Ираклий II майҙаны (Тбилиси)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ираклий II майҙаны (Тбилиси)
Административ-территориаль берәмек Тбилиси
Дәүләт
Рәсем
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Ираклий II майҙаны (груз. ერეკლე II-ს მოედანი) — Тбилисиҙа, тарихи Иҫке ҡала районындағы майҙан, Ираклий II, Чахрухадзе, Шавтели урамдары менән сикләнә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башня

Үрге майҙан (Земо) тип аталған.

Батша Ростом үҙенең резиденцияһын бында күсергәндән һуң (XVII быуат}, батша майҙаны тип атала башлай. Һарай ҡаршыһындағы майҙандың өлөшөн оҫтаханалар һәм кибеттәр, кәрәк-яраҡтар һатыу урындары, хәрби музыканттар биләй. 1795 йылда бөтәһе лә ҡаланың фарсы ҡыйралышы ваҡытында юҡҡа сыға

Грузия Рәсәйгә ҡушылғандан һуң (1801), 1809 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1870 йылда) майҙанда губернатор һарайы бинаһы төҙөлә һәм майҙан Губернатор майҙаны тип атала. Губернатор резиденцияһы һаҡланып ҡалған, хәҙер бизнес-үҙәк итеп яңынан төҙөлгән. Бында Б. Иванишвилиның «Грузин хыялы» партияһының штаб-фатиры урынлаша.

XIX быуаттың дүртенсе сирегендә бында Грузия православие сиркәүе иерархтарының резиденцияһы урынлаша һәм майҙан Экзаршеский исемен йөрөтә башлай[1].

Совет осоронда — Август Бебель майҙаны[1].

1956—1957 йылдарҙа археологик ҡаҙыныуҙар майҙанда дүрт мәҙәни ҡатлам аса, уларҙың иң боронғоһо V быуатҡа ҡарай.

Иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иоселиани П. И., Описание древностей города Тифлиса, Тфл., 1866

გარეგანი სახე XVIII საუკუნეში, თბ., 1965;

ბერიძე თ., ქსე, ტ. 4, გვ. 181, თბ., 1979

ენციკლოპედია «თბილისი». 2002

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Сергей Анисимов Кавказский край. Путеводитель. ГИЗ: М-Л. 1927

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ერეკლე II-ის მოედანი (груз.)