Иштван Чукас

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Эшмәкәрлек төрө әҙәбиәт[1], шиғриәт[1], проза[1] и детская и подростковая литература[d][1]
Заты ир-ат[2]
Вафат булған урыны
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, балалар яҙыусыһы, сценарий яҙыусы, баснописец
Тыуған урыны
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Файл:CsukasI3.jpg
Ерләнгән урыны
Тыуған көнө 2 апрель 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[5]
Вафат булған көнө 24 февраль 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[6][7][…] (83 йәш)
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Иштван Чукас (2 апрель 1936 йыл — 24 февраль 2020 йыл) — венгр шағиры, яҙыусы, балалар яҙыусыһы, цифрлы әҙәбиәте академияһы ағзаһы, ике тапҡыр «Милләт рәссамы» һәм Йозеф Аттила премияһы эйәһе.

Тормошо һәм эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иштван Чукас Венгрияның Кишуйсаллаш ҡалаһында тыуған, шунда башланғыс мәктәп тамамлаған. Бала саҡтан ул музыкаға һәләтлелеген күрһәтә һәм скрипка класы буйынса музыка мәктәбендә белем ала. Тик музыкаль белем алыуын дауам итмәй, башта юридик факультетында уҡый, ә һуңынан сәнғәт факультетына күсә. Радио шиғри конкурсында еңеүе уның тормошонда киҫкен боролош булып тора.

Иштван журналист булып эшләй, телевизион сериалдар һәм фильмдар өсөн сценарийҙар яҙа, бер нисә шиғырҙар йыйынтығын баҫтыра. 1960 йылда балалар өсөн проза әҫәрҙәре яҙа башлай, балалар өсөн 100-гә яҡын китап сығара. Мәҫәлән, Мир-Мурр , Пом-пом исемле бесәй, Сюсю исемле аждаһа тураһында әҫәрҙәре ҙур популярлыҡ яулай, уның әҫәрҙәре балалар классикаһына әүрелә[8]

1975 йылдың 10-сы Голливуд телевизион фестивалендә уның «Шлем һәм картоф танауы» нәфис фильмы фестивалдең төп призын (Гран-при) һәм «Балалар өсөн иң яҡшы йыл фильмы» исемен яулай. 2014 йылда ул композитор Имре Наде менән берлектә балалар өсөн «Ҡасып киткән йондоҙҙар» операһын ижад итә һәм ошо уҡ йылдың октябрендә өсөнсө тапҡыр Астрид Линдгрен Мемориаль премияһы шорт-листына индерелә. 2015 йылда, Венгр драмаһы көнөндә, Эрне Села ҡулынан йәш быуын өсөн ижад иткән сәхнә мифтары өсөн махсус премия ала.

Чукас Иштван 83 йәшендә вафат була. Ул вафат булған кистә социаль селтәрҙәрҙә уның әкиәттәрен, фильмдарын күрһәтәләр, уның тураһында һөйләйҙәр. 2020 йылдың мартында Будапештта Фаркасрети зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Csukás István plaque (Budapest-03 Szépvölgyi út 67).jpg
Иштван Чукас хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ
  • Йәштәр дәүләт премияһы (1978, 1982)
  • Йозеф Атилл Премияһы (1977, 1987)
  • Әҙәбиәт сәнғәт фонды премияһы (1984)
  • Андерсен Премияһы (1984)
  • «Йыл китабы» премияһы (1987)
  • Тибор Дери исемендәге премия (1989, 1995)
  • Кошут исемендәге Милли премия (1999)
  • Prima Primissima фондының премияһы (2011)
  • Будапешттың почетлы гражданы (2011)
  • Степа Эрно исемендәге махсус приз (2015)[9]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Иштван Чукастың балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү үҙәге, Тесканд башланғыс мәктәбе (2007 йыл)
  • Чукас театры, Балатонсарсо (2011 йыл)
  • Иштван Чукас исемендәге приз, Венгр Пешт театры (2014 йыл) — саҡырыу конкурсы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Чешская национальная авторитетная база данных
  2. Bibliothèque nationale de France Autorités BnF (фр.): асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  3. PIM identifier
  4. Réka M. Eltemették Csukás Istvánt (венг.) // Index — Magyarország: Index.hu Zrt., 2020. — ISSN 1585-3241
  5. István Csukás // MAK (пол.)
  6. https://www.facebook.com/ujszinhaz.budapest/photos/a.349063978460603/3090041964362777/
  7. Csukás István // Meghalt Csukás István (венг.) — 1998.
  8. Автордың қысқаша өмірбаяны. https://knigogid.ru/authors/43116-ishtvan-chukash
  9. Иштван Чукаш — автор туралы. https://www.livelib.ru/author/312039-ishtvan-chukash