Ивица Вастич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Бейеклеге/буйы 183 сантиметр
Командалағы уйын позицияһы ярым һаҡсы, нападающий
Һөнәр төрө футболсы, футбол тренеры
Ҡатнашыусы Чемпионат мира по футболу 1998[d] и Футбол буйынса 2008 йылғы Европа чемпионаты[d]
Псевдоним Genç Semih
Заты ир-ат
Лигала уйнай Чемпионат Германии по футболу[d]
Спорт төрө Футбол
Тыуған урыны
Ауырлығы 78 килограмм
Спорт командаһы ағзаһы ЛАСК[d], Сплит[d], Аустрия[d], Адмира Ваккер[d], Фёрст[d], Санкт-Пёльтен[d], Дуйсбург (футбол клубы), Штурм[d], Нагоя Грампус[d], Сборная Австрии по футболу[d] и VSE St. Pölten[d]
Рәсем
Тыуған көнө 29 сентябрь 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1][2] (55 йәш)
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Ивица Вастич (хорв. Ivica VastićIvica Vastić, 29 сентябрь 1969 йыл, Сплит) — Австрия футболсыһы һәм футбол тренеры, хорват милләтле, футболда — һөжүм итеүсе. 2009 йылда уйнауҙан туҡтаған. Австрия өсөнсө лигаһының «Вальдхофен/Ибс» клубында баш тренер булып эшләгән. «Аустрия»(Вена) юниорҙар командаһының баш тренеры булған. Һуңыраҡ, 2011 йылдың декабренән 2012 йылдың июненә тиклем, «Аустрия» беренсе командаһының баш тренеры булған. Хәҙер «Маттерсбург» командаһының етәксеһе.

Клуб карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вастич футболсы карьераһын «Юговинил» (хәҙерге «ГОШ Адриахем») һәм «Сплит» футбол клубтарында башлаған. 1991 йылда Австрияға китеп барған һәм унда «Ферст Виенну», «Санкт-Пельтен», «Адмиру/Ваккер» командалары өсөн уйнаған, ҡыҫҡа ғына ваҡыт бундеслигала «Дуйсбург» өсөн дә уйнаған.

Вастич 1994—2002 йылдарҙа «Штурм» командаһы составында уйнаған саҡта иң ҙур уңыштарға өлгәшкән. Был осорҙа ул ике тапҡыр Австрия чемпионы титулын һәм өс тапҡыр ил кубогын яулаған.

Бер сезон Японияла һәм ике тапҡыр Венаның «Аустрияһы» өсөн уйнағандан һуң Вастич Австрияның икенсе дивизионындағы «ЛАСК» клубына күскән. Бында ул ике тапҡыр дивизиондың иң шәп бомбардиры булған һәм 2006/07 сезонында клуб менән бергә Австрия Бундеслигаһына юллама яулап алған. 2007/08 сезонында клубтың иң яҡшы бомбардиры тип табылған, ул 32 матчта 13 гол индергән. 2009 йылдың йәйендә, 39 йәшендә уйнауҙан туҡтап, футболсы карьераһын тамамлаған.

2011 йылдың декабрь айында Вастич "Аустрияның"баш тренеры булып эшләй башлаған[3].

Йыйылма командалағы карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1996 йылда Вастич Австрия гражданлығына күсте һәм илдең йыйылма командаһы өсөн уйнай башланы. 1998 йылғы Донъя чемпионатында ул бөтә өс матчта уйнаған һәм бер тапҡыр гол индергән. 2005 йылға тиклем ул 46 матчта уйнаған һәм 12 гол индергән. Шунан һуң ул үҙенең халыҡ-ара карьераһын тамамлауы тураһында иғлан иткән.

2008 йылда ул үҙ майҙанында Австрия йыйылма командаһы өсөн Европа чемпионатында ҡатнашҡан. Был ярышта команданың беренсе голын ул индергән һәм континенталь футбол турнирҙарында уйнаған иң «ҡарт» (38 йәш һәм 257 көн) футболсы булған. Австрия йыйылма командаһы өсөн Вастич, барлығы 50 матчта уйнап, шуларҙа 14 гол индергән.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ивица Вастичтың ҡатыны Анни, уларҙың өс балалары бар. Өлкән улдары Антон — футболсы, Австрия йыйылма командаһы өсөн 21 йәше тулғансы уйнаған. 2013 йылда, Валерий Лобановскийҙың иҫтәлеге өсөн уҙған турнирҙа Украина командаһы ҡапҡаһына бер тапҡыр гол индереп, үҙ командаһына еңеү килтергән.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Статистика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Карьераһын күҙәтеү
Турнир Осор Матчтар Голдар
Австрия Австрия йыйылма командаһы 1996—2008 50 14
Еврокубоктар 1995—2005 42 9
Австрия Бундеслига 1991—2002, 2003—2005, 2007—2009 453 188
Германия флагы Бундеслига 1993—1994 10 0
Япония флагы Джей-лига 2002—2003 27 13
Австрия Австрия кубогы 1991—2002, 2003—2009 13 10
Австрия Беренсе лига 2005—2007 62 42
Югославия Икенсе лига 1989—1991 22 5
Барлығы карьераһында 1990-2009 679 281

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ivica Vastic // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
  2. Ivica Vastić // FBref.com (билдәһеҙ)
  3. «Аустрию» возглавил Вастич. Футбол на Куличках (22 декабрь 2011). Дата обращения: 22 декабрь 2011. Архивировано 15 март 2012 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]