Ерҙән ситтәге тереклек
Ерҙән ситтәге тереклек | |
Ҡапма-ҡаршыһы | земной организм[d] |
---|---|
Файл:Bestaan er buitenaardse wezens.webm | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Ерҙән ситтәге тереклек (сит планеталағы тереклек) — Ерҙән ситтәге мөхиттә барлыҡҡа килгән һәм йәшәгән тереклектең гипотезаға нигеҙләнгән формаһы. Был фәнни өлкә астробиология (экзобиология) һәм ксенобиологияның, шулай уҡ ғилми фантастикала уйлап сығарылған объекттарҙың береһен тикшереү темаһы. Гипотезаларға ҡоролған бындай тереклек ябай прокариоттарҙан башлап (йәғни сағыштырырлыҡ тереклек формалары) кешелек донъяһы менән сағыштырғанда үҫештәре буйынса бик алға киткән цивилизацияларҙағы йән эйәләренә тиклемге варианттарҙы ҡарай[1][2]. Дрейк тигеҙләмәһе Галактикала Ерҙән ситтәге цивилизацияларҙың һанын билдәләү өсөн тәғәйенләнгән, кешелек донъяһына улар менән бәйләнешкә инеү мөмкинлеге бирелә.
XX быуат урталарынан Ерҙән ситтәге тормош эҙҙәрен эҙләү буйынса даими рәүештә әүҙем тикшеренеүҙәр алып барыла. Был тикшеренеүҙәр ерҙән ситтәге ағымдағы тормош һәм уларҙың тарихын, шулай уҡ ерҙән ситтә лә кешелек донъяһының булыуын асыҡлау менән шөғөлләнә. Эҙләнеү категорияһына бәйле төрлө ысулдар ҡулланыла: әйтәйек, телескоп мәғлүмәттәрен һәм өлгөләрҙе анализлауҙан[3] элемтә сигналдарфын тотоу һәм ебәреү өсөн файҙаланылған радиоға тиклем.
Ерҙән ситтәге тормош, бигерәк тә унда ла аңдың булыу концепцияһы, ер мөхитендә мәҙәни йоғонто тыуҙыра, айырыуса фәнни фантастик әҫәрҙәрҙең барлыҡҡа килеүенә йоғонто яһай. Был йылдар эсендә фәнни фантастика бер нисә теоретик идея тәҡдим итә. Күп кенә әҫәрҙәр ерҙән ситтә лә тереклектең булыу мөмкинлегенә ҡарата йәмғиәтте ҡыҙыҡһыныу уята. Ҡайһы берәүҙәр ерҙән ситтәге аңлы тереклек менән бәйләнеш урынлаштырыуҙа агрессив ысулдарҙы ҡулланыуға өҫтөнлөк бирә. Икенселәре, бындай аҙым ситтәге аңға Ерҙең ҡайҙа булыуын күрһәтәсәк һәм киләсәктә сит аңдың беҙҙең планетаға баҫып инеүе ихтимал, тигән фекерҙә ҡала[4][5].
Тәүшарт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ерҙә тормоштоң барлыҡҡа килеүе ерҙәгенә оҡшаш шарттар булғанда башҡа планеталарҙа тере йән эйәләренең барлыҡҡа килеүен раҫлай. Ерҙәге тормош мөхите генә бының өсөн тәүшарт булып тора[6].
Совет астрономы Иосиф Шкловский, спектраль G, K, M класына ҡараған (үҙенсәлектәре буйынса Ҡояшҡа яҡын булған) һалҡын һәм ярайһы уҡ тотороҡло яңғыҙ йондоҙҙар тирәләй әйләнгән планеталарҙа йәшәү өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килеүе ихтимал, тип фаразлай[7].
Башҡа йондоҙҙар системаһында планеталарҙың булыуы буйынса асыштар ситләтеп булһа ла «тере йән эйәһе йәшәй алған урында» тормоштоң барлыҡҡа килеүе өсөн уңайлы урындар булыуына күрһәтә. Хәҙерге заман астрономияһы бындай планеталарҙағы йәшәү шарттарын баһалау мөмкинлеген бирмәй, әммә киләсәктә техник мөмкинлектәр уларҙа кислородтың булыу-булмауын асыҡларға ярҙам итәсәк, бына шунда инде Ерҙән ситтә лә тереклектең булыу-булмауын беләсәкбеҙ.
Ерҙән ситтәге тереклек билдәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шыйыҡ һыу тереклек билдәләренең береһе булып тора, сөнки ул йәшәү өсөн уңайлы мөхит булып тора. Ерҙә тормош иң тәүҙә һыуҙа барлыҡҡа килгән, тип иҫәпләнелә. Юпитер юлдашы Европала һәм Сатурн юлдашы Энцеладта һыуҙың булыуы билдәле.
- Органик ҡушылмалар йәки тормош өсөн хас булған матдәләрҙең (мәҫ. углерод изотоптарының) булыуы:
- Глицин[8];
- Аммиак, метанол[9][10] — планеталар атмосфераһында бик ҡыҫҡа ғына ваҡытта «ғүмер иткән» матдәләр. Ике сәбәп һөҙөмтәһендә планеталар атмосфераһында был матдәләр бар: йә тереклек бар, йәки планета янартауҙан тора. Мәҫәлән, Марс атмосфераһында ошо матдәләрҙең булыуы Марста хәҙерге заманда тереклектең булыу ихтималлығына күрһәтә, сөнки был планета күптән инде янартау хәлендә түгел.
