологик систематика
Band 1x200px.png
зоологик таксондарҙы тасүирлаған тикшереүсе. Авторлығын күрһәтеү өсөн ҡыҫҡартылған билдә ҡуялар «Dibinin».

Дубинин Всеволод Борисович (11 ғинуар 1913 йыл8 июнь 1958 йыл) — СССР-ҙың ғалим-зоологы, акаролог, ҡаурый талпандар систематикаһы буйынса белгес

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1913 йылдың 11 ғинуарында Санкт-Петербургта тыуған[2]. 1931 йылдан 1936 йылға тиклем Ленинград университетында уҡый. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң, 1939 йылда Зоология институтына эшкә инә[3]. Өс ай эшләгәндән һуң уны армияға саҡыралар, Белорус, Белофин һәм Ленинград фронттарында ҡатнаша. 1942 йылда уны Байкал арты фронтына ебәрәләр, унда белгес-паразитолог булараҡ уға хәүефле тәбиғи сығышлы сирҙәрҙе, бигерәк тә чуманы юҡ итеү буйынса проблемаларҙы хәл итергә ҡушыла. 1943 йылда ул Ленинградтағы Хәрби-медицина академияһына күсерелә. 1947 йылда Зоология институтына әйләнеп ҡайта[4]. 1947 йылдан 1954 йылға тиклем Зоология музейы буйынса институттың директор урынбаҫары була. 1947 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1955 йылда Дубинин СССР Фәндәр академияһы Президиумы янындағы тәбиғәтте һаҡлау буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[5]. 1958 йылдың 8 июнендә Ленинградта миокард инфарктынан вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаурый талпандарҙың йәшәү циклдары, физиологияһы һәм эволюцияһының тикшеренеүҙәре менән шөғөлләнә. 26 төр ҡаурый талпандарҙың 20000 ашыу ашҡаҙанын микроскопик тикшереүҙәр ярҙамында ул был паразиттарҙың төп аҙығы ҡоштарҙың ҡанаттарында булған липидтар булыуын асыҡлай. Ул липидтарҙың төләү һәм ҡыш ваҡытында минималь булыуын асыҡлай, ә концентрацияһының артыуын төләүҙән һуң һәм оя ҡорған ваҡытта булыуы күҙәтелә. 1951 йылда Дубинин антинг («ҡоштарҙың ҡырмыҫҡа иләүендә йыуыныуы») өйрәнеүе буйынса эксперимент һөҙөмтәләрен баҫтырып сығара. Ул антингтың ҡаурый талпандарҙы юҡ итеүгә булышлыҡ итеүен иҫбатлай[2].

Тәбиғәтте һаҡлау проблемалары менән шөғөлләнә. Дубинин тырышлығы арҡаһында тәбиғәттә радиоактив матдәләрҙең миграция юлдарын күҙәтеү бурысы булған радиоэкология өлкәһендә тикшеренеүҙәр хупланат[5].

Фәндә тәүге тапҡыр яңы 150 төрҙәрҙе, 40 тоҡомдо, 10 ғаилә һәм ярым ғаиләне тасуирлай[2].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Ленинградты обороналаған өсөн» һәм «1941—1945 йй. Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә[4].

Баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

136 баҫма[2], шул иҫәптән СССР Фаунаһының өс томлыҡ авторы:

  • Дубинин В. Б. Перьевые клещи (Analgesoidea). Ч. 1. Введение в их изучение // Фауна СССР. Паукообразные. — М.—Л.: Издательство АН СССР, 1951. — Т. 6, вып. 5. — 364 с. — (Новая серия № 43).
  • Дубинин В. Б. Перьевые клещи (Analgesoidea). Ч. 2. Семейства Epidermoptidae и Freyanidae // Фауна СССР. Паукообразные. — М.—Л.: Издательство АН СССР, 1953. — Т. 6, вып. 6. — 412 с. — (Новая серия № 57).
  • Дубинин В. Б. Перьевые клещи (Analgesoidea). Ч. 3. Семейство Pterolichidae // Фауна СССР. Паукообразные. — М.—Л.: Издательство АН СССР, 1956. — Т. 6, вып. 7. — (Новая серия № 63).
  • Дубинин В. Б. Чесоточные клещи, их биология, вред в сельском хозяйстве, меры профилактики и борьбы с ними. — М.: Совет. наука, 1954. — 172 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Dubinin, Vsevolod Borisovič // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Kelso L. and Nice M. M. A Russian Contribution to Anting and Feather Mites // The Wilson Bulletin. — 1963. — Т. 75, № 1. — С. 23—26. — ISSN 0043-5643.
  3. Олигер И. М. Славная десятка. Мои друзья - зоологи // Научные труды Государственного природного заповедника "Присурский". — 2010. — Т. 23. — С. 16—91.
  4. 4,0 4,1 Дубинина Е. В. Памяти Всеволода Борисовича Дубинина – акаролога и эколога (11.01.1913–08.05.1958) // Отчётная научная сессия по итогам работ 2017 г. — СПб: Зоологический институт РАН, 2018. — С. 16—19.
  5. 5,0 5,1 Weiner D. R. A Little Corner of Freedom Russian Nature Protection from Stalin to Gorbachëv. — Berkeley · Los Angeles · Oxford: The Regents of the University of California, 1999. — P. 252-257.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]