Замок манараһы (Кёнигсберг)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Замок манараһы
Административ-территориаль берәмек Көнигсберг
Дәүләт
Рәсем
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1968


Замок манараһы — Кенигсберг замогының иң бейек манараһы, Замок сиркәүенең ҡыңғырауҙар манараһы. Икенсе донъя һуғышында емерелгән, һуғыштан һуң емереклектәр шартлатылған.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1260 йылда Кенигсберг замогында башня бергфрид (оборона манараһы -цитадель) итеп төҙөлә. Һуңынан күп тапҡырҙар үҙгәртеп ҡорола һәм үҙ тәғәйенләнешен үҙгәртә.

1387 йылда манара төҙөлөп бөтә һәм ҡыңғырау манараһы сифатында ҡулланыла башлай. Башняның аҫҡы өлөшөндә тәҙрәләр тора, уларҙан өҫтә «ҡыңғырауҙар ҡаты», иң өҫтә — бер нисә оборона функцияһын үтәүсе ҡат. Манара шулай уҡ күҙәтеү өсөн дә файҙаланылған. Манараның иң өҫкө майҙанында аҫҡы ҡатта йәшәгән манара күҙәтеүсеһе йөрөгән[1].

1551 йылда манараның дүрт ҡабырғаһына ла сәғәт ҡуйғандар. 1584 йылда башняға өҫтәмә ҡат төҙөгәндәр, шунлыҡтан башняның осо һикәлтәләр менән тамамланған. Шул уҡ йылда замок сиркәүе төҙөлә башлай һәм уның төҙөлөшө 1597 йылға тиклем дауам итә. Манараға өҫтәмә ҡат төҙөгәндән һуң, уның бейеклеге 81 метрға етә һәм ул ҡаланың иң бейек ҡоролмаһы булып XVIII быуат башына тиклем ҡала.

1686 йылда башняға борғоланған флюгер ҡуйыла. Флюгерҙа Бранденбург курфюрсты Фридрих Вильгельм I (CWF) исем-шәрифтәренең баш хәрефтәре яҙылған. Король ваҡытында борғоланған флюгерҙағы инициалдар үҙгәртелмәй тора. 1688 йылда башня һигеҙ ҡырлы вышка менән тамамлана, өҫтөндәге көмбәҙе барокко[2] стилендә эшләнгән.

1864—1866 йылдарҙа башня неоготик стилдә үҙгәртеп ҡорола. 1686 йылдың борғоланған флюгеры ҡабаттан ҡуйыла. Проекттың авторы — пруссия сығышлы архитектор Фридрих Штюлер Август. 1877 йылда башня яңыртып йөҙләнә.

Замок һәм манара 1944 йылда британия авиация һөжүменән һәм 1945 йылда Кенигсбергты штурмлаған Ҡыҙыл армия тарафынан ныҡ зыянлана. Уларҙың емереклектәре һуғыштан һуң 1955 йылда шартлатыла. 1967 йылда КПСС өлкә комитетының беренсе секретары Николай Коновалов ҡарары буйынса тулыһынса һүтеп ташлана.

Хорал[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIX быуатта Кенигсбергта «Turmblasen» немец традицияһы буйынса көн һайын тынлы музыка ҡоралдарында хорал уйналған. 1628 йылдан алып манаранан көн һайын ике тапҡыр: иртән сәғәт 4-тә һәм кисен сәғәт 8-ҙә хорал яңғырарға тейеш булған. Тағы ла бер йыл үткәс, киске сәғәт 4-тә лә хорал яңғыраған. Манаранан шулай уҡ ҡала халҡы өсөн мөһим булған кешеләрҙең ҡалаға килеүе һәм янғын тураһында хәбәр иғлан ителгән.

1840 йылдан алып хорал көнөнә ике тапҡыр: иртән сәғәт 11-ҙә һәм кисен сәғәт 9-ҙа уйналған. Иртән Вульпиустың «Христос есть моя жизнь» (нем. Ach bleib mit deiner Gnade), кискеһен— Хенрих Изактың «Покой всем лесам и полям» (нем. Nun ruhen alle Wälder) музыкаһы уйналған. Капелланың дүрт музыканты хорал яңғыратыр өсөн көн һайын 240 баҫҡыстан манараға менеп-төшөп йөрөгән . Был традиция Ете йыллыҡ һуғыш ваҡытында ҡалала рус һалдаттары торған саҡта ла дауам иткән. 1935 йылда гляйхшальтунг сиктәрендә ҡала музыканттары вазифалары ҡыҫҡартыла, улар урынына гитлерюгендтың йәш музыканттары хорал уйнай. 1944 йылда британия авиацияһы ҡаланы бомбаға тотҡандан һуң, йола туҡталып ҡала.

Тергеҙеү проекттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2015 йылғы «Ҡала йөрәге» проекты буйынса Король замогы һәм манараһы тулыһынса йәки өлөшләтә тергеҙелергә тейеш. 2015 йылдың яҙында замок урынын ҡаҙа башлағандар.

Фотогалерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Замок Кёнигсберг
  • Замковая церковь (Кёнигсберг)
  • Зал московитов
  • Нижний пруд (Калининград)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Владимир Кулаков: История Замка Кёнигсберг, Издательство «Живём», Калининград 2008
  • Адольф Бёттихер: Памятники в Прушкуве. Памятники в Кенигсберге, Кёнигсберг 1897.
  • Бернард Йениз: 750 лет Калининград / Кенигсберг, Марбург 2008.
  • Бальдур Кёстер: Кенигсберг: Немецкая архитектура, Хузум 2000.
  • Дмитрий Навалихин: К вопросу реконструкции центра города Калининграда, Москва 1958.
  • Маркуш Подел: Архитектура Калининграда, Марбург 2012.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Бахтин А.П. История замка Кенигсберг. www.gako.name. Дата обращения: 16 февраль 2017. Архивировано 16 февраль 2017 года. 2017 йылдың 16 февраль көнөндә архивланған.
  2. Владимир Кулаков. История Замка Кёнигсберг. — 2008. — С. 23.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]