Инка музыкаһы
Инка музыкаһы |
Инка музыкаһы — Инка империяһы халҡының мәҙәни һәм дини тормошоноң бер өлөшө, ул музыка ҡоралдарында уйнау, йырлау, бейеү аша еткерелә. Инка музыкаһы — үҙенең байлығы, үҙенсәлеге һәм жанр төрлөлөгө буйынса уникаль күренеш. Боронғо музыкаль мәҙәниәтенең күп кенә үҙенсәлектәре тулыһынса юғалыуға ҡарамаҫтан, хәҙерге анд халыҡтарының музыкаһында үҙ традицияларын дауам итә. Ҡайһы бер заманса анд музыкаһы жанрҙарында боронғо ауаздар ишетелә, айырыуса тынлы һәм һуҡма (таркеада, сикури, к’анту, чокелада, чириуано, чунчу) ҡоралдарында уйнағанда.
Музыка ҡоралдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Инкалар башлыса тынлы һәм һуҡма ҡоралдарҙа уйнағандар. Тынлы ҡоралдарға төрлө төрҙәге флейталар ҡарай, уларҙы йырҙарҙы оҙатыу өсөн ҡулланалар. Бындай флейталар кена тип атала. Уларҙы төрлө ҡул аҫтындағы материалдарҙан (мәҫәлән, балсыҡтан), һирәгерәк һөйәктән йәки тимерҙән, эшләйҙәр. Шулай уҡ тарка, пинкулью һәм башҡа ҡоралдар булған. Гарсиласо де ла Вега билдәләүенсә, инкаларҙың иң яратҡан һәм популяр тынлы ҡоралы сику флейтаһы булған. Флейта бер нисә төрлө бейеклектәге көпшәнән ғибәрәт, улар бер-береһенә беркетелгән һәм төрлө тауыш сығаралар. Флейта ике өлөштән (ира һәм арка) тора, көпшәләр терция интервалында көйләнгән. Инка музыка ҡоралдары араһында һирәгерәк булһа ла һыбыҙғыны телгә алалар, уны антара ҡамышынан эшләйҙәр.
Һуҡма ҡоралдары араһында дөңгөрҙәр билдәле, улар бик үҙенсәлекле эшләнә: һауытҡа һыу һалына, һауыт ауыҙы тире менән уратыла; һыу шешә эсендә болғанып, тауыш сығара. Барабандар ҙа «ҡолаҡ ярыһы» технологияһында эшләнә. Барабандарҙа башлыса байрамдарҙа ҡатын-ҡыҙ уйнай.
Йырҙар һәм бейеүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Инкаларҙың яңғыҙ йырлана торған лирик һарауи (кечуа harawi) йыры флейта оҙатыуында (кена, кечуа qina) башҡарыла. Бейеүҙәрҙең ҡайһы берҙәре күңел асыу өсөн башҡарылһа, икенселәре культ менән бәйле. Дини байрамдар ваҡытында карнавал бейеүҙәре ойошторолған. Улар магияға бәйле: мәҫәлән, хәрби бейеүҙәрҙе ир-егеттәр ҡорал менән башҡара, бейеүҙә еңеү тантанаһы күрһәтелә. Ритуаль бейеүҙәрҙе крәҫтиәндәр башҡара, ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа. Бесән әҙерләү йәки уңыш йыйыу осоронда ла ритуаль йырҙар башҡарыла.
«Һарауи теле»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Анд ауылдарында әлеге тиклем шундай йола йәшәй — ҡыҙға ғашиҡ булған егет һөйгәненең өйө янында ошо ерҙәрҙә билдәле булған һарауиҙы флейтала уйнай. Ҡыҙ көйҙө таный һәм йырҙың һүҙҙәрен иҫләп, егеттең нимә әйтерен аңлай ала.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Пичугин П. А. Музыкальная культура андских народов. — М.: Наука, 1979. — 87 с.
- Нерсесов Я. Н. Тайны Нового Света: От древних цивилизаций до Колумба. — М.: Вече, 2006. — 320 с. — ISBN 5-9533-1458-2.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- О музыке инков . Дата обращения: 10 июль 2011. Архивировано 14 май 2012 года.
- Культура Перу . Дата обращения: 10 июль 2011. Архивировано 14 май 2012 года. 2013 йылдың 5 февраль көнөндә архивланған.
- Инка музыкаһы коллекцияһы