Йәш сағынан уҡ һәүәҫкәр концерттарҙа сығыш яһаған. 1882 йылда уның профессиональ сценала дебюты була — ул Елисаветградта «Наталка-Полтавка» операһын ҡуйыуҙа ҡатнаша[2]. Мария Константиновнаның матур тауышы (меццо-сопрано) сәхнәлә уның уңышына булышлыҡ иткән[1]. М. Л. Кропивницкий, М. П. Старицкий, Н. К. Садовский, П. К. Саксаганский, И. К. Карпенко-Карый һәм башҡалар етәкселегендәге иң эре украин труппаларында хеҙмәт иткән. 1907 йылда Н. К. Садовский менән бергә Киевта тәүге профессиональ стационар украин театрын ойоштора. Октябрь революцияһынан һуң 1918 йылда Нежинда Халыҡ театры менән етәкселек итә. 1918 йылда П. К. Саксаганский менән берлектә Киевта Халыҡ театрын (хәҙерге Львовтағы Мария Заньковецкая исемендәге Украин драма театры) ойоштороуҙа ҡатнаша.
Заньковецкая талантының сәскә атыуы уның М. Л. Кропивницкийҙың һәм һуңыраҡ Н. К. Садовскийҙың труппалары составында булыу осорона ҡарай. Тәнҡит Заньковскаяның артистик һәләтен юғары баһалаған. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургтағы гастролдәр уға ҙур билдәлелек килтергән[3].
Театр сәхнәһендә актриса Заньковецкая. 1905 йыл открыткаһы
Заньковецкая күп төрлө ролдәрҙе башҡарған. «По ревизии», «Наймычка», «Пока солнце взойдёт, роса очи выест», «Не так склалося, як жадалося» һәм башҡа пьесаларҙа уйнаған. Петербургта Зеньковская А. С. Сувориндың «Татьяна Репина» пьесаһында уңышлы сығыш яһаған[3].
Уның сәхнә хеҙмәттәрен танып 1918 йылдың июнендә гетман Павел Петрович Скоропадский Министрҙар Советы тарафынан ҡабул ителгән ғүмерлеккә дәүләт пенсияһын тәғәйенләү тураһындағы ҡарарҙы раҫлаған[4].
Т.І. Лазанська.ЗАНЬКОВЕЦЬКА Марія Костянтинівна (билдәһеҙ). Енциклопедія історії України: Т. 3: Е-Й / Редкол.: В. А. Смолій (голова) та ін. НАН України. Інститут історії України. - К.: В-во «Наукова думка», 2005. - 672 с.: іл.. Дата обращения: 1 август 2014.