Жак Вениамин Константинович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Вениамин Жак
Файл:Zhak.jpg
Исеме: Жак Вениамин Константинович
Тыуған көнө: 31.3.1905 (18)
Тыуған урыны: Рәсәй империяһы, Дағстан өлкәһе, Махачкалалағы Петровск-Порт
Вафат булған көнө: 30.3.1982
Вафат булған урыны: СССР, РСФСР, Дондағы Ростов
Гражданлығы: Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Эшмәкәрлеге: шағир, тәржемәсе
Ижад йылдары: 19231982
Йүнәлеше: социалистик реализм
Жанр: шиғыр
Әҫәрҙәре яҙылған тел: русса
Дебют: «Крутизна» шиғырҙар йыйынтығы (1926 йыл)

Вениамин Константинович Жак (31 март,1905 (18..), Петровск-Порт — 30 март, 1982, Дондағы Ростов) — рус совет шағиры.

Тормош юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бай йәһүд ғаиләһендә тыуа. 1918 йылдан алып Дондағы Ростовта йәшәй. Уның әҫәрҙәре 1923 йылда баҫыла башлай, ә 1926 йылда беренсе шиғырҙар китабы нәшер ителә. Башлыса балалар өсөн шиғырҙар яҙа, шул уҡ ваҡытта «серьёз» лирикаға ла иғтибарын бүлә. Илленән артыҡ шиғырҙар һәм тәржемәләр йыйынтыҡтары, шул иҫәптән «Про всех сразу»[1], «Мудрецы», «Кто склевал звезды»[2], «Разные разности» (1981), «Когда начинается утро» (1984) китаптарының, авторы.

Шиғырҙарҙан тыш В. К. Жак үҙ заманының яҙыусылары, шул иҫәптән В. Маяковский, Н. Островский, А. Серафимович һәм башҡаларҙың ижады тураһында мәҡәләләр яҙып ҡалдыра.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡатыны — Мария Семёновна Браиловская (1901—1995), К. Маркс исемендәге өлкә китапханаһы хеҙмәткәре.
  • Улы — Сергей Вениаминович Жак (1930—2012), техник фәндәр докторы, Көньяҡ федераль университетының механика-математика факультеты профессоры.
  • Һеңлеһе — библиограф һәм библиотека белгесе Дора Константиновна Жак (1911—2002), педагогика фәндәре кандидаты (1951), «Каталоги районной и городской библиотеки» (1957), «Система каталогов областной библиотеки» (1961), «Организация фондов и каталогов районной библиотеки» (1967), «Централизация библиотечной сети» (1983) ғәмәли әсбаптарының авторы.
  • Ҡустыһы — Давид Константинович Жак (1903—1973) Союзмашучёттың баш инженеры, статистик , «Механизация учёта заработной платы на машиностроительном предприятии» (1949), «Опыт механизации учёта в колхозах и МЦ» (1950), «Информационные материалы по механизации учёта в статистическом управлении» (1952), «Механизированная разработка материалов переписей населения СССР» (1958), «Техника работы областной библиотеки: инструкция и методические указания» (1970), «Пособия по учёту и статистике» (1934 и 1936) монографияларының һәм бик күп баҫма әҫәрҙәрҙең авторы. Эсер һәм публицист Ф. Ю. Светловтың ҡыҙы Е. Ф. Светловаға өйләнгән була; Н. Д. Солженицынаның үгәй атаһы.
  • Ҡустыһы — Мейер Константинович Жак (1901—1942), ғалим-ветеринар.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Jak VK-Memo.jpg
Памятная доска в Ростове-на-Дону
  • Дондағы Ростовтың шағир йәшәгән Чехов урамы 42-се йортта иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели Дона: Биобиблиогр. сб / [Сост. Г. Г. Тягленко]. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1976. — 288 с. — 10 000 экз.
  • Писатели Дона: Биобиблиогр. указ / [О. И. Кузина и др.]. — изд. 2-е, испр. и доп. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1986. — 416 с. — 20 000 экз.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. «Про всех сразу» (1960 г.)(недоступная ссылка)
  2. «Кто склевал звёзды» (1974) 2011 йылдың 27 декабрь көнөндә архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]



Inkwell icon - Noun Project 2512.svg Был — яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.