Иван Денисовичтың бер көнө (фильм)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Иван Денисовичтың бер көнө (фильм)
Композитор
В результате влияния работы Александр Исаевич Солженицын
Ролдәрҙә
Продюсер
Оҙайлылыҡ 104 Минут
Место действия СССР
Жанр Тюремный фильм[d], экранизация литературного произведения[d] и фильм-драма[d]
Нигеҙендә эшләнгән Один день Ивана Денисовича[d]
Нәшер ителеү ваҡыты 1970
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Режиссёр
Тәнҡитселәр баһаһы 17%[1] и 6/10[1]
Атамаһы ингл. One Day in the Life of Ivan Denisovich
Әҫәр яҙылған тел инглизсә
Сценарист
Кинооператор
Ил

«Ива́н Дени́совичтың бер көнө» (ингл. One Day in the Life of Ivan Denisovich, норв. En dag i Ivan Denisovitsj' liv) — кинофильм, Александр Солженицындың шул уҡ исемдәге повесы буйынса төшөрөлгән.

Фильм Швецияла 1970 йылда, АҠШ-та 1971 йылда күрһәтелә башлай.

Солженицын үҙе фильмды 1974 йылда ғына ҡарай ала[2].

Финляндияла продюсер Йорн Доннер фильмды 1972 йылда күрһәтеүгә сығарырға итә, тик Финляндияның фильмдарҙы классификациялау советы рөхсәт бирмәй, һәм был ҡарар 1972 йылдың 25 майында Финляндияның Юғары административ суды тарафынан раҫлана. Фин телевидениеһында «Один день Ивана Денисовича» фильмы бары тик 1994 йылда ғына күрһәтелә[3].

1972 йылда фильм BAFTA премияһына «Приз Объединённых наций» номинацияһында тәҡдим ителә[4].

Фильмды Солженицын яҙған лагерь шарттарына тура килгән Норвегияла төшөрәләр. Фильмдың сценарийы бөтөнләй тиерлек әҫәрҙең тексынан йыраҡлашмаған, бары тик геройҙарҙың ғына исемдәре, төп геройҙыҡынан тыш, бик һирәк телгә алына — сценарий авторы Роналд Харвуд бының менән сюжетҡа мөмкин тиклем дөйөмләштерелгән характер бирергә иткән.[5][6].

1976 йылдың 9 мартында француз телевидениеһының «Les dossiers de l'écran»[7] программаһында тапшырыуҙы алып барыусының : …Һеҙ үҙегеҙ, Александр Исаевич, әҫәрегеҙҙең экранлаштырылыуына нисек ҡарайһығыҙ?-тигән һорауына — Солженицын былай тип яуап бирә:

Фильмдың режиссёры һәм актёрҙары, үҙ күҙҙәре менән күрмәгән, үҙ елкәләрендә татымаған әсе лагерь тормошон, ундағы 10, хатта 25 йылға хөкөм ителгән, ҡайһы саҡ шул срокты үтә алмай вафат булған тотҡондарҙың хәлен һүрәтләүгә бик яуаплы ҡарап, үҙ алдарында торған бурысты намыҫ менән үтәгән. Лагерь тормошоноң ҡайһы бер деталдәре урынына еткерелмәгән, әлбиттә, ә быныһы инде көнбайыш иле кешеләренең совет лагерҙарын күҙ алдына ла килтерә алмауы менән бәйле, шуға күрә был деталдәр дөйөм картинаны боҙмай. Мәҫәлән, тотҡондарҙың куфайкалары бик таҙа, актерҙар артыҡ тулы кәүҙәле, ә лагерҙағы үлем менән тормош араһында йөрөгән кешеләрҙең барыһы ла йонсоу, ябыҡ, хәлһеҙҙәр. Фильмдағы баракта йылы, унда, мәҫәлән, латыш ялан аяҡ ултыра, ә совет лагерында былай ултырһаң — туңып үләсәкһең. Былар барыһы ла, ваҡ ҡына етешһеҙлектәр, ә иң кәрәклеһе- һеҙҙең көнбайыш кешеләренә совет тотҡондарының ауыр хәлен дөрөҫ итеп, етерлек дәрәжәлә аңлата алыуығыҙ.[8].

Сюжет[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фильмдың сюжеты Солженицындың повесын ҡабатлай. Фильмдағы ваҡиғалар 1951 йылда бара. Унда лагерь тормошоноң, «иң ябай совет лагеры тотҡононоң, ГУЛАГ-тың уртаса һалдатының — рус крәҫтиәне һәм һалдаты Иван Шуховтың» бер кнө һүрәтләнә. РСФСР Уголовный кодексының 58-се статьяһы буйынса хөкөмгә тарттырылған сәйәси тотҡондарҙың (улар араһында элекке Коммунистар партияһы етәкселәре, Ҡыҙыл Армия командирҙары, интеллигенттар, ябай эшсе һәм рядовой яугирҙәр бар) иртәнән алып төнгә тиклемге режим буйынса төньяҡ Ҡаҙағстандағы холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерындағы тормошо, совет лагерҙарындағы ҡаты ауыр шарттарҙа уларҙың нисек тотолоуы дөйөмләштереп күрһәтелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 One Day in the Life of Ivan Denisovich (ингл.) — 1998.
  2. Солженицын А. И. Рассказы и крохотки // Собрание сочинений в 30 томах. — М.: Время, 2006. — Т. 1. — С. 584. — ISBN 5-94117-168-4.
  3. Elonet(недоступная ссылка) (База данных Финского совета по классификации фильмов)  (фин.)
  4. Film nominations 1972 // British Academy of Film and Television Arts
  5. Marilyn Ferdinand. Nobel on Film 2008 йылдың 21 ноябрь көнөндә архивланған. // FerdyonFilms
  6. Консультантом выступил норвежец Биргер Фурусет, с 1945 по 1953 годы заключённый советских лагерей, где работал плотником и на лесоповале. Лагерь для съёмок был построен вблизи шведской границы.
  7. Выступление следовало непосредственно за показом фильма и состояло из ответов на вопросы телезрителей, которые они задавали по телефону. Вопросы сортировалось группой сотрудников телевидения, часть вопросов задавал ведущий. Выступление вызвало официальный советский протест
  8. Солженицын А. И. Выступление по французскому телевидению (9 марта 1976) // Публицистика: В 3 т. — Ярославль: Верх.-Волж. кн. изд-во, 1996. — Т. 2: Общественные заявления, письма, интервью. — С. 383. — ISBN 5-7415-0462-0.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]