Дятлов Анатолий Степанович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тикшерелгән мәҡәлә
Анатолий Степанович Дятлов
укр. Анатолій Степанович Дятлов
Дятлов Анатолий Степанович.jpg
Тыуған көнө 3 март 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Көнсығыш Себер крайының Сухобузимский районы Атаманово ауылы
Вафат булған көнө 13 декабрь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (64 йәш)
Вафат булған урыны Украинаның Киев ҡалаһы
Гражданлығы Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРУкраина Украина
Эшмәкәрлеге физик-ядерщик
Наградалары һәм премиялары
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Дятлов Анатолий Степанович (3 март 1931 йыл13 декабрь 1995 йыл) — инженер. Чернобыль атом электр станцияһында һәләкәт мәлендә ЧАЭС-тың 2-се сиратын файҙаланыу буйынса баш инженерҙың урынбаҫары. СССР Юғары Суды ҡарары менән 1987 йылда ЧАЭС-тағы аварияла ғәйепле тип табыла һәм ун йылға төрмәгә хөкөм ителә, шуларҙың 3 йылын һәм 9 айын ултыра. Чернобыль аварияһында үҙенең ғәйебен ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем инҡар итә. Һәләкәт сәбәптәренә үҙ ҡарашын белдереп, «Чернобыль. Как это было» тигән китап яҙа[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Анатолий Степанович Дятлов 1931 йылдың 3 мартында Көнсығыш-Себер крайының[2] Сухобузимский районы Атаманово ауылында тыуған. Атаһы — Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы, Енисейҙа бакенщик (бакендар янында һаҡсы) булып эшләй. Әсәһе — йорт хужабикәһе[3].

Ете класты тамамлағас, Норильск тау-металлургия техникумының электротехника бүлегенә уҡырға инә. 1950 йылда отличие менән диплом алып, һөнәре буйынса СССР Урта машиналар эшләү министрлығы предприятиеларының береһендә өс йыл эшләй. Артабан Мәскәү инженер-физика институтына уҡырға инә, унда «автоматика һәм электроника» һөнәре буйынса инженер-физик квалификацияһын һәм отличие менән диплом ала[4].

Йүнәлтмә буйынса Амурҙағы Комсомольск ҡалаһындағы Ленин комсомолы исемендәге суднолар эшләү заводына ебәрелә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген өлкән инженер вазифаһында башлай, һуңынан физика лабораторияһы начальнигы һәм атом һыу аҫты кәмәләренең төп энергетик ҡоролмаһын тапшырыу буйынса өлкән механик була. Суднолар эшләү заводында 14 йыл хеҙмәт һалғандан һуң, 1973 йылда ғаилә хәле буйынса төҙөлөп ятҡан Чернобыль АЭС-ына күсергә мәжбүр була[5][6].

Реактор цехы начальнигы урынбаҫары вазифаһында эш башлап, карьера баҫҡысынан станцияның баш инженерының эксплуатация буйынса урынбаҫарына тиклем күтәрелә. «ВМ» тибындағы 40-ҡа яҡын реакторҙы йыйыуҙа, ҡуйыуҙа һәм һынауҙа ҡатнаша, улар ЧАЭС-тағы каналлы ҙур ҡеүәтле «РБМК» реакторҙарынан ныҡ айырылған була. Шуға ла Дятлов, көнөнә 10 сәғәт эшләп, нәҡ ошо реакторҙарҙы әүҙем өйрәнә башлай[4][7].

Чернобыль АЭС-ында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1986 йылдың 26 апреленә ҡаршы төндә Чернобыль атом электр станцияһында һәләкәт була. Был мәлдә А. С. Дятлов үҙенең эш урынында — дүртенсе энергоблоктың идара итеү пультында — була һәм операторҙарҙың эшмәкәрлеге менән етәкселек итә. Шулай уҡ тап ул «турбогенераторҙың сығыуы» режимын һынау өсөн яуаплы була, был станцияға электр биреү туҡтаған хәлдә генератор роторының инерцион әйләнешен технологик насостарҙы электр менән тәьмин итеү өсөн ҡулланырға мөмкинлек бирә[8][9][10].

