Дхиан Чанд
ингл. Dhyan Chand Kushwaha | |
Спорт төрө | Үлән хоккейы[1] |
---|---|
Командалағы уйын позицияһы | атакующий |
Һөнәр төрө | игрок в хоккей на траве, автобиограф |
Ҡатнашыусы | 1936 йылғы йәйге Олимпия уйындары[2], 1932 йылғы йәйге Олимпия уйындары[2] и 1928 йылғы йәйге Олимпия уйындары[2] |
Заты | ир-ат |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1951 |
Уҡыу йорто | |
Үлем сәбәбе | рак пищевода[d][3] |
Вафат булған урыны | |
Ҡушамат | Dadda[4] |
Хәрби звание | Майор |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Әүҙемлек осороноң башланыуы | 1922 — 1951 |
Файл:Dhyan Chand closeup.jpg | |
Тыуған көнө | 29 август 1905[5] |
Бейеклеге/буйы | 169 сантиметр |
Гражданлығы | |
Вафат булған көнө | 3 декабрь 1979[6][3] (74 йәш) |
Тыуған урыны | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Дхиан Чанд Баис (ингл. Dhyan Chand Bais, 28 август 1905 йыл — 3 декабрь 1979 йыл) — һинд хоккейсы (үлән хоккейы), үҙәк һөжүмсе. 1928, 1932 һәм 1936 йылдарҙағы өс тапҡыр олимпия чемпионы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Чанд Дхиан 1905 йылдың 28 авгусында (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 29 август[7]) һинд ҡалаһы Аллаһабадта тыуа.
Инглиз офицерҙарынан үлән хоккейын уйнарға өйрәнә. Тәүге тапҡыр 1922 йылда әрме турнирында уйнай. Ҡушма провинция, Һинд армияһы, «Джханси Хироз» командалары өсөн сығыш яһай[8].
Алигарх мосолман университетында уҡый.
Беренсе тапҡыр 1926 йылда Һиндостан йыйылма команда составында Австралия һәм Яңы Зеландия[8] илдәре буйлап сығыш яһай.
1928 йылда Амстердамда йәйге Олимпия уйындарында Һиндостан йыйылма үлән хоккейы командаһы составына инә һәм алтын миҙал яулай. Һөжүмсе позицияһында уйнай, 5 матч үткәрә, 15 туп индеррә (Швейцария, Дания һәм Австрия йыйылма командалары ҡапҡаларына — дүртешәр, Нидерландтарға — ике, Бельгияға — бер). Турнирҙың иң яҡшы снайперы була.
1932 йылда Лос — Анджелеста йәйге Олимпия уйындарында Һиндостан йыйылма үлән хоккейы командаһы составына инә һәм алтын миҙал яулай. Һөжүмсе позицияһында уйнай, 2 матч үткәрә, 12 туп индерә (АҠШ йыйылма командаһы ҡапҡаһына — һигеҙ, Японияғы — дүрт).
1936 йылда Берлинда йәйге Олимпия уйындарында Һиндостан йыйылма үлән хоккейы командаһы составына инә һәм алтын миҙал яулай. Һөжүмсе позицияһында уйнай, 5 матч үткәрә, 13 туп индерә (Япония һәм Франция йыйылма командаһы ҡапҡаларына — дүрт, Германияға — өс, АҠШ — ике).
Таралған легенда буйынса, финалда һиндтар Германия йыйылма командаһын ҡыйратҡандан һуң (8:1), Чанд 3 туп индерә, Адольф Гитлер уға Германия йыйылма командаһы өсөн сығыш яһарға тәҡдим итә. Әммә хоккейсы Тыуған илен ҡалдырмауын белдереп, баш тарта.[9]. Ләкин хәҙерге бер рәсми сығанаҡ та бындай осрашыу фактын раҫламай[10].
Чанд иң яҡшы һинд хоккейсыларының береһе булыуында ҡарамаҫтан, 1948 йылдың йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыуҙан баш тарта. 1951 йылда хоккейсы карьераһын тамамлай[9].
Өс Олимпия уйындарында 12 матч үткәрә, 40 туп индерә(бер уйында уртаса 3,33). Бер уйындың һөҙөмтәлелеге буйынса рекорды элеккесә Чандта: 1932 йылдың 11 авгусында АҠШ йыйылма командаһы ҡапҡаһына 8 туп индерә (24:1).
Чанд — өс тапҡыр олимпия алтын миҙалын отҡан ете һинд хоккейсыларҙың береһе (Ричард Аллен, Фрэнсис Ранганатхан, Балбир Сингх, Лесли Клаудиус, Рандхир Сингх Джентл, Удхам Сингх).
1926—1948 йылдарҙа 570 туп индерә. Үлән хоккейы тарихында иң яҡшы уйынсыларҙың береһе тип иҫәпләнә. Үҙенең тупты шәп контролләүе өсөн Тылсымсы ҡушаматын ала[11][12].
