Зелигенпортен монастыры

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Зелигенпортен монастыры
Административ-территориаль берәмек Пирбаум[d]
Дәүләт
Адрес Klosterhof 12; Hauptstraße 36 a; Klosterhof 9
Нигеҙләү датаһы 1242
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q1457325?
Мираҫ статусы Баварияла архитектура ҡомартҡыһы[d][1]
Рәсем
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1967
Ойошма етәксеһенең вазифаһы Abbes of Seligenpforten Abbey (Pyrbaum)[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Seligenporten[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Зелигенпортен монастыры (нем. Kloster Seligenporten) — элекке монастырь, Баварияның Пирбаум йәрминкә общинаһы территорияһында (Үрге Пфальц) урынлашҡан һәм Айхштетт епархияһына ҡарай; сиратлап ҡатын-ҡыҙ цистерциандар, визитанттар һәм цистерциан-ирҙәр орденына ҡараған ҡатын-ҡыҙҙар монастыры, ул Мәрйәм Анаға арналған һәм 1242 йылда өлкән Готфрид һәм уның ҡатыны Адельхайд фон Хоэнфельс тарафынан нигеҙләнгән; 1967 йылда тулыһынса таратылған. 1976—1979 йылдарҙа элекке монастырь сиркәүе реконструкциялана; 2003 йылда монастырь һыра ҡайнатҡысы ла реконструкциялана.

Тасуирлау һәм тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зелигенпортен монастыры Мәрйәм Ана хөрмәтенә изгеләндерелә, уға нигеҙҙе 1242 йылда зуульцбюрг ырыуынан өлкән Готфрид һәм уның ҡатыны, монастырь барлыҡҡа килгәс уның менән етәкселек итеүсе, Адельхайд фон Хоэнфельс һала. 1247 йылда «Felix Porta» монастыры («бәхетле» йәки «хәйерле ҡапҡа») цистерциан орденына индерелә, ә 1249 йылда — епископ Генрих IV фон Айхштетт тарафынан раҫлана. 1299 йылда король I Альбрехт тарафынан төп хоҡуҡтар һәм ирек ала. Тиҙҙән монастырҙы нигеҙләүсене рухани Федран алмаштыра, ул Майдбронн монастырынан күсеп килә. Готфридтың беренсе ҡатыны үлгәс, уның икенсе ҡатыны, Берта, монастырға ҡыҙы менән бергә ҡабул ителә — һәм тиҙҙән монастырь руханийы булып китә.

Монастырь урындағы халыҡ һәм абруйлы кешеләрҙең иғәнәләрен ала башлай. Мәҫәлән Альберт фон Фриккенхофен 1366 йыл да монастырға сиркәү төҙөрлөк аҡса бүләк итә, уның нәҫелдәре сиркәүҙең руханиҙары була. 1500 йылда монастырҙың 350 күсемһеҙ объекты була, уларҙа 650 крепостнойҙар һәм һалым түләүселәр 20-нән артыҡ ауылда урынлаша. Монастырь шулай уҡ (Kirchenpatronat) ете мәхәлләнең һәм һәм ике капелландың ҡурсаусыһы булып тора. 1550 йылда монастырҙың һуңғы цистериан руханийы — Анна фон Куэдорф (үлгән 1576 йылда) — монастырҙы һәм уның милкен Пфальц түрәләренән әүҙем яҡлай. Ул үҙе монастырҙа вафатына тиклем ҡалырға рөхсәт ала, уның вафатынан һуң монастырь протестант монастырына әйләнә. Зелигенпортен ул ваҡытта Үрге Пфальцта секулярлаштырылған һуңғы монастырь булып тора.

Контрреформация барышында Зелигенпортен 1625 йылда ҡайтанан католиклаштырыла: 1671 йылда уны Амбергтағы Изге Августин монастыры идаралығы аҫтына күсерәләр, ул Пресвятая Дева Мария Посещение орденынан була. Секуляризация барышында Баварияла 1803 йылда монахтар общиналары таратыла, ә элекке монастырь бинаһы һәм биләмәһе шәхси милеккә күсә. Бөгөн элекке монастырь сиркәүе — уның нефы XIII быуат аҙағына ҡарай, ә хоры XIV быуаттың беренсе яртыһына ҡарай — Зелигенпортен мәхәллә сиркәүе булып тора (Успение хөрмәтенә изгеләндерелгән). Артабанғы йылдарҙа күпселек монастырь биналары һүтелә: Урта быуаттарҙан бөгөн бары тик монастырҙың өс ҡатлы көнсығыш ҡанаты ғына һаҡланған, ул 1548 йылдағы янғындан һуң тергеҙелә һәм XVII—XVIII быуаттарҙа уға үрге ҡаттар өҫтәлә. 1931 йылда һаҡланған ҡаралтыларҙы Броннбах монах-цистерциандары биләп тора, улар 1967 йылда монастырҙы ташлап китә. 1976—1979 йылдарҙа сиркәү үҙе реконструкциялана; 2003 йылда элекке монастырь һыра ҡайнатҡысы ҡайтанан ҡорола — хәҙер уның территорияһында заманса һыра ҡайнатҡыс ойошторолған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Appel, Brun: Pfarrkirche Seligenporten, 2. Aufl. 1986 Pyrbaum.
  • Tal Einsamkeit In und. Kloster Fürstenfeld Jahre 725. Bayern Zisterzienser alten Die im. Ausstellungskatalog, Bd. 1, 1988 Fürstenfeldbruck, 340f S..
  • Dehio, Georg: der deutschen Handbuch Kunstdenkmäler, V Bayern: und Regensburg die Oberpfalz, bearb. u von Jolanda Drexler.a., 1991 München, 680—683 S..
  • Huemer, B., der deutschen Cisterzienserinnenklöster Verzeichnis (37 StMBO, 1916).
  • Krausen, Edgar, des Klöster Zisterzienserordens Die in Bayern.
  • Benz, Stefan: Das von Kloster Seligenporten Gedächtnis Gedenken Ort und als // Appl, Tobias/Knedlik, Manfred: Oberpfälzer Klosterlandschaft. Die Stifte, Oberen Kollegien und der Pfalz Klöster, 2016 Regensburg (2 und der Oberpfalz Beiträge Kultur Geschichte zur), 115—124 S..
  • Ehemalige Zisterzienserinnen-Seligenporten Klosterkirche, Regensburg : Schnell + Steiner, 2007.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]