Магнитогорскиҙың 4-се урта мәктәбен 1964 йылда тамамлай[2]. 1969 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын (МТМИ, хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты) «металдарҙы өйрәнеү, ҡорамалдар һәм металдарҙы термик эшкәртеү» һөнәре буйынса тамамлай. 1975 йылда Киев политехник институтында «Исследование возможности борирования высокопрочных чугунов с шаровидным графитом» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[3]. 2005 йылда Үҙәк ғилми-тикшеренеү институтында «Развитие теории и технологии формирования структуры и свойств покрытий на металлах в условиях ударно-фрикционного взаимодействия инструмента с поверхностью» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[4].Уның ғалим булыуында уҡытыусылары- профессорҙар Г. И. Иванцов, В Г. Пермяков һәм В. Н. Гриднев ҙур роль уйнай.