« 1986 йылдың 26 апрелендә төнгө бер сәғәт егерме өс минут ҡырҡ секундта ЧАЭС-тың 4-се блогының смена начальнигы Александр Акимов, энергоблок планлаштырылған ремонтҡа туҡтатылғанға тиклем үткәрелергә тейеш эштәр тамамланғас, реакторҙы һүндерергә ҡуша. Команда тыныс эш шарттарында бирелә, үҙәкләштерелгән контроль системаһы реактор йәки хеҙмәтләндереү системалары параметрҙарының тайпылыуы тураһында бер генә авария йәки иҫкәртеү сигналын да теркәмәй. Реактор операторы Леонид Топтунов, АЗ төймәһенән осраҡлы хаталы баҫымдан һаҡлаған ҡапҡасты алып, төймәгә баҫа. Был сигнал буйынса реакторҙың идара итеү һәм һаҡлау системаһындағы (СУЗ) 187 стержень аҫҡа, әүҙем зонаға хәрәкәт итә башлай. Мнемотаблола яҡтыртыу лампочкалары яна һәм стержендар торошон күрһәтеүсе уҡтар хәрәкәткә килә. Александр Акимов, реактор менән идара итеү пультына яртылаш боролоп торған хәлдә, быны күҙәтә һәм шулай уҡ АР балансының боҙолоу индикаторҙары «ҡуяндарының» «һулға тайпылыуын» күрә (уның һүҙҙәре), был нәҡ шулай булырға тейешле һәм реактор ҡеүәтенең кәмеүен аңлата. Бынан һуң ул эксперимент барышын күҙәткән хәүефһеҙлек панеленә борола.

Әммә артабан иң көслө фантазия ла алдан әйтә алмаҫ хәл була. Бер аҙ кәмегәндән һуң реакторҙың ҡеүәте ҡапыл артҡанда-арта башлай, авария сигналдары тоҡана. Л. Топтунов ҡеүәттең авария хәлендә артыуы тураһында ҡысҡыра. Тик ул бер ни ҙә эшләй алмай. <...> Хәҙер аңлашыла: АЗ төймәһенә баҫҡандан һуң бер нәмә лә ҡылып булмаған, ҡотолоу-ҡотҡарыуға ла өмөт ҡалмаған була.

                                                                                           — А. С. Дятлов[3]
»

Атап әйткәндә, һынау контролдән сыға, дүртенсе реактор идараһыҙға әйләнә. Ядро шартлай, графит асыҡ һауала ҡала, һәм меңәрләгән радиоактив өлөшсәләр объекттың шартлаған ҡыйығы аша шлейф рәүешендә тышҡа оса. Дятлов һүҙҙәренсә, төн уртаһына ул станция территорияһында реактор графитын таба — бынан ул реакторҙың емерелгәнлеген тулыһынса аңлай. Был турала шунда уҡ етәкселеккә хәбәр бирә, әммә уның һүҙҙәре иғтибарһыҙ ҡала[3].

26 апрелдә, станцияның башҡа хеҙмәткәрҙәре кеүек үк, Дятлов та ҙур доза — кәм тигәндә 550 бэр нурланыш ала[3]. Радиация менән ағыуланыуҙың тәүге билдәләре күренгәс, уны Мәскәүҙәге 6-сы махсус дауаханаға оҙаталар, унда хеҙмәттәштәре менән бергә киҫкен нур ауырыуынан дауалана. Аяғындағы радиоактив яралар һауыҡҡандан һуң, ул йөрөргә яңынан өйрәнә[11].

Чернобыль атом электр станцияһындағы һәләкәт буйынса асылған енәйәт эшен ҡараған беренсе суд ултырышы 1987 йылдың 7 июлендә Чернобыль мәҙәниәт йортонда башлана. Был эш буйынса бөтәһе 40 шаһит һәм туғыҙ зыян күреүсе үтә. Ғәйепләнеүселәр эскәмйәһендә ЧАЭС-тың алты хеҙмәткәре, шул иҫәптән Дятлов та була. Уларға Енәйәт кодексының өс статьяһы буйынса ғәйепләү белдерелә: «Вайымһыҙлыҡ», «Хеҙмәт вазифаһынан артыҡ файҙаланыу» һәм «Шартлау хәүефе булған предприятиеларҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу». Суд тикшереүе һөҙөмтәһендә барлыҡ алты хеҙмәткәр ҙә аварияла ғәйепле тип табыла[12]. Анатолий Дятлов, 10 йылға иркенән мәхрүм ителеп, дөйөм режимлы колонияла тотолоуға хөкөм ителә һәм Украина ССР-ы Полтава өлкәһенең Крюково ҡасабаһына оҙатыла[13].

