Зубкова Валентина Ивановна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр докторы[d]
Гражданлығы
Һөнәр төрө профессор
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 19 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (86 йәш)
Эш урыны
Тыуған урыны

Зубкова Валентина Ивановна (19 июль 1938 йыл) — юрист, енәйәт язаһы һәм шәхескә ҡаршы енәйәт проблемалары буйынса белгес; юридик фәндәр докторы (2002), Мәскәү дәүләт университетының юридик факультеты профессоры (2005); Мәскәү университетының атҡаҙанған ғилмихеҙмәткәре (2009), «Законодательство» журналының редколлегия ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Валентина Ивановна Зубкова 1938 йылдың 19 июлендә Новосибирскиҙа тыуа; 1967 йылда Томск дәүләт университетын тамамлай. 19671977 йылдарҙа СССР судтарында адвокат һәм судья булып эшләй. 1978 йылдан М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында уҡыта: юридик факультеттың енәйәти хоҡуҡ һәм криминология кафедраһында тәүҙә уҡытыусы, өлкән ғилми хеҙмәткәр һәм доцент уҡытыусыһы була.

2005 йылда Зубкова ошо уҡ факультетҡа ҡараған социаль-хоҡуҡи тикшеренеүҙәр һәм сағыштырма хоҡуҡ белеме лабораторияһында әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр була. 1982 йылда «Совет енәйәт законының профилактика функциялары» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай — юридик фәндәр кандидаты дәрәжәһен ала. 2002 йылда, инде Рәсәйҙә, «Енәйәт язаһы һәм уның социаль роле: теория һәм практика» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, юридик фәндәр докторы дәрәжәһенә эйә була. 2005 йылда уға Мәскәү дәүләт университеты профессоры исеме бирелә; 2019 йылдағы мәғлүмәт буйынса, студенттарға Европа илдәренең сағыштырма енәйәт ҡануниәтенә арналған «Сағыштырма хоҡуҡиәт: енәйәт-хоҡуҡи аспект» махсус курсын уҡый.

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Валентина Зубкова енәйәти яза мәсьәләләре һәм шәхескә ҡаршы енәйәттәргә бәйле юридик проблемалар менән шөғөлләнә:

  • «Уголовное наказание и его социальная роль: теория и практика» (2002)
  • «Осужденные и содержащиеся под стражей в России» (соавт., 2012)
  • «Уголовное законодательство европейских стран: сравнительно-правовое исследование» (2013)
  • «Исполнение уголовных наказаний в отношении несовершеннолетних по законодательству России и зарубежных стран» (2014)
  • «Преступления против личности по российскому законодательству: история, законодательство, теория и практика» (2016)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Зубкова Валентина Ивановна. Летопись Московского университета, Аналитическая служба МГУ имени М. В. Ломоносова. Дата обращения: 13 ноябрь 2019.