Зелёна-Гура (станция)
Станция {{{Название}}} | |
---|---|
Файл:Dworzec zg.JPG | |
Оператор: | PKP Polskie Linie Kolejowe S.A.[d] |
Асылған: | 1871 |
«Экспресс-3» коды | 5100150 |
Викискладе | на
Зелёна-Гура (пол. Zielona Góra) — Польшаның Зелена Гура ҡалаһындағы пассажирҙар һәм йөк ташыу тимер юл станцияһы төйөнө. Был станция Польшалағы Любуский воеводствоһының Зелена-Гура ҡалаһында урынлашҡан. Зелена Гура станцияһында 3 платформа һәм 4 тимер юлдары бар. Зелена-Гура станцияһы классификация буйынса С категорияһына ҡарай, йәғни ул йыл һайын Зелена Гура ҡалаһының һәм яҡын-тирәһендәге гминаларының бер миллион өс йөҙ меңгә яҡын пассажирын хеҙмәтләндерә ала.
Польшаның Зелена-Гура станцияһын төҙөү 1871 йылда башланған була. Ул саҡта Зелена Гура ҡалаһы (нем. GrünbergGrünberg) Германия империяһы составында торған ваҡыт була. Бөгөнгө көндәге Зелена-Гура тимер юл станцияһының вокзал бинаһы XX быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән.