Душан Йовановичты үлтереү
Душан Йовановичты үлтереү | |
Ваҡиға ваҡыты | 18 октябрь 1997 |
---|
Душан Йовановичты үлтереү (сер. Убиство Душана Јовановића) 1997 йылдың 18 октябрендә Белград үҙәгендә булған резонанслы енәйәт, уның барышында ике 17 йәшлек наци-скинхед 13 йәшлек сиған малайын үлтерә. Душан Йовановичты үлтереүҙең берҙән-бер сәбәбе — уның этник сығышы[1].
Үлтереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
13 йәшлек Душан Йованович ғаиләһе менән бергә Белград урамындағы бер йортта йәшәй, әлеге йорт Белградтағы «Славия» майҙанынан яҡын ғына урынлашҡан була.1997 йылдың 18 октябрендә кисен үҫмерҙең атаһы Александр уға бер аҙ аҡса бирә һәм яҡындағы аҙыҡ-түлек магазинына «Кока-кола» шешәһен алырға ебәрә. Юлда Душанға скиндхеттарҙың үтә уң хәрәкәтенең ике ағзаһы һөжүм итә, улар иҫерек хәлдә була[2]. Үҫмерҙең сиған сығышлы икәнен белгәс, улар уның аҡсаһын талап алалар, ергә йығып, итектәре менән тибә башлайҙар һәм ,һыу үткәргес торбаның өҙөлгән киҫәге менән туҡмайҙар. Язалау малай йәшәү билдәләрен күрһәтеүҙән туҡтағансы дауам итә. Душан муйыны һыныуынан шунда уҡ вафат була[3].
Ҡулға алыу һәм язалау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Енәйәт ҡылғандан һуң бер нисә сәғәт эсендә полиция үлтереүгә ҡатнашлығы булған ике 17 йәшлек үҫмерҙе ҡулға ала: Милан Чуич һәм Иштван Фендрик, улар икеһе лә Земундан булалар. 1998 йылдың мартында Белград район суды тарафынан улар Югославияла бәлиғ булмағандар өсөн шул ваҡыттағы иң юғары язаға — 10 йылға колонияға ябыу язаһына — тарттырыла. Енәйәтселәр Валево ҡалаһының холоҡ төҙәтеү учреждениеһына ебәрелә. Һуңыраҡ суд хөкөмдө йомшарта: Фендрик — 2004 йылдың 1 апрелендә, Ә Чуич шул уҡ йылдың 30 апрелендә азат ителә[4].
Үлтерелгәндән һуң дүрт йыл үткәс, Фендрик урындағы «НИН» исемеле аҙналыҡҡа интервью бирергә ризалаша. Ул ниндәй ҙә булһа сәйәси партия ағзаһы, неонацист, шулай уҡ «Рад» футбол клубының фанат радикалдары ағзаһы (ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары фаразлауынса) түгеллеген раҫлай, әммә енәйәт эшләгән ваҡытта үтә уң ҡарашта булыуын таный[1]. Интервью барышында, шулай уҡ азат ителгәндән һуң, Фендрик үҙенең енәйәте өсөн тәүбә итә. Чуич иһә асыҡтан-асыҡ выждан ғазабы кисермәүен белдерә[5].
Эҙемтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тышҡы медиафайлдар |
---|
Душан Йовановичты үлтерелгәндән һуң ике көн үткәс ерләйҙәр. Малай менән хушлашыу тантанаһына йөҙләгән битараф булмаған ҡала халҡы килә[3].
Душандың үлеме Йовановичтар ғаиләһендә һуңғы фажиғәле ваҡиға түгел. Малайҙың үлеменән һуң өс йыл үткәс, тыуған һеңлеһе Кристина әйтеүенсә, улының үлеме менән килешә алмаған әсәһе бер нисә тапҡыр үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташа: тоҙ кислотаһын эсә, таблеткалар йота, ә 2015 йылдың 12 июлендә, Душандың вафатына 18 йыл тулыр алдынан, уны аҫылынып үлгән килеш табалар. Душан үлгәндән һуң өс йыл үткәс, атаһы беренсе инфаркт кисерә, һуңыраҡ тағы бер нисә йөрәк өйәнәге була, баш мейеһенә ике тапҡыр ҡан һауа, һөҙөмтәлә тромбоз арҡаһында ике аяғын да юғалта; 2016 йылдың аҙағында вафат була[6].
2007 йылдың 18 октябрендә, фажиғәнең 10 йыллығы көнөндә, Белград урамындағы 33-сө йорт фасадында (ошо йорт ҡаршыһында Душан Йованович үлтерелә) Сербия президенты Борис Тадич үҫмер иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ аса. Уны ҡуйыу инициаторы булып Сербия сиғандары союзы тора, ә уның рәйесе Райко Джюрич, был иҫтәлекле урын шәфҡәтлелек, аңлау һәм мөхәббәт символына әйләнәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала[5].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Dragana Bjelica. Zašto sam ubio Dušana (серб.). НИН (28 сентябрь 2001). Дата обращения: 5 апрель 2021.
- ↑ Ирина Лагунина. В Белграде открыт памятник жертве расистского нападения . Радио Свобода (23 октябрь 2007). Дата обращения: 5 апрель 2021.
- ↑ 3,0 3,1 Skinheads beat 13-year-old Dusan to death: They broke his neck kicking him with metal boots (ингл.). Telegraf.tv (18 октябрь 2019). Дата обращения: 5 апрель 2021.
- ↑ Ubicama dečaka Dušana Jovanovića smanjena kazna (серб.). Blic (17 октябрь 2007). Дата обращения: 5 апрель 2021.
- ↑ 5,0 5,1 Ј. Луцић, Д. Телесковић. Тадић: Наша идеја је ненасиље (серб.). Politika (9 октябрь 2007). Дата обращения: 5 апрель 2021.
- ↑ Miroslava Brkic. Dušana su pre 20 godina ubili skinhedsi, a to je bio početak TRAGEDIJE njegove porodice (серб.). Blic (18 октябрь 2017). Дата обращения: 5 апрель 2021.