1920 йылдың 20 авгусында Липецк өлкәһенең Уваровка ауылында тыуған.
1939 −1943 йылдарҙа Икенсе Мәскәү дәүләт медицина институтының дауалау һәм хәрби-медицина факультетында уҡый.
1943 йылдан алып 1945 йылға тиклем Бөйөк Ватан һуғышында 5-се танк армияһының 19-сы танк корпусының медицина санитар батальонында хәрби табип булараҡ ҡатнаша. Курск алышында, Прохоровка эргәһендә алышта һәм Днепр өсөн һуғышта ҡатнаша, ике тапҡыр ауыр яралана. 1944—1946 йылдарҙа Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының Баш ракета-артиллерия идаралығының Юғары хәрби курстарында уҡый.
1946 йылдан алып 1950 йыл буйынса профессор В. А. Гиляровский етәкселегендә СССР Медицина фәндәре академияһының Психиатрия институты аспирантураһында уҡый. 1950—1960 йылдарҙа Икенсе Мәскәү дәүләт медицина институтының психиатрия кафедраһы ассистенты һәм доценты вазифаһында уҡытыу эшендә.
1960—1961 йылдарҙа В. П. Сербский исемендәге Бөтә Рәсәй суд психиатрия ғилми-тикшеренеү институтында был институттың фән буйынса директоры урынбаҫары вазифаһында эшләй. 1961—1971 йылдарҙа СССР Медицина фәндәре академияһының Психиатрия институтында, 1961—1962 йылдарҙа — был институттың директоры вазифаһын башҡарыусы һәм 1962—1971 йылдарҙа — невроз һәм психоз эпидемиологияһы бүлеге мөдире вазифаларында, фәнни эштә.
Эпидемиологические исследования в психиатрии / Н. М. Жариков ; МЗ СССР. Всесоюз. науч. о-во невропатологов и психиатров. — Москва : Медицина, 1977. — 168 с.
Психиатрия : Учеб. для студентов мед. вузов / Н. М. Жариков, Ю. Г. Тюльпин. — М. : Медицина, 2000. — 539 с. — (Учебная литература для студентов медицинских вузов). ISBN 5-225-04189-2
Психиатрия : Учеб. для студентов мед. вузов / Н. М. Жариков, Ю. Г. Тюльпин. — Москва : Медицина, 2002. — 539 с. — (Учебная литература для студентов медицинских вузов). ISBN 5-225-04189-2
Судебная психиатрия : учебник для студентов высших учебных заведений, обучающихся по специальности «Юриспруденция» / Н. М. Жариков, Г. В. Морозов, Д. Ф. Хритинин. — 4-е изд., перераб. и доп. — Москва : НОРМА, 2008. — 549 с. ISBN 978-5-89123-980-7
Справочник по психиатрии / Н. М. Жариков, Д. Ф. Хритинин, М. А. Лебедев. — Москва : Медицинское информационное агентство, 2014. — 434 с. ISBN 978-5-9986-0182-8