Елань (станица)
Станица | |||
Елань | |||
---|---|---|---|
49°36′54″ с. ш. 42°02′24″ в. д.HGЯO | |||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | ||
Федерация субъекты | Ростов өлкәһе | ||
Муниципаль район | Шолохов | ||
Ауыл биләмәһе | Вёшенское | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Нигеҙләнгән | 1699 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | 76[1] кеше (2010) | ||
Катойконим | еланцы | ||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Телефон коды | +7 86353 | ||
Почта индексы | 346284 | ||
Автомобиль коды | 61, 161 | ||
ОКАТО коды | 60 211 810 004 | ||
ОКТМО коды | 60 659 410 111 | ||
|
Елань — Ростов өлкәһенең Шолохов районы станицаһы. Вешенск ауыл биләмәһе составына инә.
2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәт буйынса халыҡ һаны 96 кеше тәшкил итә.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Елань станицаһы Дон йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан.
Район үҙәгенә тиклем ара, транспорт менән барыуҙы иҫәпкә алғанда, — 24 км[2].
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дон урамы,
- Урман урамы,
- Платов урамы,
- Тыныслыҡ тыҡрығы,
- Станица тыҡрығы.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Елань ҡаласығына нигеҙ 1699 йылда һалына[3].
Станица Дон Ғәскәрҙәре Өлкәһенең Донецк округына ингән була[4]. Дон округын бүлгәндән һуң Үрге-Дон округына инә. Революцияға тиклем станица халҡы 10 мең тирәһе кеше тәшкил итә. Станица әүҙем рәүештә сауҙа менән шөғөлләнә, атап әйткәндә, баржалар менән иген сығарып һата. Граждандар һуғышы йылдарында халҡы Үрге -Дон ихтилалында әүҙем ҡатнаша. Совет власы йылдарында станица бушап ҡала. Хәҙерге ваҡытта яҡынса 50 кеше даими йәшәй, нигеҙҙә, ҡарттар. Йәйге осорҙа халыҡ һанын аҙ һанлы дачала тороусылар тулыландыра. Станицала бер магазин бар, ул да даими эшләмәй. 2014—2015 йылдарҙа «Тымыҡ Дон» романы буйынса шул уҡ исемдәге фильмдың яңы версияһы төшөрөлә, режиссеры Урсуляк. Массовкала Ростов өлкәһенең Шолохов районы халҡы ҡатнашты. Станицаның үҙәгендә декорациялар төҙөлә, улар фильм төшөргәндән һуң тороп ҡала.
Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Елань Казак музей-мемориаль комплексы[5].
- Изге-Никольская сиркәүе[6]
- «Тымыҡ Дон» фильмы декорациялары
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Том 1. Численность и размещение населения Ростовской области
- ↑ Сравнительная таблица сельских поселений района . veshki-bazar.ru. Дата обращения: 30 декабрь 2012. Архивировано 6 ғинуар 2013 года. 2013 йылдың 6 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Станица Еланская 2010 йылдың 28 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Еланская // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(урыҫ.)
- ↑ Официальная информация от создателя комплекса в Еланской. 2015 йылдың 2 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ СВЯТО-НИКОЛЬСКАЯ ЦЕРКОВЬ СТ.