Үҙенең, төрлө ойошмаларҙың, дуҫтарының, А. Д. Сахаровтың һәм Е. Г. Боннерҙың күп инстанцияларға бихисап мөрәжәғәттәре Дятловҡа нур ауырыуы арҡаһында ваҡытынан алда иреккә сығырға ярҙам итә. Артабан, 1991 йылдан башлап, йылына ике тапҡыр Мюнхендың тән бешеүен дауалау үҙәгендә була. Шулай уҡ ул төрлө инстанцияларға, шул иҫәптән МАГАТЭ-ға күп тапҡырҙар мөрәжәғәт итә: аварияның сәбәбе «РБМК» реакторының ядро хәүефһеҙлеге талаптарына тап килмәүен иҫбатларға тырыша. Бер үк ваҡытта «Чернобыль. Как это было» китабы өҫтөндә эшләй, ул авторҙың вафатынан һуң ғына баҫылып сыға [14]. Унда Дятлов Чернобыль атом электр станцияһы төҙөлөшөндә ҡатнашыуын, һуңғы һынауға әҙерләнеүҙәренн, дүртенсе блоктағы аварияны, уның сәбәптәре тураһында төрлө комиссияларҙың һығымталарын, суд хөкөмөнән һуң колонияла булыуын һәм ЧАЭС персоналын реабилитациялау буйынса тырышлығын анализлай. Шулай уҡ журналистарға, шул иҫәптән сит ил хәбәрселәренә бер нисә интервью бирә[15][16].

Анатолий Степанович Дятлов 1995 йылдың 13 декабрендә 65-се йәшендә йөрәк өйәнәгенән вафат була. Киевта ерләнгән [17].

Эшмәкәрлегенә баһа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дятловҡа ҡарата хеҙмәттәштәренең мөнәсәбәте төрлөсә була, әммә уны башлыса фекерен туранан-тура әйтеүсе һәм яуаплы хеҙмәткәр, ҡул аҫтындағыларға ҡарата ҡаты һәм талапсан тип билдәләйҙәр[18].

« Анатолий Степанович бөтә мәсьәләләргә йыш ҡына дөйөм ҡабул ителгәнгә тап килмәгән үҙ ҡарашлы кеше ине. Уның талаптары ҡәтғи булһа ла, аралашыуҙа үҙе аяуһыҙ булманы, компетенцияһы буйынса яуаплылыҡ алыуҙан һәм бының өсөн яуап биреүҙән ҡурҡманы, әммә башҡаларҙың һай белеме, түбән оҫталығы һәм һөнәрен тейешенсә белмәүе өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға йыйынманы.
                                       - Украинаның ядро хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт инспекторы А. В. Крят[3]
»
« Анатолий Степанович эштәге илке-һалҡылыҡҡа, бигерәк тә уны алдап, ялғанларға маташыуҙарға түҙә алмай. Бындай хәлдәрҙә һөйләшеүҙә ул шунда уҡ әңгәмәсеһенең исеме һәм атаһының исеменә күсә, һәм ғәйепле бынан һуң эштең үтәлеше тураһында унан һорау ун тапҡырға йышыраҡ һәм ҡатыраҡ буласағын, ә үҙенә бығаса булған ышаныстың оҙаҡҡа юғалыуын аңлай.
                               - Украинаның Ядро һәм радиация хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт ғилми техник үҙәге 
                                 директоры урынбаҫары В. В. Ломакин[3]
»
« Чернобылға эшкә күскәс, уның артынан башҡа комсомолдар ҙа (Крят, Паденок, Ситников, Чугунов, Шульгин) килде. Припять ҡалаһында беҙ яҡташтар булып, ғаиләләр менән аралашып йәшәнек. Үҙемде Дятловтың дуҫы инем тип әйтә алмайым, бары Ситников ҡына уның менән бик яҡын, дуҫтарса мөнәсәбәттә булғандыр. Дятлов аралашыуҙа ауыр кеше ине, тура, һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булды һәм уны начальнигының теләге буйынса бер ҡасан да үҙгәртмәне, үҙенекенә ышандырырға тырышты, ахыр сиктә ризалашмай буйһонғанда ла үҙ фекерендә ҡала ине. Ул шулай уҡ үҙенең ҡул аҫтындағыларҙың фекеренә лә бигүк ҡолаҡ һалманы. Билдәле булыуынса, бындайҙарҙы кешеләрҙең барыһы ла яратып бөтмәй. Бер ваҡыт, аҡса тураһында һүҙ сыҡҡас, һаҡлыҡ кенәгәһендә биш мең һумдан саҡ ҡына күберәк аҡсаһы барлығын әйтте. Был кенәгәнең бойондороҡһоҙ һәм ирекле булыу өсөн кәрәклеген аңлатты: «әгәр ҙә ныҡ бәйләнә башлаһалар, тотам да эштән китәм, бер нисә ай нисек тә йәшәрмен әле». Уның хатта үҙе бер ҡасан да аша атлап үтә алмағаҫ ниндәйҙер эске нигеҙе, инаныстары бар ине. Амурҙағы Комсомольск ҡалаһында уҡ Володя Власов Себерҙә тыуып үҫкәне өсөн генә түгел, ә инаныуҙарына ҡаршы эшләргә мәжбүр итеү мөмкин булмағанға Дятловты «кержак» тип нарыҡлағайны. Станция директорына йәки баш инженерға ярарға теләп, Дятловтың, хәүефһеҙлек принциптарын һанға һуҡмай, реакторҙың һаҡлағысын һүндерергә йә инструкцияларҙы боҙорға ҡушыуы ихтимал, тип әйтәләр икән, мин быға бер ҡасан да ышанмаясаҡмын.
                                    - Украинаның Ядро хәүефһеҙлеге дәүләт комитеты рәйесе В. В. Грищенко[3]
»