- Аномаль инфраҡыҙыл нурланыш[11].
- Аңлайышлы радиохәбәрҙәрҙең ебәрелеүе аңлы тормош билдәһе булып тора (ҡара. SETI@home).
- Үҫешкән технологик тормош билдәләре — йыһан масштабындағы ҡоролмалар йыһанды тикшереү барышында бер ҡасан да табылмаған.
Метеориттарҙа тереклек эҙҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Углеродлы (күмерле) метеориттарҙы тикшергәндә уларҙың составында ерҙә йәшәгән тере йән эйәләренең йәшәү эшмәкәрлеге ҡалдыҡтары булған матдәләр табыла.
Таш метеориттарҙы тикшергәндә ҡайһы берҙә уларҙа «ойошҡан элементтар» — микроскопик (5-50 мкм) «бер күҙәнәклеләрҙең» булыуы асыҡлана,
Бөгөнгө көндә был таштарҙың ерҙән ситтә барлыҡҡа килгән ниндәй ҙә булһа тере йән эйәһенең ҡалдыҡтары булыуы иҫбатланмаған. Әммә, икенсе күҙлектән ҡарағанда, был «ойошҡан элементтар» йәшәү менән бәйле юғары ойоштороу дәрәжәһенә эйә.
1996 йылдың авгусында Science журналында 1984 йылда Антарктидала табылған ALH 8400 метеоритын тикшереү тураһында мәҡәлә баҫыла. Изотоплы тикшеренеү метеориттың 4-4,5 миллиард йыл элек барлыҡҡа килеүен, ә 15 миллион йыл элек планета-ара бушлыҡҡа ырғытылыуын; 13 мең йыл элек метеорит Ергә төшөүен асыҡлай. Электрон микроскоп ярҙамында метеоритты өйрәнеп, ғалимдар унда таш булып ҡатҡан микроскопик бактерияларҙы таба, улар ҙурлыҡтары 100 нанометр булған бактериялар ҡалдыҡтарын хәтерләтә, тип фаразлайҙар. Шулай уҡ микроорганизмдар тарҡалғанда барплыҡҡа килә торған матдәләрҙең эҙҙәре табыла. Ғилми берләшмә был эште бик үк танырға теләмәй. Тәнҡитселәр билдәләүенсә, табылған бактериялар ҡалдыҡтары ерҙәге бактерияларҙан 100—1000 тапҡырға бәләкәйерәк, уларҙа хатта ДНК һәм РНК малекулалары урынлаша ла алмай. Артабанғы тикшеренеүҙәр барышында уларҙа ерҙәге биобысраҡлыҡ эҙҙәре табыла. Дөйөм алғанда, тикшерелгән өлгөләрҙе таш булып ҡатҡан бактериялар тип атау өсөн етерлек дәрәжәлә дәлилдәр юҡ, тигән һығымта яһала.
Фәнни фантастика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Уфология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ксенобиология
- Шовинизм Углеродный
- Цивилизация внеземной
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Davies, Paul. Are We Alone in the Universe?, The New York Times (18 ноябрь 2013). 20 ноябрь 2013 тикшерелгән.
- ↑ Pickrell, John. Top 10: Controversial pieces of evidence for extraterrestrial life, New Scientist (4 сентябрь 2006). 18 февраль 2011 тикшерелгән.
- ↑ Overbye, Dennis. As Ranks of Goldilocks Planets Grow, Astronomers Consider What's Next, The New York Times (6 ғинуар 2015). 6 ғинуар 2015 тикшерелгән.
- ↑ Ghosh, Pallab. Scientists in US are urged to seek contact with aliens, BBC News (12 февраль 2015).
- ↑ Baum, Seth; Haqq-Misra, Jacob; Domagal-Goldman, Shawn. Would Contact with Extraterrestrials Benefit or Harm Humanity? A Scenario Analysis (инг.) // Acta Astronautica : journal. — 2011. — Vol. 68, no. 11. — P. 2114—2129. — DOI:10.1016/j.actaastro.2010.10.012. — . — arXiv:1104.4462.
- ↑ Е. И. Блинникова. Исследования внеземной жизни Биофак МГУ
- ↑ И. С. Шкловский. Возможна ли связь с разумными существами других планет? // Разум, Жизнь, Вселенная
- ↑ New Scientist, Льюис Снайдер (США) и И-Цзэн Куань (Тайвань) 2010 йылдың 1 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Mars Express нашёл новые признаки жизни на Красной планете 2007 йылдың 27 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Метан на Марсе — признак жизни? 2005 йылдың 18 май көнөндә архивланған.
- ↑ Профессор Фриман Дайсон: искать внеземную жизнь лучше не на планетах 2010 йылдың 8 декабрь көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Джон Уиллис. Все эти миры — ваши. Научные поиски внеземной жизни = Willis Jon. All These Worlds Are Yours: The Scientific Search for Alien Life. — Альпина Паблишер, 2018. — 286 p. — ISBN 978-5-91671-849-2.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Леонид Попов. Астрономы представили рейтинги обитаемости планет и лун . Membrana (24 ноябрь 2011). Дата обращения: 26 ноябрь 2011. Архивировано 22 февраль 2012 года. 2012 йылдың 22 февраль көнөндә архивланған.