Изотова Галина Сергеевна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы
Һөнәр төрө экономистка, сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Сәйәси фирҡә ағзаһы
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 3 май 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (64 йәш)
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре кандидаты[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының V саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d]
Әүҙемлек урыны Мәскәү ҡалаһы
Тыуған урыны
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Изотова Галина Сергеевна (3 май 1960 йыл) — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты (2007 йылдан), «„Кредит гарантиялары агентлығы“ банкка ҡарамаған депозит-кредит ойошмаһы» АЙ идара рәйесе" (рус. АО «Небанковская депозитно-кредитная организации "Агентство кредитных гарантий"»). Иҡтисад фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Галина Сергеевна Изотова 1960 йылдың 3 майында РСФСР-ҙың Вологда өлкәһенең Череповец ҡалаһында тыуған.

1977 йылдан алып 1997 йылға тиклем банк сфераһында эшләй, шул иҫәптән 1992—1997 йылдарҙа Череповецтағы АКБ «Соколбанк» Идаралағы рәйесе була[1].

1983 йылда Н. А. Вознесенский исемендәге Ленинград иҡтисади-финанс институтын тамамлай[1].

1997 йылдан алып 2007 йылға тиклем Вологда өлкәһенең финанс департаментында хеҙмәт итә, хөкүмәт ағзаһы һәм өлкә губернаторының беренсе урынбаҫары вазифаларын башҡара[2].

2001 йылда Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлай[1]. «Төбәк бюджет системаһының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ысулдары» (рус. «Методы обеспечения безопасности бюджетной системы региона») темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

2006 йылда Төньяҡ-Көнбайыш федераль округында Рәсәй Федерацияһы Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[1].

2007 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты итеп һайлана. Федерация эштәре һәм Дәүләт думаһының төбәк сәйәсәте буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары була[1].

Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡ үҫтереүгә әүҙем булышлыҡ күрһәтә. 2010 йылда Социаль эшҡыуарлыҡ сфераһында төбәк проекттар конкурсының эскперт советына керә[3]. 2012 йылдың ноябрендә «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фонды менән берлектә Түбәнге Новгород ҡалаһында Изотова «Социаль эшҡыуарлыҡ — Волга буйы федераль округында социаль мәсьәләләрҙе сисеү маҡсатындағы иҡстисади эшмәкәрлектең айырым төрө» (рус. «Социальное предпринимательство — особый вид экономической деятельности в целях решения социальных задач в ПФО») түңәрәк өҫтәл ултырышын ойоштора. Уның маҡсаты булып Волга буйының төбәктәренең, хужалыҡ итеүсе субъектарының, бизнес-элиталарҙың, йәмәғәттең иғтибарын социаль эшҡыуарлыҡҡа йүнәлтеү булып торған[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Изотова Галина Сергеевна. Дата обращения: 29 май 2015.
  2. Коптюбенко Д., Рубин М., Забавина Ю. Агентство кредитных гарантий может возглавить экс-банкир Галина Изотова. РБК (6 май 2014). Дата обращения: 29 май 2015. 2015 йылдың 30 май көнөндә архивланған.
  3. Изотова Галина Сергеевна. «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фонды. Дата обращения: 29 май 2015.
  4. Аппарат приволжского полпреда поддержит проекты социального предпринимательства в регионах ПФО (15 ноябрь 2012). Дата обращения: 30 май 2015.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]