Кинола[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

АҠШ-тың түләүле телевидение селтәре HBO-ның «Чернобыль» мини-сериалында (2019) Дятлов ролен Пол Риттер уйнай, ә Би-би-си 2006 йылда төшөргән «Пережить катастрофу: Чернобыльская ядерная катастрофа» (ингл. Surviving Disaster: Chernobyl Nuclear Disaster) фильмында — Роджер Алборо[19].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • «Почёт Билдәһе» ордены.

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дятлов А. С. Чернобыль. Как это было. — М.: Научтехлитиздат, 2003. — 191 с. — ISBN 5-93728-006-7.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. А. С. Дятлов. Чернобыль. Как это было. Государственная корпорация по атомной энергии "Росатом". Дата обращения: 11 ғинуар 2024.
  2. Хәҙер Рәсәй Федерацияһының Красноярск крайы
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Дятлов, 2001
  4. 4,0 4,1 Higginbotham, 2019, p. 76
  5. Higginbotham, 2019, p. 77
  6. Хиггинботам, 2020, с. 101—102
  7. Хиггинботам, 2020, с. 101
  8. Scott Ingram. The Chernobyl Nuclear Disaster. — Infobase Publishing, 2005. — P. 30—35. — 100 p. — ISBN 9-781-43810-223-8.
  9. Burgan, 2018, pp. 11—16
  10. Higginbotham, 2019, p. 78
  11. Яна Вахрушева. Апрель в огне: Авария на Чернобыльской АЭС в лицах. Пятый канал (26 апрель 2020). Дата обращения: 11 ғинуар 2023.
  12. Дмитрий Писаренко. Запал Дятлова. Как проходил суд над виновниками чернобыльской аварии. Аргументы и факты (7 июль 2022). Дата обращения: 11 ғинуар 2024.
  13. Дятлов, 2003
  14. Дятлов А. С. Чернобыль. Как это было. — М.: Научтехлитиздат, 2003. — 191 с. — ISBN 5-93728-006-7.
  15. Чернобыльская авария — воспоминания А. С. Дятлова. Дата обращения: 11 ғинуар 2024. Архивировано 20 февраль 2019 года.
  16. Александр Неверов. Анатолий Дятлов. 24СМИ. Дата обращения: 11 ғинуар 2024.
  17. Хиггинботам, 2020, с. 404
  18. Хиггинботам, 2020, с. 102
  19. IMBD entry for Surviving Disaster: Chernobyl Nuclear Disaster. Дата обращения: 12 ғинуар 2024. Архивировано 7 сентябрь 2020 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]