1956 йылда хәрби хеҙмәтенән майор званиеһында отставкаға сыға[7]. 60-сы йылдарҙа Патиала Милли спорт институтында уҡыта[13].
Ғүмеренең Һуңғы көндәрен фәҡирлектә һәм билдәһеҙлектә үткәрә.
1976 йылдың 3 декабрендә Дели ҡалаһында ярлылар өсөн дауаханала эсәктәр шеше ауырыуынан вафат була[9].
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡустыһы Унитар Сингх (1908—1977)[14] — үлән хоккейы буйынса ике тапҡыр олимпия чемпионы, Чанд менән 1932 һәм 1936 йылдарҙа Олимпидала Һиндостан йыйылма командаһы составында бергә уйнай.
Улы Ашок Кумар (1950 тыу.)[15] 1972 йылда Мюнхенда йәйге Олимпия уйындарында бронза миҙалы яулай.
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һиндостанда 29 август, Чандтың тыуған көнө хөрмәтенә арнап, Милли спорт көнө билдәләнә.
Нью-Дели үҙәгендәге Раджпах проспектында үлән хоккейы уйындарын үткәреү өсөн Милли стадион Дхиан Чанд исемен йөрөтә. Ул 1933 йылда төҙөлә һәм 2010 йылда реконструкциялана. 16 200 тамашасыны һыйҙыра. Стадионға алдында хоккей формаһында, сәкән тотҡан Чандҡа һәйкәл ҡуйылған.
Алигарх мосолман университетының ятағы уның хөрмәтенә аталған[16].
Чандҡа тағы бер һәйкәл Сипри тауындағы Джханси ҡалаһында ҡуйылған.
1980 йылда Һиндостан Чанд портреты төшөрөлгән почта маркаһы сығара.
2012 йылда Лондонда үткән йәйге олимпия уйындары осорона махсус «Олимпия легендалар картаһы» буйынса станцияларҙың береһе Чанд хөрмәтенә атала. Билдәле алты хоккейсы, шулай уҡ өс һинд Лесли Клаудиус һәм Унитар Сингх менән бер рәттән, ул да бындай хөрмәткә лайыҡ була.
Һиндостанда спорт буйынса ҡаҙаныштар өсөн иң юғары награда булып премия Дхиана Чанда[en] тора. Ул 2002 йылдан алып спорт карьераһында һәм пенсияға сыҡҡандын һуң спортҡа өлөш индергән, спорт эшмәкәрҙәренә тәғәйләнә.
2018 йылда Һиндостанда Лондонда үткән Олимпидала Һиндостан йыйылма үлән хокейы командаһының сығыштары мотивы буйынса «Алтын» исемле нәфис фильм төшөрөлә. Дхиан Чанд, Кунал Капур башҡарған хоккейсы Самрат роленың прототибы була.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://www.sports-reference.com/olympics/athletes/ch/dhyan-chand-1.html
- ↑ 2,0 2,1 2,2 http://sports.rediff.com/report/2010/aug/28/remembering-hockey-legend-dhyan-chand-magician.htm
- ↑ 3,0 3,1 http://www.iloveindia.com/sports/hockey/players/dhyan-chand.html
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Olympedia (ингл.) — 2006.
- ↑ Dhyan Chand // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ http://www.sports-reference.com/olympics/athletes/ch/dhyan-chand-1.html
- ↑ 7,0 7,1 Dhyan Chand | Indian hockey player (ингл.). Encyclopedia Britannica. Дата обращения: 8 февраль 2020.
- ↑ 8,0 8,1 Dhyan Chand Bio, Stats, and Results (ингл.). Olympics at Sports-Reference.com. Дата обращения: 8 февраль 2020. Архивировано из оригинала 3 май 2010 года.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 Дхиан Чанд – волшебник хоккея на траве | India Daily . indiadaily.ru. Дата обращения: 8 февраль 2020. 2020 йылдың 22 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ When Dhyan Chand & Co defied Hitler . India Today. Дата обращения: 9 февраль 2020.
- ↑ Find out about India's hockey wizard, bbc.co.uk.
- ↑ National Sports Day: PM Narendra Modi pays tribute to Major Dhyan Chand on birth anniversary, Indian Express (29 August 2017).
- ↑ January 2005 Bulletin . www.bharatiyahockey.org. Дата обращения: 1 апрель 2020.
- ↑ Roop Singh Bio, Stats, and Results | Olympics at Sports-Reference.com . web.archive.org (17 апрель 2020). Дата обращения: 7 июнь 2020.
- ↑ Ashok Kumar Bio, Stats, and Results | Olympics at Sports-Reference.com . web.archive.org (18 апрель 2020). Дата обращения: 7 июнь 2020.
- ↑ Aligarh Muslim University || Halls . Дата обращения: 1 март 2020. Архивировано 11 сентябрь 2016 года.