Иммакуле-Консепсьон сиркәүе (Антиб)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Иммакуле-Консепсьон сиркәүе (Антиб)
Административ-территориаль берәмек Антиб[1]
Дәүләт
Бағышланған Дева Мария[d]
Мираҫ статусы исторический памятник классифицированный[d][1]
Рәсем
Епархия Епархия Ниццы[d]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Cathédrale Notre-Dame-de-la-Platea d'Antibes[d]
Урамда урынлашҡан Rue Saint-Esprit[d]
Файл:Cathédrale d'Antibes (Nef).jpg
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Иммакуле-Консепсьон сиркәүе (фр. église de l’Immaculée Conception), — Франциялағы Антиб ҡалаһының иҫтәлекле урындарының береһе[2]. Ҡаланың боронғо кварталдарының береһендә урынлашҡан[3].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иммакуле- Консепсьон сиркәүе француз ҡалаһы Антиб территорияһында ҡасандыр роман стилендәге, хәҙер емерелеп бөткән ғибәҙәтхана урынында урынлашҡан[4]. Иммакуле-Консепсьон сиркәүе элек Антибтың кафедраль соборы булған[5] һәм шулай 1200 йыл уртаһына тиклем дауам иткән[6]. Сиркәүҙең иҫке өлөшө XII быуат менән билдәләнә, яңы өлөшө XVIII быуатта төҙөлгән[7].

Сиркәүгә Шессель урамы (франц. Rue Chessel) йәнәш тора. Иммакуле-Консепсьон сиркәүенең фасады классик стилдә эшләнгән, ә эске интерьерҙары барокко стилендә башҡарылған[2]. Сиркәүҙең ике яруслы барокко фасады — өсмөйөшлө фронтон менән ҡыҙыл төҫтә. Сиркәүҙең фасадында түңәрәк тәҙрә урынлашҡан, ул ике пар аҡ пилястралар менән уратып алынған[4].

Сиркәү манараһы XII быуатта төҙөлгән һәм ҡарауыл башняһы функцияһын үтәгән[8]. Ул сиркәүҙән айырым тора[5]. Уны төҙөү өсөн таш ҡулланылған[9].

1515 йылда сиркәүҙы алтарь картинаһын Луи Бреа эшләй. Картинаның уң яғында XVI быуатта яһалған Христостың ағас скульптураһы урынлашҡан. Бында уҡ аҡ мәрмәрҙән эшләнгән ике изге һыу бөрккөс урынлашҡан[8].

1710 йылда собор порталын Жак Дол төҙөй[7].

Иммакуле-Консепсьон сиркәүе Антиб ҡалаһының иң билдәле иҫтәлекле урындарының береһе булып тора[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Татьяна Бурдакова, Илья Кусый, Е. Левицкая, Марк Сартан, Я. Сартан, Л. Кунявский, Юлия Ларионова, Виктория Бакир, Анна Пожидаева, Виктория Базоева, Е. Громова, Е. Меркулова. Франция. — Москва, 2012.
  • Бабкин Игорь Владимирович. ЕВРОПЕЙСКАЯ МОЗАИКА: Историко-архитектурный обзор Европейских стран. — 2011. — 552 с.
  • Илья Мельников. Справочник по Сен-Тропе. — Litres, 2017. — 276 с. — ISBN 9785457077140.
  • Rick Steves, Steve Smith. Rick Steves Provence & the French Riviera. — Hachette UK, 2018. — 555 с. — ISBN 9781641710282.