Елагин Андрей Владимирович
Андрей Владимирович Елагин | |
---|---|
Тыуған көнө | 12 декабрь 1964 (59 йәш) |
Гражданлығы | СССР Рәсәй Федерацияһы |
Эшмәкәрлеге | социаль эшҡыуар |
Наградалары һәм премиялары |
«Ватан даны өсөн» (рус. «Во славу Отечества») миҙалы |
Сайт | katarzyna.ru |
Андре́й Влади́мирович Ела́гин (12 декабрь 1964 йыл) — Рәсәй социаль эшҡыуары, Рәсәйҙә инвалид коляска етешереүсе иң ҙур шәхси компанияларҙың береһе һәм инвалид-спортсылар өсөн титан коляскаларын эшләүсе берҙән-бер булған «Катаржина» компанияһын ойоштороусы һәм уның етәксеһе.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Андрей Владимирович Елагин 1964 йылдың 12 декабрендә тыуған[1]. Юғары белемде Рәсәй дәүләт физик культура, спорт, йәштәр һәм туризм университетында «Физик культура һәм спорт» йүнәлешенең «Кешене физик реабилитациялау» махсуслаштырыуы буйынса ала[2]. 1984 йылда юл-транспорт фажиғәһендә алған йәрәхәт арҡаһында коляскала йөрөүсе инвалид булып ҡала[1].
1990 йылда Андрей Елагин инвалидтарҙың сәләмәтлеген тергеҙеү (реабилитация) өлкәһендә ҙур ғына уңыштарға өлгәшкән «Rekryterings Gruppen» швед компанияһының сәләмәтлеген нығытыу йыйындарында ҡатнаша. Нәҡ ошонда уның еңеләйтелгән инвалид коляскалары етештереү ниәте тыуа, һәм Елагин фекерҙәштәре менән Рәсәйҙә шуға оҡшаш производство ойошторорға ҡарар итә. 1995 йылда инвалидтар өсөн әүҙем кресло-коляскаларҙы камиллаштырыусы һәм етештереүсе автономлы коммерцияға ҡарамаған «Катаржина» ойошмаһына нигеҙ һала һәм уның генераль директоры була. Компанияның етәксеһе булараҡ Юрий Лужков, Дмитрий Медведев, Владимир Путин менән осраша[3][4].
Андрей Елагин шулай уҡ Стратегик инициативалар агентлығы ойошторған кәңәшмәләрҙә ҡатнаша[5], Мәскәү йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Спорт, туризм һәм ял буйынса комиссия етәксеһе урынбаҫары һәм Социаль яҡлау, ғаилә эштәре, йәштәр һәм балалар буйынса комиссия ағзаһы була. 2014 йылда Мәскәү ҡала думаһына депутатлыҡҡа үҙенең кандидатураһын ҡуя[6]. Шул уҡ йылда Мәскәү мэры янындағы инвалидтар һәм башҡа мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең эштәре буйынса координацион советы составына индерелә[1]. «Здравоохранение—2014» күргәҙмәһендә ҡатнаша[7]. 2015 йылдың 22 апрелендә Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы «Социаль страховкалауҙың проблемалары һәм уны сисеү юлдары» (рус. «Проблемы и пути решения социального страхования») ултырыштарында сығыш яһай[8].
Бүләктәре һәм премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Елагин Андрей Владимирович Рәсәй Федерацияһының сауҙагәрҙәр һәм сәнәғәтселәр йәмғиәтенең «Ватан даны өсөн» (рус. «Во славу Отечества») миҙалы менән бүләкләнгән[1].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Андрей Владимирович Елагин . Информационный портал «Шаг из круга» (24 ноябрь 2011). Дата обращения: 11 июнь 2015. 2015 йылдың 12 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Андрей Владимирович Елагин . Социальное предпринимательство России. Дата обращения: 11 июнь 2015. 2015 йылдың 12 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Медведев предложил инвалидам разработать техтребования к коляскам . РИА Новости (16 ноябрь 2011). Дата обращения: 11 июнь 2015.
- ↑ Владимир Ратманский. 11 % москвичей — люди с ограниченными физическими возможностями . Вечерняя Москва (11 декабрь 2008). Дата обращения: 11 июнь 2015.
- ↑ Технические средства реабилитации: анализ рынка, проблемы и возможности . Агентство стратегических инициатив (29 июль 2014). Дата обращения: 11 май 2015.
- ↑ Член Общественной палаты Москвы и участник гражданской инициативы «Моя Москва» Андрей Елагин озвучил основные положения своей предвыборной программы . Общественная палата города Москвы (29 июль 2014). Дата обращения: 11 май 2015. 2015 йылдың 18 май көнөндә архивланған.
- ↑ Для обеспечения программы «Доступная среда» отечественный медпром готов сделать качественный рывок . РИА АМИ (12 декабрь 2014). Дата обращения: 11 июнь 2015.(недоступная ссылка)
- ↑ Общественные слушания «Проблемы и пути решения социального страхования» . Комиссия по социальной политике, трудовым отношениям и качеству жизни граждан (22 апрель 2015). Дата обращения: 11 июнь 2015.