Е. Вахтангов исемендәге урыҫ академия театры
Евгений Вахта́нгов исемендәге Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы урыҫ дәүләт академия театры — Владикавказ ҡалаһындағы драма театры. Төньяҡ Кавказда иң боронғо драма театры. 1869 йылда төҙөлгән. Владикавказдың үҙәгендә, Ленин майҙаны, 3 адресы буйынса урынлашҡан.
1992 йылдан алып художество етәксеһе — Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Владимир Иванович Уваров.
Театр тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Театр 1871 йылдың 15 апрелендә М. Ю. Лермонтовтың «Маскарад» спектакле премьераһы менән асыла.
Театр менән билдәле режиссерҙарҙың, актерҙарҙың, рәссамдарҙың һәм драматургтарҙың исемдәре бәйле. Шулай, театрҙың әҙәби бүлеге мөдире булып хеҙмәт иткәндә, бында Михаил Афанасьевич Булгаков үҙенең тәүге пьесаларын яҙа һәм ҡуя. Евгений Багратионович Вахтангов үҙенең беренсе постановкаларын тормошҡа ашыра, рәссам, шағир, осетин әҙәби теленә нигеҙ һалыусы Коста Леванович Хетагуров үҙенең тәүге спектаклдәрен биҙәй. Театрҙа Мариус Петипа, Николай Рыбаков, Александр Сумбатов-Южин, ағалы-ҡустылы Адельгеймдар, Мария Савина, Павел Орленев, Константин Варламов, Владимир Давыдов кеүек күренекле актерҙар һәм театр эшмәкәрҙәре бер нисә тапҡыр сығыш яһай.
1912 йылда театрҙа тәүге тапҡыр осетин пьесаһы — Дмитрий Кусовтың «Дети гор» ҡуйыла. Ролдәрҙең береһен Евгений Вахтангов башҡара.
1996 йылда театрға Евгений Вахтангов һәм «академия» исеме бирелә.
Бинаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Театр бинаһы 1869—1871 йылдарҙа архитекторҙар С. И. Уилтон, В. О. Грозмань һәм В. Русаковский проекты буйынса төҙөлә, Федераль әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Театрҙың ике сәхнәһе бар: ҙур һәм бәләкәй. Ҙур залында 800-гә яҡын урын. Революцияға тиклем күпселек театрҙар музыкаль һәм драма театрҙарына бүленмәгәнлектән, сәхнә опера-балет спектаклдәренә лә иҫәпләнә, шуға күрә унда мобиль оркестр соҡоро бар. Шулай уҡ тамаша залы үҙенең үҙенсәлекле акустикаһы менән айырылып тора.
Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Булгаков Михаил Афанасьевич театрҙа әҙәби бүлекте етәкләй, тап ошо арҡала ул үҙенең тәүге әҫәрҙәрен яҙа башлай, улар урыҫ театры сәхнәһендә ҡуйыла һәм ҡала халҡында ҙур уңыш ҡаҙана.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Дондағы Ростовта «Русская комедия» фестивале лауреаты («Как казачки проучили казаков» спектакле) М. Шолохов буйынса
- «Теманы иң яҡшы художестволы кәүҙәләндергән өсөн» призы, 1999.
- «Островский Островский йортонда» фестивале лауреаты. 2000 йыл, Мәскәү («Василиса Мелентьева» А. Островский, һәм 2008 йылда «Банкрот» А. Островский).
Репертуарында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1. А. Н. Островский «Невольницы»
- 2. А. Н. Островский «Банкрот»
- 3. Ю. Ломовцев «Танец семи покрывал»
- 4. М. Булгаков «Танго на закате»
- 5. М. Камолетти «Ох, уж эта Анна!»
- 7. Дж. Патрик «Дорогая Памела»,
- 8. Р. Куни «Слишком женатый таксист»,
- 9. Ю. Поляков «Халам-бунду или Заложники любви».
- 10. Л. Каннингем «Прекрасные тела»,
- 11. М. Ладо «Очень простая история»,
- 12. А. Чхаидзе «В ночь перед выпуском» (для старшеклассников),
- 13. Э.Рислакки «Безобразная Эльза»,
- 14. Т. Уильямс «Стеклянный зверинец».
- 15. А. Николаи «Немного нежности»
- 17. Л. Герш «Эти свободные бабочки»
- 18. Ж.-П. Сартр «За закрытыми дверями» — малая сцена
- 19. А. Володин «Пять вечеров»
- 20. Д. Чодоров «Сосед и соседка»
- 21. Ю.Поляков «Одноклассница»
- 22. К. Хетагуров «Дуня»
- 23. В. Славкин «Вокруг света на такси» — малая сцена.
Балалар өсөн спектаклдәр:
- 1. Г. Соколова «Царевна-лягушка»,
- 2. Г. Корнелисон «Волшебные чудеса феи»,
- 3. С. Маршак «Терем-теремок»,
- 4. В. Лифшиц, И. Кичанова «Таинственный гиппопотам»,
- 5. М. Бартенев «Снегурушка»,
- 6. В. Крестовский «Волшебная роза»,
- 7. В. Илюхов "Как Настенька чуть кикиморой не стала,
- 8. С. Михалков «Три поросёнка»,
- 9. Илюхов «Молодильные яблоки».
Труппа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәйҙең халыҡ артистары:
- Владимир Уваров — художество етәксеһе — директоры,
- Валерия Хугаева,
- Вячеслав Вершинин,
Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары:
- Николай Поляков,
- Александра Турик,
- Наталья Серегина,
- Эллина Дударенко,
- Наталья Елпатова,
- Анжелика Тер-Давидянц,
Төньяҡ Осетия Республикаһы — Аланияның халыҡ артистары :
- Юрий Хафизов,
- Роман Беляев,
Төньяҡ Осетия Республикаһы — Аланияның атҡаҙанған артистары:
- Владимир Карпов,
- Попов Валерий,
- Владимир Лазаров,
Театр артистары:
- Валерий Алексеев,
- Людмила Бритаева,
- Елена Бондаренко,
- Никита Верзилин,
- Григорий Гапузов,
- Элина Захарова,
- Роберт Кисиев,
- Лолита Кокоева,
- Вероника Мартынова,
- Ангелина Ишкова,
- Григорий Кубошов,
- Елена Молодан,
- Анастасия Попова,
- Алан Тогоев,
- Сармат Токазов,
- Мария Федорович,
- Алан Цаллаев..
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сайт театра
- Владикавказское «Танго на закате» — в театре имени Евгения Вахтангова
- 140 лет — владикавказскому Академическому Русскому театру им. Евгения Вахтангова
- Академический русский театр имени Е. Вахтангова 2011 йылдың 1 август көнөндә архивланған.
- «…удалось передать сложность текста Булгакова»
- Талантливо и интересно
- Академический Русский театр им. Е.Вахтангова год своего 140-летия встречает на волне новых планов и новых премьер