Ишембай нефть ятҡылығын тикшереүҙең төп һөҙөмтәләре һәм бурыстары (Основные итоги и задачи разведки Ишимбаевского месторождения нефти)[1] - билдәле инженер-геолог Алексей Александрович Блохиндың мәҡәләһе.
А. А. Блохин — Ишембай нефть ятҡылығын асыусы (1929—1932) нефтсе-геолог. Мәҡәлә 1934 йылда «Нефтяное хозяйство» журналының 6-сы һанында (7-се бит) донъя күргән. Мәҡәлә академик И. М. Губкиндың инеш һүҙе менән башланып китә.
Мәҡәләлә геолог Волга-Урал буйында нефть эҙләүгә бәйле бер аҙ тарихи мәғлүмәт бирә, Ишембай нефть ятҡылығын тикшереү һөҙөмтәләре тураһындағы мәғлүмәт менән уртаҡлаша, был ятҡылыҡтың киләсәген күҙаллай.
Стәрлетамаҡ өйәҙе Ишембай һәм Көҫәпҡол ауылдары янында нефть ятҡылыҡтарын өйрәнеү тарихы 1768—1770 йылдарҙағы академиктар П. С. Паллас, И. С. Лепёхиндың Башҡортостандағы экспедицияларынан башлана. XIX быуат аҙағында геолог В. И. Меллер, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы А.ф. Дубинин, 1904—1905 йылдарҙан 1917 йылға тиклем геологтар А. П. Иванов һәм Ф. И. Кандыкин, эшҡыуар А. И. Срослов, инженер Н. С. Ставровский, геолог А. Н. Замятин Ишембай янында геология разведкаһы эштәрен башҡара һәм был территорияны өйрәнеү өсөн ҡаҙнанан аҡса һорап мөрәжәғәт итә, тик ыңғай яуап булмай[2].
1929 йылдың майында тау эштәре бүлеге начальнигы Ф. Н. Курбатов башҡарылған эштәргә анализ яһап, Башҡортостан хөкүмәтенә мөрәжәғәт итә. Башҡортостан совнархозы ГИНИ (Государственный исследовательский нефтяной институт) һәм Геология комитетына Башҡортостанда нефть разведкалауҙы һорап хат яҙа[2].
1929 йылда Чусовая йылғаһы буйында көтөлмәгәндә нефть фонтан урғылғас, тип яҙа А. А. Блохин, академик И. М. Губкин тәҡдиме буйынса ГИНИ Ишембай ятҡылығын тикшереү өсөн өс геологтар партияһын ебәрә. Уларҙың береһен инженер-геолог А. А. Блохин етәкләй.
Алексей Блохин минең партиямда В. И. Носаль эштәр башҡарыусы, Л. М. Афанасьев коллектор булды, тип яҙа һәм Ишембай-Стәрлетамаҡ янындағы ерҙәрҙе геология күҙлегенән һүрәтләй.
«Геологик төҙөлөшө» тип аталған икенсе бүлектә геолог Ишембай ауылына яҡын ерҙәрҙәге нефть ятҡылыҡтары тураһында фекер йөрөтә. Смаҡай ауылы яғынан Ағиҙелгә табан һуҙылған тәрән Йырмыҙғол соҡоронан Ағиҙелгә нефть ҡатыш һыу ағып ятыуын һүрәтләй. Бынан тыш Бельский менән Весёлый утарҙары араһында Ағиҙелдең уң яҡ ярынан да ошондай нефть ҡатыш тәбиғи һыу сығанаҡтары осрай, тип яҙа. Смаҡай янындағы «Смаҡай» (Буҙайғыр?) шишмәһенең уң яҡ яры буйлап Тәйрүккә ҡойған ерендә, гудронлы ҡомташ табылды, тигән мәғлүмәт тә бирә.
«Уң яҡ ярҙа» тип аталған бүлектә Блохин тәүге нефть фонтанын биргән 702-се скважина тураһында ентекләп яҙа. Ул дүртәр сәғәт һайын 10 минут буйы 3-4 т нефть фонтаны бирә, эксплуатацияға тапшырылғас, был скважинан нефть насос менән һурҙырыла башлай. Мәҡәләлә башҡа скважиналарға ла характеристика бирелә, яҙмалар карталар, таблица, схемалар менән тулыландырыла.
Мәҡәләнең «Һул яҡ ярҙа» тигән өлөшөндә геолог башҡарылған эштәр тураһында төплө дәлилдәр килтереп яҙа, һәр бер скважинаға характеристика бирә. Аллағыуат, Ишембай, Көҫәпҡол, Бурансы, Покровский ауылдары араһындағы скважиналар бик өмөтлө булыуын күрһәтә. Был территорияны ентекле өйрәнеү кәрәк тип айырып яҙа. 1933 йылда барлығы 21 162 тонна Ишембай нефте табылһа, алдағы йылдарҙа был күрһәткес, артабан үҫәсәк тип белдерә (1934 йылда Ишембай-Өфө тимер юлы төҙөлөү нефть сығарыуҙы арттырыусы этәргес була)[2].
Бынан тыш, бырауланған скважиналар һул яҡ ярҙа газдың уң яҡ ярҙағынан күберәк булыуын күрһәтә (Ишембайҙа 1941 йылда 5 урамға газ үткәрелә, 1943 йылда ҡала янындағы ҡасабаларға электр тогы бирелә). А. А. Блохин мәҡәләһендә Ишембай нефте- парафин һәм асфальтен ҡатнаш ауыр нефть, уны эшкәртеү еңел булмаҫ,тип үҙ фекерен белдерә.
Нефттән тыш, Блохин был ерҙәрҙә гипс, эзбизташ, ҡомташтың ҙур ятҡылыҡтары барлығы тураһында яҙа.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Волга аръяғы, Урал, Себер яҡтарында нефть эҙләргә бер нисә партия нефтсе-геолог ебәрелә. Бер Ишембайға (1940 йылдан ҡала статусы бирелә) ғына Төнъяҡ Кавказ һәм Бакуҙан 700 кеше нефть разведкаларға килә. А. А. Блохин Мәскәүҙән Ишембайға ебәрелә. 1942 йылда ул Ишембай ҡалаһында йөрәк сиренән вафат булып ҡала. Алексей Александрович Блохин Ишембай ҡалаһына нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә. Ҡалалағы иң тәүге урамдарҙың береһенә Алексей Блохин исеме бирелгән.