Виссарион Васильевич Евсеев — Вёшенская станицаһының Изге Троицкий сиркәүе протоиерейы улы. 1875 йылда Дон дини семинарияһын тамамлап, 1986 йылда Павловка епархияһының Дмитриевский сиркәүе руханийы итеп тәғәйенләнә. 1877 йылда үтенесе буйынса Ҡарғын утарындағы Покровский сиркәүенә күсерелә. 1889 йылдан алып, артабан 1912-1914 йылдарҙа, М. А. Шолохов та уҡыған сиркәү-мәхәллә мәктәбендә һәм Ҡарғын ир балалар мәхәллә училищеһында Закон Божий уҡыта. Мәктәптәрҙә Закон Божий уҡытҡаны һәм пастырь хеҙмәтендә тырышлығы өсөн Виссарион Васильевич руханийы итеп күтәрелә, урындағы благочиние Советы ағзалығына кандидат итеп һайлана. Виссарион Васильевич Евсеевтың наградалары: янбашлыҡ (1892), скуфья (1908), император Александр III батшалыҡ итеү иҫтәлегенә көмөш миҙал.
Г. ЯСивоволов «Тымыҡ Дон»: прототиптар тураһында китабында Евсеев В. В. хаҡында былай тип яҙа:
Уларҙың Был станицаһында бер поп бар ине, һәм уның китапханаһы бик шәп ине. Михаил Александрович унда барып китаптар ала тоған булған. Шул рухани уны бер-ике сәғәткә үҙендә ултыртырға яратҡан — фәҡәт һөйләшеү өсөн генә! Исеме Виссарион шикелле[1].
Был фактты үҙенең иҫтәлектәрендә Шолохов Мария Петровна Шолохова ла раҫлай:
Ике рухани — отец Виссарион һәм яҡшы ғәҙәтле исемен йөрөтөүсе отец Панкратий — Сергей Платонович менән дуҫ түгелдәр, улар күптән дошманлашып йәшәгән. Үҙ-ара ла бик үк татыу булмаған улар. Арҡыры холҡло ошаҡсы кляузник отец Панкратий яҡындарын аҫтыртын ғына этлек ҡылған, украин милләтле экономка менән никахһыҙ йәшәгән тол отец Виссарион, сифилистан һуң тыңҡыш булып ҡалған, тәбиғәттән яғымлы, саманан тыш тәкәбберлеге һәм ошаҡсы холҡо өсөн благочинныйҙы яратмаған һәм уны урап үткән.
Шолоховская энциклопедия/ Колл. авторов; глав. ред. Ю. А. Дворяшин; вступ. ст. М. М. Шолохов. — М.: Издательский дом «СИНЕРГИЯ», 2013. — 1216 с.: ил. ISBN 978-5-94238-022-9