Иоанн Богослов сиркәүе
Православие ғибәҙәтханаһы | |
Иоанн Богослов сиркәүе
| |
Ил | Рәсәй |
Утар | Мостовой ауылы, Усть-Донецк, Ростов өлкәһе, Рәсәй |
Конфессия | Православие |
Епархия | Волгодонск һәм Сальск епархияһы |
Төҙөлөшө | 1912—1915 йылдар |
Сайт | Рәсми сайт |
Иоанн Богослов сиркәүе ― Ростов өлкәһе (Рәсәй Федерацияһы) Усть-Донецк районы Мостовой утарындағы православие ғибәҙәтханаһы. Волгодонск һәм Сельск епархияһы Усть-Донецкое благочиниеһына ҡарай. 1915 йылда төҙөлгән[1].
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мостовой утарында 15 апрелдә сиркәү төҙөү өсөн урын изгеләндерелә. Станица казактары бының өсөн 40 500 һум аҡса йыйғандар. 1914 йылда сиркәү йортоноң башына тәреләр мендереп ҡуйғандар. Киләһе йылдың 9 октябрендә сиркәү изгеләндерелә һәм рәсми рәүештә Раздор благочиниеһына беркетелә. Сиркәүҙең эске биҙәү эштәре тағы бер нисә тиҫтә йылдар буйына бара һәм бары тик 1946 йылда тамам эшләнеп бөтә[2].
1930-сы йылда Мостовой ауыл советы сиркәүҙе ябыу тураһында ҡарар сығара. Был ҡарарҙы ауыл халҡы хупламағанлыҡтан, башта сиркәүҙе япһалар ҙа, уны ҡайтанан асырға мәжбүр булғандар. Ул арала 1938 йылда ғибәҙәтхана руханийы Николай Степанович Попов НКВД тарафынан ҡулға алына һәм бар мөлкәте тартып алынып, үҙе атып үлтерелә. Шул йылдарҙағы Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм немец оккупацияһы ваҡытында сиркәү эшләүен дауам итә.
Һуғыш тамамланғандан һуң. фронтовик рәссам Иван Семенович Лагутин cиркәү стеналарына һүрәттәр яһау менән шөғөлләнә. Май айында 1947 йылдың март башында биҙәү эштәрен тамамлағас, ул фронтта алған яраларынан вафат була.
1963 йылда Никита Хрущев осорондағы дингә ҡаршы көрәш ваҡытында сиркәү ябыла, уның ҡыңғырауҙары ергә атып бәрелә, иконостасы ватыла һәм утҡа тотола. Шуға ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ сиркәү реликвияларының бер өлөшөн үҙ йорттарында һаҡлап алып ҡала. Сиркәү йорто хакимиәт тарафынан ашлыҡ һаҡлағысҡа, һуңыраҡ химикаттар складына әүерелдерелә. Янғындан һуң сиркәүҙе бөтөнләй ташлайҙар.
1970 йылда Мостовой ауылы халҡы һәм күрше станица кешеләре Михаил Александрович Шолоховҡа хакимиәт хатаһын төҙәтеүҙә һәм сиркәүҙе яңынан тергеҙеүҙә ярзам һорап үтенес хаты яҙалар. Улар сиркәүҙең колхозға ла, ауыл кешеләренә лә зыянһыҙ икәнлеген аңлаталар һәм сиркәүҙең урындағы халыҡ өсөн иң изге әйбер икәнлеге тураһында яҙалар.
Иоанн Богослов сиркәүен төҙөү өсөн халыҡ бер кемдән дә аҡса һорамай һәм үҙ көстәре менән, уның һаҡланып ҡалған әйберҙәрен кире сиркәүгә ҡайтарып , ғибәҙәтхананы аяҡҡа баҫтырырға теләүҙәре тураһында яҙалар.
Әммә Шолохов, хатта М. И. Калининға таянып эш итһә лә ,сиркәүҙе ҡайтанан тергеҙҙерергә ҡулынан килмәй.
2000-се йылдарҙа сиркәү тергеҙелә башлай. Утар халҡы йыйған аҡсаға сиркәүҙең көмбәҙҙәре тимер менән ҡаплана, ҡыңғырау манараһы тергеҙелә, бина эсендә ремонт үткәрелә. 2013 йылда хоҙайға ышаныусылар өсөн сиркәү яңынан асыла. Унда төҙөкләндереү эштәре дауам итә, шулай уҡ йорт аҙ керемле ғаиләләргә ярҙам күрһәтә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Мостовой |Церковь Иоанна Богослова . sobory.ru. Дата обращения: 24 февраль 2017.(урыҫ.). sobory.ru. 24 февраль 2017 тикшерелгән.
- ↑ Храм святого апостола Иоанна Богослова, х.Мостовой Усть-Донецкого района Ростовской области | наш приходской сайт (билдәһеҙ). mostovoj.cerkov.ru. Дата обращения: 24 февраль 2017.