Парк 1839—1843 йылдарҙа диңгеҙсе Ф. Ф. Беллинсгаузен бойороғо буйынса эшләнә, ул был осорҙа Кронштадт портының баш командиры була[2]. 1861 йылда паркты уратып алған суйын рәшәткә төҙөлә, ә 1887 йылда ул әлеге көнгә тиклем һаҡланған яңыға алмаштырыла. 1886 йылда парк Екатеринина күпере аръяғына оҙайтыла. 1893 йылға тиклем ҡыш бульвар ябыла, ошо ваҡыттан алып аллеялар таҙартыла һәм ул халыҡ өсөн теләһә ҡайһы ваҡытта асыҡ була башлай[3]. Йыш ҡына халыҡта бульварҙы «эт бульвары» тип атайҙар, сөнки властар тыйыуға ҡарамаҫтан унда эттәрҙе йөрөтөргә яраталар[2].
1870 йылдың 11 сентябрендә паркта Ф. Ф. Беллинсгаузен һәйкәле асыла. Һәйкәлдең скульпторы И. Н. Шредер, постаментын архитектор И. А. Монигетти эшләй[4].
Парк Совет урамы һәм паркты Кронштадт Адмиралтействоһынан айырып торған Обводной канал араһында тар һыҙат булып тора. Ул Карл Маркс урамында башлана һәм Комсомол урамында тамамлана. Парк Совет күперенә сығарыусы Рошаль урамы менән икегә бүленгән. Парктың көнсығыш өлөшөндә Обводный канал аша йәйәүлеләр өсөн Елкәнле күпер төҙөлгән.