Измир сәғәт башняһы
Измир сәғәт башняһы | |
төр. İzmir Saat Kulesi | |
Административ-территориаль берәмек | Измир |
---|---|
Урынлашыу | |
Бейеклеге/буйы | 25 метр |
Нигеҙләү датаһы | 1901 |
Файл:Saat Kulesi... - panoramio.jpg | |
Архитектор | Raymond Charles Péré[d] |
Архитектура стиле | Эклектика[d] |
Дәүләт | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Измир сәғәт башняһы (төр. İzmir Saat Kulesi) — Измир ҡалаһының (Төркиә) шул уҡ исемдәге районында Конак майҙанында урынлашҡан тарихи сәғәт башняһы.
Сәғәт башняһы левантийсы француз архитекторы Пер Ремон Шарль тарафынан эшләнә һәм 1901 йылда, ғосман солтаны Ғәбделхәмит II (1876—1909 йылдарҙа идара итә)[1] тәхеткә ултырыуының 25 йыллығы хөрмәтенә төҙөлә. Сәғәт үҙе Германия императоры Вильгельм II (1888—1918 йылдарҙа идара итә)[2] тарафынан бүләк ителгән була. Ҡаралты ғосман архитектураһы стилендә биҙәлгән. Башняның каркасы тимерҙән һәм ҡурғаштан эшләнгән. Уның бейеклеге 25 метр тәшкил итә. Башняның нигеҙе тирәләй дүрт фонтан (şadırvan) урынлашҡан. Колонналары мавритан стилендә эшләнгән.
Сәғәт башняһы 1983—1989 йылдарҙағы 500 төрөк лираһы банкнотының икенсе (кире) яғында һүрәтләнгән.
Ғосман империяһының элекке балҡан провинцияларында, бигерәк тә Белград, Приеполе, Сараево, Баня-Лука, Градачац һәм Подгорица кеүек хәҙерге Сербия, Босния һәм Черногория ҡалаларында оҡшаш ғосман сәғәт башнялары һаҡланып ҡалған. Улар сахат-кула (Kulesi Saat төрөк һүҙҙәренән килеп сыҡҡан, сәғәт менән башня тигәнде аңлата) исемен йөрөтәләр.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Osmanlı saat kuleleri
- ↑ İzmir’den Bir Köşe. Saat Kulesi. 2016 йылдың 10 август көнөндә архивланған.