Ишкилдин Александр Семён улы
Ишкилдин Александр Семёнович (башҡ. Ишкилдин Дәүләтхажи Сиражетдин улы 1918 — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия кесе лейтенанты, взвод командиры.
Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дәүләтхажи Сиражетдин улы (йәки Александр Семёнович) Ишкилдин 1918 йылда (икенсе мәғлүмәт буйынса: 1922 й.[1]), милләте буйынса башҡорт[2]. Салауат Щербаковтың ҡартатаһы — Ишкилдин Сиражетдин[3], Башҡорт АССР-ының Ҡыпсаҡ кантоны Бөрйән-Ҡыпсаҡ улусы (1922 йылдың 5 октябренән — Йылайыр кантоны составында, 1934 йылдан — яңы булдырылған Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы биләмәһенә ингән Ҡолсом ауылында (рус. Cаракташский район, д.Кульчумово) йәшәгән. Дәүләтхажиға ете йәш булғанда әсәһе, туғыҙ йәшендә — атаһы вафат булған. Етемлектә ҡалған үҫмер Чкалов өлкәһе Троицкий районы (хәҙер — Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы) Разномойка ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнгән, шунда уны Александр исеме менән йөрөтә башлайҙар[4].
Әммә үҙенең ысын исеме Дәүләтхажи[3] икәнен һәм тыуған ғаиләһе тарихын белгән.
Һуғыштан ҡайтҡас, Мәскәүҙә электротехника техникумына уҡырға инә һәм баш ҡалала йәшәргә ҡала.
Хәрби хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Александр Ишкилдин 1941 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына алына.
377-се айырым мина-сапёр батальоны яугире Көньяҡ-Көнбайыш һәм Сталинград фронттары составында һуғыша.
1944 йылдың көҙөндә 2-се Балтик буйы фронты составында Латвияны азат итеү буйынса хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Ҡаты яралана.
Минёрҙар отделениеһы командиры кесе лейтенант Александр Ишкилдин «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән[5][6][7].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы[8][9][10].
- Миңлеғәле Шайморатов миҙалы [11][12].
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Александр Мәскәү ҡыҙы Елена Сергеевна Щербаковаға өйләнә. «Башҡорт улы» икәнен таныған Александр Ишкилдин халҡының данлыҡлы Салауат батыры исемен улына ҡуша[13] Улы, бөтә донъяға билдәле скульптор Салауат Щербаков, мәктәптә уҡығанда Ишкилдин булып йөрөй, һуңынан ғына әсәһе фамилияһына күсә[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Повод гордиться» О награждении медалью М. Шаймуратова
- Повод гордиться: Республика Башкортостан, 15 апреля 2024 год
- Генерал Шайморатов миҙалы булдырылды, 25 апрель 2023 й.
- Память народа. О награждении медалью «За отвагу», 02.01.1943 г. 273 СД Донского фронта
- Память народа. О награждении орденом Красной Звезды
- Память народа. О награждении медалью «За оборону Сталинграда» 22.12. 1942 г. 18-й Отдельный Прожекторный батальон
- «Башҡорт булыуымды бала саҡтан белеп үҫтем» 2019 йылдың 5 декабрь көнөндә архивланған.
- Всемирно известный скульптор Салават Щербаков ищет в Башкирии своих родных 2019 йылдың 5 декабрь көнөндә архивланған.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Повод гордиться: Республика Башкортостан, 15 апреля 2024 год
- ↑ Аралбаева Л. Памятник князю Владимиру в Москве создал потомок башкир Салават Щербаков . ИА «Башинформ» (9 ноябрь 2016). Дата обращения: 13 ноябрь 2016.
- ↑ 3,0 3,1 Всемирно известный скульптор Салават Щербаков ищет в Башкирии своих родных 2019 йылдың 5 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 «Башҡорт булыуымды бала саҡтан белеп үҫтем» 2019 йылдың 5 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Память народа. О награждении медалью «За отвагу», 02.01.1943 г. 273 СД Донского фронта
- ↑ Память народа. О награждении орденом Красной Звезды
- ↑ Память народа. О награждении медалью «За оборону Сталинграда» 22.12. 1942 г. 18-й Отдельный Прожекторный батальон
- ↑ Память народа. О награждении медалью «За отвагу», 02.01.1943 г. 273 СД Донского фронта
- ↑ Память народа. О награждении орденом Красной Звезды
- ↑ Память народа. О награждении медалью «За оборону Сталинграда» 22.12. 1942 г. 18-й Отдельный Прожекторный батальон
- ↑ «Повод гордиться» О награждении медалью М. Шаймуратова
- ↑ Генерал Шайморатов миҙалы булдырылды, 25 апрель 2023 й.
- ↑ Аралбаева Л. Памятник князю Владимиру в Москве создал потомок башкир Салават Щербаков . ИА «Башинформ» (9 ноябрь 2016). Дата обращения: 13 ноябрь 2016.