Жаныбар
Жаныбар — Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районындағы тау.
Жаныбар тауы Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан. Йәнтеш ауылынан 2-3 км алыҫлыҡта тора. Легенда буйынса яҡындағы ауылдарҙың береһенән ҡыҙҙар был тауға еләккә барғандар. Һыбайлы ҡаҙаҡтар килеп сыҡҡан. Улар бик йыш башҡорт ҡыҙҙарын урлап алып китер булған. Ҡыҙҙар уларҙы күреү менән ҡаса башлаған. Ҡыҙҙарҙың береһе юғалып ҡалғанмы, йә ныҡ ҡурҡҡанмы икән, ни өсөндөр тауҙың текә яғына йүгергән. Ә унда юл юҡ. Аҫта Һаҡмар йылғаһы, ләкин ул һай. Ташлы яры ла киң. Ҡыҙ сит яҡтарға, яттарға китеүгә ҡарағанда үлемде артыҡ күргәнме, иҫән ҡалырына өмөт иткәнме, бейек тауҙан аҫҡа һикергән. Ҡыҙ йылғаның ярына барып төшкән. Ҡаҙаҡтарҙың береһе уның иҫәнме, һәләк булғанмы икәнен белергә ҡая башынан аҫҡа йүгергән. Ул ҡыҙ эргәһенә төшөп еткәс, өҫтә, тау башында, ҡалған ҡаҙаҡ: «Жаны бар?» — тип һораған. Йәнәһе, йәне бармы? Шул хәлдән һуң был тауҙы Жаныбар тип атай башлайҙар.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р. З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
[[Category::«Тышҡы һылтанмалар» ҡалыбы буш]]
Был - гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